«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәүһайлау тамам. Һөҙөмтәләр нисек булыр?



27.08.2011 Тәүһайлау тамам. Һөҙөмтәләр нисек булыр?

Тәүһайлау тамам. Һөҙөмтәләр нисек булыр?
Ниһайәт, июль – август айҙарында телебеҙҙән һәм баҫма биттәренән төшмәгән праймериз тигән сараларҙың иң һуңғыһы –17-сеһе Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса үткәрелде. Ул Йәштәр милли театрында үтте. Башҡа праймериз процедураларынан айырмаһы шунда: был район буйынса һайлаусылар вәкилдәре иң күбен – 391 кешене тәшкил итте. Шуларҙың 372-һе алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты. Тағы ла исемлектәге 123 депутатлыҡҡа кандидаттың 57-һе вәкилдәр йыйылышында ҡатнашып, шуларҙың 30-ы сығыш яһаны.
Бер-бер артлы үткәрелгән сараларға йөрөй торғас, сығыш яһаусыларҙың үҙҙәрен йөҙгә танып, һайлау алды программаларын ятлап тигәндәй бөттөк. Йоҡлап ятҡан ерҙән торғоҙоп һораһалар ҙа, һәр береһенең сығышын яттан һөйләп бирер инем. Мәҫәлән, Рима Батталова спортты үҫтереү, спортсыларҙың, бигерәк тә паралимпиясыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һаҡлау яҡлы; Сәлиә Мырҙабаева үткән саҡырылышта медицинаны, ғаилә институтын, демографияны үҫтереү һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса башлаған эшмәкәрлеген дауам итәсәк; Илдар Һөйөшев эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырасаҡ, депутаттарҙы бер­ҙәм йүнәлештә эшләргә туплаясаҡ; Риф Сәхәбетдинов илебеҙҙе быға тиклем ҡулына ҡорал алып һаҡлаған булһа, хәҙер Дәүләт Думаһында һаҡлаясаҡ; Арсен Нуретдинов көсөн милләттәр татыулығын нығытыуға бағышлаясаҡ; Рафаэль Мәрҙәншин, ҡыҙыҡ, депутаттарҙың тейелгеһеҙлеген бөтөрөүгә өлгәшәсәк...
Йәштәрҙең оптимистик кәйефтә ҡалыуы, праймеризға, бөтә нәмәгә, шул иҫәптән депутатлыҡҡа үткән хәлдә тормоштағы күп нәмәләрҙе – ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте, эшһеҙлекте, намыҫһыҙлыҡты бөтөрөүгә өлгәшәсәгенә, яҡшы, яҡты, яфа-михнәтһеҙ тормош ҡороуға ирешәсәгенә ышанысы көнләштерә. Беҙ ҙә ҡасандыр шул рәүешле уйлай инек. Кем әйтмешләй, хыял насар нәмә түгел...
Был праймеризда сығыш яһаусы депутатлыҡҡа кандидат – «Медицина технологиялары үҙәге»нең баш табибы Эльза Фазлыеваның телмәре, уның һөнәренә ҡарағанда, әлбиттә, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға бағышланды ла. «Праймериз беҙҙең барыбыҙ өсөн дә үҙеңде һәм мөмкинлектәреңде күрһәтә алыу, бер командала икәнлегеңде белеү-тойоу форсатын биргән бына тигән мәктәп булды», – тигән һүҙҙәре, депутатлыҡҡа үтмәгән хәлдә лә үкенерлек түгел, тигәнде аңлатты, буғай. Ысынлап та, һуңғы праймеризға кандидаттарҙың күбеһенең «осҡоно» бер аҙ һүрелеп килеүе, ысынбарлыҡҡа икенсе күҙ менән ҡарауы һиҙелде. Әммә шуныһы асыҡ: эйе, был сәйәси сара бер кем өсөн дә эҙһеҙ үтмәйәсәк. Кемдәрҙеңдер үҙ һәм башҡа партияларға, һайлаусыларға ышанысы артасаҡ, ә икенселәрҙең – киреһенсә. Был дөрөҫ тә, шуның өсөн дә ул һайлау алды марафоны тип атала: был дистанцияла кемдер – еңә, кемдер – еңелә...
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығышын зал тын ҡалып тыңланы. Ул республикалағы һәр өлкәнең тын алышы һәм яҡшы киләсәгебеҙҙең нимәгә бәйле булыуы менән таныштырҙы. Праймеризда сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәрен йомғаҡлап, ул:
– Киләсәгебеҙ һеҙгә бәйле, – тип өндәште залға. – Эйе, был юлы үткән саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары командаһы кеүек команда булмаясаҡ. Яңыса уйлай, эшләй, тормошто, закондарҙы яҡшы белгән, республикабыҙ мәнфәғәтен федераль кимәлдә яҡлай алырлыҡ депутаттар өсөн тауыш биреү мөһим. Тауыш бирер алдынан төплө уйлағыҙ һәм лайыҡлылар өсөн үҙ тауыштарығыҙҙы бирегеҙ!
Әйткәндәй, РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға ла оҙаҡ ҡалмай – Башҡортостан Респуб­ликаһының Үҙәк һайлау комиссияһы декабрь айында үтәсәк һайлау тәртибенә аңлатма бирҙе.
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына 450 депутат һайланасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентының һайлауҙар көнөн билдәләү тураһындағы Указы баҫылып сыҡҡандан һуң һайлау кампанияһы рәсми рәүештә старт ала.
Һайлауҙар пропорциональ һайлау системаһы буйынса үтәсәк, уға ярашлы, билдәле бер кандидат түгел, ә сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш бирелә. Исемлек өсөн тауыш биреп, һайлаусы төрлө партияларҙың береһенә үҙ тауышын бирәсәк. Һайлаусыларҙың ете һәм унан да артыҡ процент тауышын йыйған кандидаттар исемлеге депутат мандаттарын бүлешеүҙә ҡатнашасаҡ.
Һайлау кампанияһы бер нисә этаптан торасаҡ. Партиялар өсөн ул кандидаттарҙың федераль исемлеген тәҡдим итеү буйынса съезд үткәреүҙән башлана. Федераль исемлек ике өлөштән тора: дөйөм федераль һәм төбәк. Дөйөм федераль бүлеккә ундан да артмаған кандидатты индерергә мөмкин. ҡалғандары уның төбәк өлөшөнә инәсәк.
Партиялар үҙ форумдарын 30 көн дауамында үткәрергә һәм раҫлау өсөн исемлектәрҙе РФ Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға тейеш. Федераль исемлекте раҫлау йәки уны кире ҡағыу РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ете көн дауамында үтәлә. Раҫланған федераль исемлектәр тураһындағы мәғлүмәт интернетта урынлаштырыласаҡ.
Исемлектәрҙе раҫлағандан һуң әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында тәҡдим ителгән партиялар үҙҙәренең исемлектәре өсөн һайлау алды агитацияһын үткәреүгә иғтибарын йүнәлтә ала. ҡалған партияларға, законға ярашлы, кандидаттарҙың федераль исемлеген яҡлап, һайлаусыларҙан ҡултамға йыйыу процедураһын үтергә кәрәк буласаҡ. 150-нән дә кәм булмаған имза йыйыу мотлаҡ. Һайлаусылар имзаһы ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙарына индереләсәк. Унда закон менән ҡаралған мәғлүмәт, шул иҫәптән федераль исемлеккә ингән кандидаттар тураһында мәғлүмәт буласаҡ. ҡул­тамғалар йыйған ваҡытта һайлаусыларҙы имзаларын ҡуйырға мәжбүр итеү йәиһә бының өсөн уларҙы бүләкләү тыйыла.
ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙары һәм башҡа документтар РФ Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙың федераль исемлеген теркәү өсөн тапшырыла.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы кандидаттарҙың федераль исемлеген тәҡдим иткән ваҡытта закон талаптарының үтәлеүен – тәҡдим итеү, һайлаусыларҙың ҡултамғаһын йыйыу тәртиптәрен, кандидаттар тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерәсәк. Бынан һуң кандидаттарҙың федераль исемлеген теркәү тураһындағы ҡарар йәки уның теркәлеүен инҡар итеү ҡарары ҡабул ителә.
Артабан федераль исемлектәрен теркәгән партиялар һайлау алды агитацияһын үткәрә – һайлаусылар менән осраша, митингылар үткәрә. Һайлау көнөнә тиклем 28 көн ҡалғас, һайлау алды агитацияһы киң мәғлүмәт сараларында үткәрелә башлай.
Тауыш биреү яҡынса 4 декабргә билдәләнгән, уның йомғаҡтары буйынса Дәүләт Думаһының яңы депутаттар корпусы булдырыласаҡ. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, алтынсы һәм унан һуңғы саҡырылыш депутаттарының вәкәләтлек мөҙҙәте биш йыл тәшкил итәсәк.

Р. БАЙЫШЕВА.
АВТОР фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға