«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Исемең ҡайҙа ҡала?



11.09.2010 Исемең ҡайҙа ҡала?

Халҡыбыҙҙың:«Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ», – тигән ифрат талапсан әйтеме бар. Ошо юҫыҡта фекер йомғағын тағатыр­ҙан алда үҙемдең «Йәйғорло йәй» тигән эссенан бер өҙөк килтерәйем әле.
«Бер йылды, май аҙаҡтарында, бөтә ауыл менән ҡаҙмаш ташы түбәһенә күтәрелгәйнек. Ғәжәп урын ул. Һәр тараф күренеп ята. Ошонда ғаләмдең сикһеҙлегенә, әҙәм балаһының кеселегенә, донъяның мәңгелегенә инанаһың. Таш һыртынан Һаҡмар йылғаһы көньяҡҡа, оҙон сәфәренә юллана. Аяҡ аҫтында ғына – Хәсән, Мәреүәт таштары. Көнсығышта – ҡырҡты менән Ирәндек, көнбайышта – Уралдың ҡуңыр буға үткән иң оло һырты. Мәңгелек...
Ул саҡ текә ҡаяның келән генә бер ташына «Рим+ Нурислам+Марсель» тип сүкеп, исемдәребеҙҙе яҙғайныҡ. Бында ла, беҙҙең арала иң аҡыллы кеше булған­ға, Римдең исемен баштан яҙҙыҡ. Баш­ҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. «Мең йыл үткәс, берәй ғалим килеп, беҙҙең исемдәрҙе лупа аша ҡарап йөрөр ул. Хәрефтәрҙе, йыбанмай, тәрәнерәк соҡоғоҙ», – тип өйрәтеп торҙо Рим дуҫыбыҙ. Бик тырыштыҡ, әммә тарих сәхифәләренә инеп ҡала алдыҡмы икән?».
Әҙәпһеҙлегемде уҡыусы ғәфү итер тигән өмөт менән һүҙҙе дауам итәйем.
ҡайһы ғына тарафтарҙа һәм ниндәй генә замандарҙа йәшәмәһен, һәр халыҡта ла, иң оло рухи ҡиммәт булып, намыҫ тигән төшөнсә быуындан-быуынға бирелә килә. Үҙенең халҡын һәм ырыуын ҡәҙер иткән кеше тыуғандан алып һуңғы һулышына ҡәҙәр уның мәртәбәһе һәм абруйы тураһында уйлар. Мосолман ҡәүемдәрендә, мәҫәлән, «ми­нең турала нимә әйтерҙәр, мин был донъя­нан киткәс, яманлап ҡалмаҫтармы?» тигәнерәк хәстәр-хәүефтәр һәр ваҡыт йәшәп килә. Тимәк, кеше бөгөнгөһө менән генә сикләнмәй, үҙенән һуң килер быуындарға ниндәй мираҫ ҡаласағы уға бөгөнгө тормошо кеүек үк мөһим.
Быуындар менән быуындар араһындағы сылбыр өҙөлгән хәҙерге заманда рухи күсәгилешлелек хаҡында ғорурланып һөйләр урын юҡ. Корчагин, Морозов кеүегерәк инҡилап тыуҙырған геройҙарҙы һанламағанда ла, фиҙакәрлек, тоғролоҡ өлгөһө булыр­ҙай бүтән миҫалдар ҙа кешелек тарихында күп инде ул. Классик әҙәбиәт, совет осоронда төшөрөлгән кинофильмдарҙан тыш, һоҡланып, уға оҡшарға тырышып йәшәрлек кешеләр, рәхмәткә күрә, арабыҙҙа әле лә етерлек. Тик уларҙы күрмәмешкә һалышмайыҡ.
Эштәре һәм исемдәре тарих сәхифәләренә яҙылған күренекле шәхестәр була. Уларҙы һәр кем белә. Туғандары, дуҫтары күңелендә генә һүнмәҫ шәм булып янғандар – бихисап. Кемделер яҡшы һүҙ менән хәтерләйҙәр һәм һағынып иҫкә алалар икән, ул да ғүмерен елгә осормаған. Күңел хәтере, бәлки, ҡағыҙҙа теркәлгәндән дә ҡәҙерлерәктер әле.
Илгә һәм ватандаштарыңа хөрмәт, беренсе нәүбәттә, үҙ ҡәҙереңде һаҡлай белеүҙән башланалыр ул. Боронғолар ырыуы, эсәр һыуы, тамғаһы, ата-бабаһы менән ғорурланыр булған. Ә әсә-атаһын ғүмер баҡый хөрмәт итеп, улар рухына һәм васыятына тоғро булып йәшәгән кешенең олоно ололоҡлауы уның үҙен дә күтәрә генә. Хөрмәт йөҙө һәйкәлдәр ҡуйыуға йәки кемдеңдер исемен урам­ға биреүҙә түгел, бәлки уның рухын күтәреп йәшәй алыуҙалыр.
Кемдер, сәхнәлә арлы-бирле һикергеләп йә телевизорҙа күренгеләп, ваҡытлыса ғына булһа ла билдәлелек ала. Икенселәр популярлыҡты йә урлашып, йә янъяллашып яулай. Өсөнсөләр, билдәлелек хаҡына, йә тере йыланды йота йәки йәйәүләп ҡотопҡа юллана. Әҙәм балаһының ҡыланыштарының сиге юҡ. Һәм күпселек булыр-булмаҫ эштәр үҙеңә иғтибарҙы йүнәлтеү, хәтер йылъяҙмаһына инеп ҡалыу өсөн эшләнә.
Баш ҡаланың иҫкерәк биналарында иҫәпһеҙ-һанһыҙ таҡтаташтарҙы күрергә мөмкин. Хәтерҙе яңыртып тороу өсөн улар ысындан да кәрәктер. Сит дәүләттәрҙә лә мәшһүр кешеләр күп, ләкин унда диуарҙарға таҡтаташ ҡуйыу ғәҙәте юҡ. Оло шәхестәр ҡәҙерен массовый сараға әйләндермәй, икенсе төрлөрәк, етдиерәк дәрәжәлә күтәрәләр унда.
Бәлки, әле әйтелгән сараның бер шауҡымылыр, үҙ исемен нисек булһа ла кешеләрҙең күңел күгендә нығытып ҡалыр­ға ынтылыу көсәйә бара. Мин кәрәкһә-кәрәкмәһә лә яҙылып баҫылған тәржемәи хәл характерындағы китаптарҙы әйтмәйем. Бында ниндәйҙер тәртип булдырыу өсөн закон көсө талап ителә. Унан һуң, кешелә тыйнаҡлыҡ тигән нәмә лә булырға тейеш бит. Ә күптәр­ҙең үҙ исемен популярлаштырырға тырышыуы ысын эшкә бигүк һәләтле булмауы менән аңлатылмаймы икән? Кемдең кемлеген уның исеме түгел, эше күрһәтергә тейештербит?!
Ярай инде, ҡалала йорт диуарҙарына, ҡоймаларға бала-саға әҙәм аңламаҫлыҡ нәмәләр һыҙғылап бөтә. Аҡыл инә килә, бындай «рәссамлыҡ» сире үтәлер ул. Шул уҡ ваҡытта юл буйҙарындағы ҡаяларға, күпер бағаналарына «Здесь был Вася» йәки «Привет из Стерлитамака» тип яҙып ҡалдырыу исемеңде мәңгеләштереүме икән? Ул Вася хәҙер кем: батырмы әллә бахырмы? Ғөмүмән, ошо ҡыланыштың эске мәғәнәһе бармы? Үҙ исемеңде теләһә ҡайҙа яҙып ҡалдырыуҙан шөһрәтең артамы һуң? Шул хаҡта уйланырға кәрәк бит. Ошондай урынлы-урынһыҙ «иҫтәлектәр»ҙең ҡайсаҡ рухи зыян­ға ла килтереүе ихтимал.
Һикһәненсе йылдар башында Вьетнам Республикаһындағы бер пагодала, әллә ҡайҙа юғарыла торған ҡыңғырауға «Мы из Архангельска» тип яҙылғанды күреп, ҡаушап ҡалдым. Пагода, мәсет һәм сиркәү кеүек үк, изге урын. Вьетнамдар – ҡунаҡсыл һәм итәғәтле халыҡ. Шунда ниндәйҙер эҙ ҡалдырыу – дорфалыҡ ҡына түгел, әхлаҡи һуҡырлыҡ тип тә ҡабул ителергә тейеш. Берәүҙәр, шулай итеп, исемен «мәңгеләштерә». Эстрада артистары хөрмәтенә Мәскәүҙә, исемен яҙып, урам ташы йәйәләр икән. Быныһы аяҡ аҫтында ятыусы хәтер булалыр инде. Өфөлә тыуған рус яҙыусыһы Сергей Довлатов, бәлки, ошо хәлде күҙ уңында тотоп: «Беҙҙең хәтер – ҡойма менән бер... Һәр кем тиерлек яман һүҙ яҙып ҡалдырырға тырыша», – тигән.
Тыуған төйәгем Әбйәлил райо­нында оло мөғәллим Әҡсән олатай Илһамов бик оҙаҡ ғүмер кисереп вафат булды. Ун балаға ғүмер генә түгел, Фатима өләсәй менән бергәләшеп уларға белем һәм ысын тәрбиә лә бирҙе. Ә инде уның шәкерттәре – Әбйәлилдең һәр ауылында. Ошо кеше, милләттәштәренә ғилем һәм мәғрифәт өләшеүҙән тыш, тырышлыҡ, эшенә мөкиббән бирелгәнлек өлгөһө лә ҡалдырҙы. Уның мәғрифәтселек йылдары илдең ауыр осорҙарына тура килгәнгәлер, Әҡсән олатайҙың тыуған ауылы Ярлыҡапта ла электр уты бик оҙаҡ булмай торҙо. ҡарт уҡытыусыны был хәл борсоғандыр инде, үлем түшәгендә ятҡанда ла, хәләле Фатима өләсәйҙән: «Ярлыҡапҡа яҡтылыҡ үттеме икән?» – тип һораған тинеләр. Хәл өҫтөндә лә бүтәндәр тураһында уйлай алыу өсөн ҙур йөрәк кәрәк.
Халыҡ көтөүҙәге һарыҡ түгел. Әйтеп бармаһа ла, һәр кемдең эсендә генә йөрөткән хыял-өмөтө була. Сабыр кешенең хәсрәт-хәстәрҙәре лә, йөрәгендә ҡайнаһа ла, ташып-түгелеп бармай. Сөнки ул үҙ янындағыларҙы көйһөҙләндереүҙән, күңел яраһы һалыуҙан тартына.
Ә теге яҙыуҙар... «Янғантау» шифаханаһында бейек ярҙан Йүрүҙәнгә алып төшкән ғәйәт оҙон баҫҡыс бар. Баҫҡан кешеләр­ҙең байтағы, кемдәр, ҡайҙан икәнлектәрен белдереп, яҙыу ҡалдырған. Был яҙыуҙарҙа, бәлки, хилафлыҡ ҙур түгелдер. Әммә хәтер­ҙең аяҡ аҫтында тапалып ятыуы ғына ситендерә. Килеп-киткән урыныңа хөрмәтте бүтәнсәрәк белдереү әмәле юҡмы икән ни? Берәү, мәҫәлән, ағас ултыртһын, икенселәр китапханаға китап ҡалдырһын, өсөнсөләр, «Красноусол» шифаханаһындағы һымаҡ, рәхмәт һүҙе яҙһын...
«Мы из Архангельска» йәки «Здесь был Вася» кеүек «иҫтәлек»тәрҙән таш йөҙөнә сыйыл­ған эҙ генә ҡала. Бүтәнсә бер ни юҡ. Боронғо замандарҙа инглиз руханийы Чарльз Спруджон атлы кеше: «Исемдәрегеҙҙе мәрмәргә түгел, ә йөрәктәргә уйып яҙығыҙ», – тип әйтеп ҡалдырған. Һәр көнөбөҙ, эшләгән эштәребеҙ, йәшәлгән ғүмеребеҙ менән ошо васыятҡа тоғро булһаҡ икән! Исемдәребеҙ ҡайҙа ҡала? Халыҡ йөрәгендәме, әллә юл ситендәге таштамы?

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға