«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көҙ етеүе һиҙелә



20.08.2011 Көҙ етеүе һиҙелә

Быйыл көҙгө уңыштың, тәбиғәт шарттарының яҡшы булыуы хаҡында һәр кем хәбәрҙар. Былтыр беҙҙе ҡайғыртҡаны хаҡы бик ныҡ артҡан картуф менән ҡарабойҙай булғайны. Хәҙер картуфтың эреһен, сифатлыһын баҙар­ҙан 15 һумға ла табып була. Ә ҡарабойҙай үҙенең юғары позицияһын ҡаты тота – уның хаҡы бер ҙә түбәнәймәй. Август бөтөп, көҙ башлан­ғанын көтәбеҙ инде. Моғайын, был ярманың да хаҡы, ҡиммәтләнгәнгә тиклемге кеүек үк булмаһа ла, саҡ ҡына төшөр.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 18 авгусҡа баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелгән.

Хаҡтар – һумда
Баклажан 30 – 40
ҡыяр 10 – 25
Помидор 20 – 40
Картуф 10 – 30
Таш ҡабаҡ 10 – 25
Кәбеҫтә 10 – 20
ҡыҙыл сөгөлдөр 25 – 27
Кишер 20 – 35
Татлы борос 30 – 40
ҡарбуз 8 – 12
ҡауын 25 – 35
Виноград 50 – 60
Абрикос 50 – 70
ҡарабойҙай ярмаһы 90 – 92
Дөгө ярмаһы 35 – 42
0,5 литр бейә ҡымыҙы 60
0,5 литр кәзә ҡымыҙы 60
Кәзә һөтөнән эремсек 400 – 450
Ауыл майы 250
Ауыл эремсеге 120 – 140
Һыйыр ите 220 – 320
Һарыҡ ите 260 – 320
Тауыҡ ите 85 – 110
10 дана йомортҡа 32 – 60







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға