«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алдан тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһалды



27.08.2011 Алдан тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһалды

Ниһайәт, күптәр тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтөлгән праймеризға йомғаҡ яһалды. Дөйөм халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһе буйынса республика Президенты Рөстәм Хәмитов иң күп тауыш (5104) алған. Павел Крашенинников икенсе урында: 3677 тауыш йыйған. Зөһрә Рәхмәтуллина был исемлектә өсөнсө урынды биләй – 3598 һайлаусы уның өсөн тауыш биргән. Республика парламенты спикеры, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев – дүртенсе, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев – бишенсе урында. Тәүге 15 кандидат араһында РФ Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаттары Марсель Йосопов, Иршат Фәхретдинов, Андрей Назаров, Сәлиә Мырҙабаева ла бар. Донъя, Паралимпия чемпионы Римма Батталова был исемлектә – унынсы урында.
– Был – әлегә праймеризда ҡатнашыусыларҙың төбәк рейтингы ғына. Бөтә 123 ҡатнашыусы ла алдан тауыш биреүҙәрҙе уңышлы үтте тип һанала – исемлектән бер кем дә төшөп ҡалманы, – ти партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Исемлек Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының федераль координация советына ебәрелде. Һуңғы һөҙөмтәләр сентябрь аҙағында үтәсәк съезда билдәле буласаҡ.
Билдәләнгән нормалар буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһының лидеры һәм партияның Генераль советы президиумы төбәк һәм федераль исемлектәргә үҙгәрештәр индерә ала.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының яуаплы координаторы Александр Дегтярев билдәләүенсә, праймериз йәмәғәтселек көстәрен туплау мөмкинлеген бирҙе. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты идеяһы иһә өс бурысты берләштерҙе: яңы сәйәсмәндәр – халыҡ тарафынан һайланыусыларҙы, «Халыҡ программаһы»н һәм Халыҡ бюджетын. Уларҙың өсөһө лә 17 майҙансыҡта барған дискуссияларҙа яңғыраш тапты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға