«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҙмышы – яҙылмаған китап



06.09.2011 Яҙмышы – яҙылмаған китап

1926 йылдың 9 авгусында Учалы районының ҡалҡан ауылындағы бер ғаиләлә дүртенсе булып бер ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Уға Нәжиә тип исем ҡушалар. Фәйзуллина Нәжиә Нәҙер­баҡый ҡыҙы ул. Уға дүрт йәш булғанда, иң кесе ҡустыһы Фәйзрахман донъяға килә. Ғаилә ишле һәм татыу була. Атаһы – заманына ҡарата бик уҡымышлы кеше, ауылда мулла вазифаһында йөрөй. Барлыҡ ауыл халҡы кеүек үк, колхозда эшләйҙәр. Көндөҙ колхоз эшендә тир түгәләр, кисен үҙ донъяларын ҡайғырталар. Балалар ҙа эшкә өйрәнеп үҫә. Ваҡыты наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан, аталары балаларына белем дә биреп өлгөрә. Биш бала ла эшһөйәр ҙә, уҡымышлы ла була. Шулай ҡайғы белмәй йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Йәше еткәндәрҙе – фронтҡа, бәләкәсерәктәрҙе тыл эштәренә ебәрәләр. Өләсәйем бер төркөм йәштәр менән башта Сәфәр ауылы эргәһендә юл һалыуҙа эшләй. Улар ҡыуыштар­ҙа йәшәп, тәүлегенә 18-шәр сәғәт ауыр эштә тир түгә. Оҙон көн буйына ал-ял күрмәй, егеттәр менән бер рәттән, носилка менән таш ташый­ҙар. Ашау яғы ла бик наҡыҫ була. Тик берәү ҙә бирешмәй, ҡасмай, тешен ҡыҫып түҙә, тыуған ил өсөн, дошманды еңеү өсөн тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ менән эшкә тотона.
1941 йылдың июле таңында өләсәйемдең ниңәлер күңеле болоҡһой, төш ваҡытында ике ағаһы хушлашырға килә. Ул күңеле әрнеүенә түҙә алмай, ағайҙарын ут эсенә күҙ йәштәре менән оҙатып ҡала. Йөрәге яңылышмай – бер ағаһының «ҡара ҡағыҙы» килеп төшә. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй шул... 1942 йылда ҡаты ауырыуҙан әсәһе вафат була. Бер йыл эсендә ике ғәзиз кешеһен юғалтҡан, ауырлыҡты үҙ иңендә татыған йәш ҡыҙҙың ҡанаты һына. Кем белә, атаһы шул ваҡытта яңынан өйләнмәһә, өләсәйем түҙә лә алмаҫ ине. Үгәй әсәһе бик йомшаҡ күңелле, яҡшы кеше була. Өләсәйем менән улар тиҙ үк уртаҡ тел табып, серҙәштәргә әйләнә. Көҙ аҙағында улар­ҙың бригадаһын Белоретҡа урман ҡырҡырға ебәрәләр. 15 – 16 йәшлек ҡыҙ-егеттәргә ағас­тарҙы ҡарҙан таҙартып ҡырҡырға, үҙ көстәре менән генә ат арбаһына тейәргә тура килә. Әлбиттә, ауырлыҡҡа түҙә алмай ҡасыусылар ҙа, туңып үлеүселәр ҙә була. ҡасҡын­дарҙы кире ҡайтаралар, үлеләрҙе күмәләр һәм тағы ла эшкә тотоналар. Сменалары бөткәс, йәйәүләп Белореттан ҡалҡанға ҡайталар. Өҫтәренә кейергә кейем булмағанлыҡтан, ашау наҡыҫлығынан, арыуҙан бәғзеләр юлда үлеп ҡала. Уларҙы утын өҫтөнә һалып, ауылға алып ҡайтып ерләйҙәр. Тереләре аяҡтары туңыуҙан, һыҙланыуҙан, аслыҡтан интегә. Өләсәйемдең бөгөн дә аяҡтары һыҙлауы күптәнге йөрәк яраларын асып, хәтирәләргә күмә. Уның менән бергә был эштә булыусыларҙан инде береһе лә тере түгел, ә өләсәйемдең хәтерендә был ваҡиғалар бөгөнгөләй тере. Белореттан һуң ауылда колхозда эшкә егеләләр. Өләсәйемде һауынсы итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә баҫыу эштәрендә лә, сәсеү-урыуҙа ла ҡатнашырға тура килә. ҡайҙа ат егеп, ҡайҙа үҙҙәре егелеп, ер һөрөп, фронт өсөн иген үҫтерәләр. Ана шулай, яҙмыш менән алышта һуғыш йылдары үтә. Әммә тыныс тормошта ла көткән еңеллек килмәй. ҡоролоҡ, аслыҡ, ир-ат ҡулы булмауы үҙенекен итә, эш әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшә. Шулай тағы ла биш йыл үтә. Өләсәйем үҙ тормошо хаҡында уйланмай ҙа. 1950 йылда әхирәттәре киске уйынға алып сыға. Шунда Мөхәмәтулла Хәлилов менән таныша ла инде. Ул ваҡытта олатайым яңы фронттан ҡайтҡан була. Өләсәйем кисәге һалдатты ҡыйғас ҡаштары, ҡалын толомдары, һомғол буйы менән бер ҡарау­ҙан уҡ үҙенә ғашиҡ итә. Ә олатайым баһадирлығы, шаян­лығы, тауышы менән өләсәйемдең иғтибарын яулай. Шул уҡ йылда туй үткәреп, гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Башына төшкән нужаларҙан, ҡайғы-хәсрәттән һуң яҙмыш ҡәҙерле кешемде, ниһайәт, бәхетле итә. 1951 йылда тәүге улдары донъяға килә, шунан ҡыҙҙары, йәнә улдары…
Бәлә кеше башынан йөрөй, тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең – 1963 йылда өләсәйемдең атаһы вафат була. Әммә ул бирешмәй, һөйгән йәренә таянып, гөрләтеп донъя көтә. 1966 йылда һигеҙенсе ҡыҙҙары донъяға килә. 1968 йылда яңынан өй һалып сығалар. Иренең оҫталығы ярҙамында эшләнгән был өй өләсәйем өсөн ожмахтай тойола. Үҙен иң бәхетле тип һанаған ҡатынды яҙмыш ҡапыл ғына күктән ергә төшөрә. Тормош иптәше ҡаты ауырып китеп, оҙаҡламай гүр эйәһе була… Өләсәйем биш бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Ярай ҙа өс балаһы аяҡҡа баҫҡан, үҙҙәренең ғаиләләрен ҡороп өлгөргән. Улар өләсәйемә терәк, таяныс була. Юғалып ҡалмай ул, тырышып донъя көтә, балаларын тәрбиәләй. Колхозда быҙау ҡараусы булып эшләй, һуңынан һөт йыйыусы итеп тәғәйенләнә. Эшһөйәр­леге бында ла ярҙамға килә, яңы эшенә күскәнгә күп тә үтмәй, алдынғылар рәтенә сыға. Балаларының бишеһен дә аяҡҡа баҫтыра. Әммә иң ҙур ҡайғы уны алда һағалаған була. Үкенескә күрә, һәр әсә өсөн иң ҙур ҡайғы – балаһын юғалтыу ҡайғыһы төшә башына. Өс улы, өс ыласыны яҡты донъянан китә… Шулай ҙа көслө рухлы кешене һындырыуы ауыр. Өләсәйем бөгөлмәй, яңы көнгә, бәләкәй кенә ваҡиғаларға ла шатланып йәшәүен дауам итә.
Бөгөн уға 83 йәш. Тыл һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, өләсәйем күп кенә миҙал менән бүләкләнгән. «Герой-әсә» ордены ла бар. Әммә уның өсөн иң ҙур бүләк – 18 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре. Шундай ғазаптарҙы нисек кисерҙең, тигән һорауыма шулай тип яуап бирҙе: «Минең янымда һәр саҡ Мөхәббәт, Ышаныс, Өмөт булды. Шуларға инанып, бар ауырлыҡты еңергә көс таптым… Бер генә теләгем, Аллаға бер генә үтенесем бар – һеҙгә шундай һуғышты күрһәтмәһен ине!»
Ана шундай кеше ул минең өләсәйем. Бар яҙмышы, бар булмышы – яҙылмаған бер китап…

Ләйсән ЗАКИРОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға