«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алтын ҡуллы әсә



06.09.2011 Алтын ҡуллы әсә

Алтын ҡуллы әсә
Тылда үҙен аямай, сабата кейеп, аслы-туҡлы, көнө буйы ал-ял белмәйенсә Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандарының кәмегәндән-кәмей барыуы йәнде өтә. Улар күп ауылдарҙа юҡ та инде. Иҫәндәренең сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған. Ярай әле, уларға хөкүмәтебеҙ тарафынан һәр саҡ ял итеп, дауаланып алыр өсөн шифаханаларға путевкалар бирелеп тора.
Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы Георгий Константинович Жуков ветерандар тураһында ошондай һүҙҙәр әйткән: «Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең арала Еңеүгә ҙур өлөш индергән һуғыш ветерандары һәм шулай уҡ тылда еңеүҙе хәл иткән кешеләр бар. Уларға ҡарата ихтирамлы булығыҙ, хөрмәтләгеҙ». Эйе, был һүҙҙәр бик урынлы ла, хаҡлы ла. Тик ошо әйтелгәндәргә иғтибар итәбеҙме һуң?
Күптән түгел Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе 86 йәшлек Хәҙисә Мәғрүп ҡыҙы Исламғәлиева менән осрашып, һөйләшеп ултырҙым. Күп ауырлыҡ, ҡайғы-хәсрәт кисерһә лә, Хәҙисә апай ныҡ бирешмәгән, үҙ аяғында йөрөй һәм үҙ-үҙен ҡарай әле.
Хәҙисә Мәғрүп ҡыҙы Борай районының Күҙбай ауылында 1923 йылдың 15 октябрендә донъяға килә. Алты йәше тулғанда, 1929 йылда, атаһын, «кулак» тип ҡулға алалар. Ғаиләне өйҙәренән ҡыуып сығаралар һәм бөтә әйберҙәрен, шул иҫәптән өйҙө лә һаталар. Әсәйҙәре Рәхимә Шәйхетдин ҡыҙы аталары артынан китә. Балалар яланда тороп ҡала, тамаҡ туйҙырыу өсөн хәйер һорашырға, кем индерә, шунда йоҡларға мәжбүр була. Әсәләре аталарын көскә эҙләп таба. Ул Өфөлә эшләгән була. Һуңынан уларҙы Инйәр ҡасабаһына ағас ҡырҡырға ебәрәләр.
Аталары тыуған ауылына балаларын алып китергә тип ҡайта, ләкин, аҡса етмәү сәбәпле, ике балаһын ғына алып китә. Хәҙисә тороп ҡала. Элекке кеүек, хәйер һорашып, ҡайҙа етте шунда йоҡлап йөрөргә мәжбүр була. Бер ваҡыт хәйер һорашып йөрөгәндән һуң арып китә лә, ял итергә ултыра. Урамда буран ҡоторона. Хәҙисә йоҡлап китә һәм уны ҡар баҫа. Тау ҡалҡып сыҡҡан урынды күреп, кешеләр уны ҡаҙып сығара, ҡыҙ дауаханала ятып сыға. Аҙаҡ мәктәпкә барһа ла, уны уҡыр­ға алмайҙар. Ошолай йөрөп, тағы бер йыл үтеп китә. Икенсе йылда атаһы ҡайтып, ҡыҙын Инйәргә алып китә. Унда килгәс тә икенсе синыфҡа уҡырға бара. Ләкин ауырыу сәбәпле оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә. Дауахананан сыҡҡас, мәктәпкә алмай­ҙар. Уны Белорет ҡалаһына алып барып, ФЗО-ға урынлаштыралар. ҡыҙ уҡый ҙа, слесарь булып эшләй ҙә, арба менән таш та ташый, һуңғараҡ иретеп йәбештереүсе һөнәренә өйрәнә.
Әлфиә исемле әхирәте менән, бер нәмә лә алмайынса, документтарын һәм әйберҙәрен ҡалдырып, бер кемгә бер нәмә әйтмәйенсә, Ново­кузнецкиға сығып китәләр. Унда Хәҙисәнең апаһына килеп урынлашалар. ҡыҙ апаһының паспорты менән шахтаға мотористка булып эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, кейәүгә сыға. Тормош иптәше Фидай менән алты бала – дүрт малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Новокузнецкиҙан Инйәргә күсеп ҡайталар. Инйәр леспромхозында ете йыл эшләп өлгөрә. ҡайҙа ғына эшләмәһен, Хәҙисә Мәғрүп ҡыҙы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та оҙаҡ ҡына эшләүен дауам итә. 1978 йылда тормош иптәше үлеп ҡала. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була. Әсәнең тырышлығы юҡҡа булмай. Балаларының бөтәһе лә тырышып белем ала һәм һәр береһе үҙҙәре яратҡан һөнәре буйынса эшләй.

Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға