23.08.2011 Белегеҙ: “редиска” – ул насар кеше…
Яҡшы ҡылдым: йәшлегемдә русса уҡый
башланым,
Слава богу, күптән шәкерт тигән исемде
ташланым.
Мин хәҙер бит образованный, по крайней
мере шәп егет,
Өндәшә һәр кем миңә тип: “Здравствуй,
студент!”
(Ш. Бабич. “Бәғзе студенттарыбыҙ”).
“Ә хәҙер яңы ғына әйткәндәреңде үҙебеҙҙең телгә әйләндереп яҙ: “Редиска – насар кеше…” Билдәле кинокомедиялағы “доцент”тың бөтә илгә таралған был һүҙҙәрен бөтәгеҙ ҙә иҫләйһегеҙҙер. Һөйләшеүе үҙебеҙсә һымаҡ, әммә аҙағынаса аңлашылып етмәй. Ысынлап та, ниндәй телдә һөйләште ул?
Беҙҙең телебеҙ иҫ киткес бай. ҡайһы ваҡыт уны камил белеү өсөн тотош ғүмер талап ителә кеүек тойола. Әҙәби тел менән аралашыу теле (диалект) ныҡ айырыла, хатта бәғзе ваҡыт икенсе район, ҡала, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәренең мәғәнәһен быға тиклем ишетмәүеңә һәм белмәүеңә аптырайһың. Айырыуса жаргон һүҙҙәр ҡулланып һөйләшеүселәрҙең телмәре бер килке аптырата төшә.
Ә нимә һуң ул жаргон? Ғ. Хөсәйенов “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”ндә уға шундай аңлатма бирә: “Жаргон (французса jargon – урам һөйләше) – берәй социаль төркөм йәки айырым кешеләр тарафынан ҡулланыла торған шартлы һөйләш теле йәки урам теле. Ул тел һөйләү һәм әҙәби телдә осрамаған махсус һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән сыбарланған. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр жаргоны, уғрылар жаргоны, аристократтар жаргоны булған. Жаргон һөйләү телен сүпләй, ул әҙәби телгә ят. Әммә ниндәйҙер социаль төркөмдөң йәки айырым кешеләрҙең һүҙ үҙенсәлектәрен сағылдырырға кәрәк булғанда яҙыусы персонаждар телендәге шундай айырым һүҙҙәрҙе ҡулланыусан”. Шулай уҡ ундай төркөмгә ҡараусыларҙан төрмәлә ултырыусыларҙың “блатной” телен һәм йырҙарын, кәрт уйнаусылар, һунарсылар, уҡыусылар, студенттар, йәштәр һ.б. жаргонын атап үтергә була. Был мәҡәләлә беҙ һуңғыларҙың тормошонда жаргон һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәһенә туҡталырбыҙ.
Имтиханға бәйле һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәр: “Расстрел нисәлә башлана?” (Имтихан нисәлә?), “Автомат” алып булманы…”, “Расстрелда “бомба”м шартланы ла ҡуйҙы” (йәғни студенттың йәшергән еренән бөтә шпаргалкаларының ҡойолоп төшөүе), “зачетка”, “читалка” (китапхана), “шпора, бомба” – шпаргалка, “цваечки” – “икеле” билдәһе, “общак, общага” – ятаҡ, шулай уҡ “дөйөм ҡаҙна” мәғәнәһендә, “стипёшка” – стипендия, “экватор” – дөйөм уҡыу йылының ҡап уртаһы, “группаштар” (бер төркөмдә уҡыусы студенттар), “однокашки” (класташтар), “завкаф” (кафедра мөдире), “истеричка” (тарих уҡытыусыһы) һ.б. Үҙ-ара һөйләшкәндә студенттар уҡытыусыларын уларҙың ҡушаматтары менән атап йөрөтә.
Уҡыуҙан ялҡып, бер аҙ ял алып, “һалдат һурпаһы”н һемерергә теләүселәргә ошондай кәңәштәр бирәләр:
“Әгәр булғың килһә һалдат,
Ебәр деканға һин “мат”! (“Если хочешь быть солдатом, обругай декана “мат”ом”). Ошондай фраза, йәштәр әйтеүенсә, һинең уҡыу йортонан ҡыуылыуыңды йәки “отставка”ға китеүеңде тулыһынса гарантиялай икән. Әммә бындай уҡ түбәнселеккә төшөүсе студенттар юҡтыр, моғайын.
Һәр факультеттың йәки шундағы студенттарҙың да үҙ исемдәре бар: “башфак” – башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге, “журналюги” – журналистар, “технарҙар” – технологтар, “англичандар, немецтар” – сит телдәрҙе өйрәнеүселәр, “психтар” – психологтар, “ПиПтар” – педагогика һәм психология факультеты, “экономдар” – иҡтисад факультеты, “ФКашниктар” – физкультура һәм спорт факультеты, “приматтар” – прикладная математика факультеты һ.б.
“Слинял, косил с пар”, “не парюсь”, “до лампочки” кеүек “миңә барыбер” мәғәнәһендәге һүҙҙәрҙе лә студенттар йыш ҡуллана.
Жаргон һүҙҙәре аралашҡанда осраһа ла, ҡайһы бер кешеләр уны бөтөнләй белмәҫкә мөмкин. Айырыуса оло быуын кешеләре бындай телде аңламаясаҡ та, һанға ла һуҡмаясаҡ. Әммә, халыҡ әйтмешләй, “заман башҡа – заң башҡа”. Телмәребеҙҙең матурлығы ла, ҡағиҙәләргә ярашлы дөрөҫлөгө лә беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Жаргон ҡулланырғамы, юҡмы икәнлеген дә һәр кем үҙе хәл итә. Уның телебеҙ үҫешендәге әһәмиәтенә һәм роленә ҡарата ла кешеләрҙең үҙ фекерҙәре бар. Әлбиттә, бындай типтағы һүҙҙәрҙе артыҡ йыш ҡулланыу беҙҙе бигүк биҙәмәй. Шулай ҙа, фекерҙәр нисек кенә ҡаршылыҡлы булмаһын, әүәлдән килгән жаргон һүҙҙәрен хәҙер телебеҙҙән айырып ташлап булмай инде.
Студенттар тормошона
бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр
– Ни эшләп былай бик күңелһеҙ күренәһең, курсташ?
– Дәреслектәр алырға тип, атайымдарға аҡса һорап хат ебәргәйнем.
– Шунан?
– Улар миңә… дәреслектәр ебәрҙе!..
***
Ҙур бер түрәнең улын “өслө”гә булһа ла тартыу өсөн профессор интегеп бөтә. Тамам арығас, ул бындай һорау бирә:
– Ғөмүмән, лекциялар ни хаҡында ине?
Егет өндәшмәй.
– Яҡшы… Лекцияларҙы кем уҡыны?
Егет өндәшмәй.
– Йүнәлткес һорау бирәм. Кем уҡыны: һинме, әллә минме?
***
Бер егет танышлыҡ менән уҡырға инә. Имтихан алыусы:
– Ә хәҙер иң ауыр һорау: рус-япон һуғышы кемдәр араһында булған?
***
Студент тормошон аҡсаһыҙлыҡ менән бәйләп өйрәнгәндәр. Ә-һә, был категорияға ҡараған кеше икән, тимәк, ярлы, кеҫәһендә елдәр уйнай. Шулай бер ваҡыт ата-әсәгә телеграмма килә.Ә унда бары тик бер һүҙ генә яҙылған: “СТУДЕНТ”. Уны нисек аңларға? Баҡтиһәң, бик ябай ғына икән, бер һүҙ эсенә тотош һөйләм һыйған да ҡуйған: “Срочно требуется уйма денег есть нечего точка”. Телеграмма биреүҙең тәртибен белгән кеше унда тыныш билдәләренең ҡуйылмауын, ә уларҙың һүҙ менән яҙылыуын иҫләйҙер.
Земфира ТАҺИРОВА әҙерләне.