03.09.2011 Һауынсы хеҙмәте еңел түгел
Әлшәй районының Себенле бүлексәһенең һөтсөлөк фермаһында эшләүселәр, быйыл үлән дә, һөт тә шәп, ти
Миәкәлә командировкала ҡаран-ҡунҡас ауылы почтаһында халыҡ менән һөйләшеп, кәңәшләшеп торғанда, гәзит биттәрендә ябай халыҡты бик яҡтыртмайһығыҙ, тип үпкә белдерҙеләр. ҡара таңдан эшкә сығып киткән һауынсылар тураһында бөтөнләй яҙмайһығыҙ, тип ҡаты әйтеүселәр ҙә табылды.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, ҡайтырға сыҡҡанда, офоҡ сите ҡыҙара төшкәйне. Әлшәй районына килеп ингәс тә оло юлдан бер аҙ ситтә ятҡан йәйләүҙә кешеләрҙең мәж килеүенә иғтибар итеп, рулде шул яҡҡа борҙоҡ. «Эко-агро» хужалығының Себенле бүлексәһенең һөтсөлөк фермаһы булып сыҡты ул.
Һауынсылар киске һауымды тамамлап, үҙҙәрен тәртипкә килтереү менән мәшғүл ине. Кәйефтәре күтәренке генә күренде. «Ниндәй начальниктар килә икән тиһәк, үҙебеҙҙең «Йәшлек»тәр икән дә», – тип шаяртып та ҡуйҙылар.
– Һөт бармы һуң? – тим, һүҙ бәйләргә тырышып.
– Йыл һәйбәт килде, үлән етерлек. Май – июндә һәр һыйырҙан көнөнә 16 – 17-шәр литр алған саҡтар ҙа булды. Әле 12 – 13 литр тирәһе, – тине ферма мөдире Рәзилә апай Шафиҡова. – Көнөнә 150 һыйырҙан 1800 литр һауып алабыҙ.
Белгес булмағас, был күпме-әҙме икәнен аңлай алмайым, әлбиттә. Ләкин һауынсыларҙың таңғы сәғәт биштә йәйләүҙә булып, тимәк, дүрттә тороп, үҙҙәренең дә һәүкәштәрен төндә һауып китеүҙәрен күҙ алдына килтерә алам. Дә-ә, еңел эш түгел, тип ҡуям. Әйткәндәй, уларҙың, бында тир түккән унлап һауынсының, үҙ ҡураларындағы малдары ла әҙ түгел. Ауыл ерендә шунһыҙ йәшәп тә булмай.
Һауынсылар араһында утыҙ йыллап һөнәренә тоғро ҡалыусылар бар. Шул уҡ Рәзилә апай 1974 йылдан бирле фермала тир түгә.
– Хәҙер эш еңелерәк, ни тиһәң дә, ҡул көсө әҙерәк китә, – ти ул. – Һыйырҙарыңдың холҡон бер белеп алһаң, эшләргә була.
Йәйләүҙә оло һыуытҡысты күреп, шаҡ ҡаттым. Эй, заман, тим. 1800 литр һыйҙырышлы икән, оло ҡаҙанды хәтерләтә. һауым барышында һөттө уға һалып торалар, уны дүрт градус йылылыҡта тота. Тимәк, эҫе көндәрҙә лә әсемәй, тигән һүҙ. Бәләбәй һәм Дәүләкән һөт заводтары һөттө үҙҙәре килеп ала. Литры – ун һум.
Һауынсылар үҙ-ара татыу йәшәй, эшләй. Улай зарланған кеше юҡ. Хужалыҡ ваҡытында иҫәпләшергә тырыша. Гелән генә ҡулаҡса булмаһа ла, май, фураж, ашлыҡ менән иҫәпләшә. Кәрәк икән, быҙауын да бирәләр. Бигерәк тә Разия Бадранова, Нурзидә Аҙнағолова, Розалия Шафиҡоваларҙың эшенән ҡәнәғәт етәкселек.
Һыйырҙың һөтө – телендә, тигәндәре дөрөҫ. Көтөүселәргә лә күп нәмә бәйле. Эдик Миңлебаев, Илһам Бадранов, Миңнулла Шафиҡов, Замир Сафин, Ғаяз Аҙнағолов, Зөфәр Сәлимовҡа ҡарап торабыҙ инде, ти һауынсылар. Һутлы үләнле ерҙә көтһәң, һөт мул төшә. Ваҡытында сығарып, ваҡытында һыулауға төшөрһәң, һыйыр «алдашмай», һин теләгәнсә һөтөн бирә. Үткән йыл ауыр булды, көйгән ерҙән хайуандарҙы йөрөтөү йәнгә үтә ине, ти көтөүселәр. Быйыл малға ла рәхәт, беҙгә лә күңелле, тип өҫтәнеләр.
Йәйләүҙән һауынсылар менән бергә ҡуҙғалдыҡ. Уларҙы бәләкәй автобус килеп алды. Офоҡта ҡыҙарып ҡояш бата ине.
Мөнир ҡУНАФИН.
Әлшәй районы.
Автор фотоһы.