«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ятып ҡалғансы, атып ҡал,



10.09.2011 Ятып ҡалғансы, атып ҡал,

тип, «Ағиҙел» Башҡор­тостан художество промыслаһы оҫталары «Һөтлө ил» фестивалендә ҡатнашып, ошондай уҡ исемле кейеҙ балаҫ һуҡты
Ятып ҡалғансы, атып ҡал,
«Ағиҙел» Башҡор­тос­тан художество промыслаһы оҫталары Бөтә Рәсәй «Һөтлө ил» фестиваленә башҡорт халыҡ традицияларында башҡарылған әйберҙәрен – ағас сувенирҙар, һауыт-һаба, балалар өсөн ағас ат, сәңгелдәк, тегелгән, сигелгән өй кәрәк-яраҡтарын, милли кейем һәм башҡа бик күп эштәрен алып килгәйне. Улар ҡорған палаткалар тамаша ярат­ҡан халыҡ өсөн бөтөн бер экспозицияға әйләнде. Ә бына предприятие хеҙмәткәрҙәренең Өфө халҡы күҙе алдында сағыу кейеҙ балаҫты һуғып күрһәтеүе күптәрҙе үҙе тирәләй йыйҙы. Бер нисә сәғәт эсендә күмәк көс менән һуғылған «Һөтлө ил – 2011» шедевры барлыҡҡа килеп, күҙҙең яуын алды. Шуныһы ҡыҙыҡ: балаҫ һуғыуҙа теләгән һәр кеше, бала-сағанан алып өлкәндәргә тиклем, ҡатнаша алды. Балаҫта Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәтенең контуры һәм «Һөтлө ил» фестиваленең логотибы төшөрөлдө. Танылған оҫталар теләүселәрҙең бөтәһен дә был боронғо һөнәр серҙәренә төшөндөрҙө.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға