«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты ҡарала



16.08.2011 Тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты ҡарала

Тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты ҡарала
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе чиновниктары «Халыҡ сәләмәтлеген тәмәке тартыу эҙем­тәләренән һаҡлау тура­һында»ғы закон проектын тәҡдим итә. Эксперттар уны, Рәсәй тарихындағы тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты, тип атаны.
Беренсенән, тәмәке көйрәтеүселәрҙе иң ҡыйын көндәр көтә. Сөнки тәмәке тартыу рөхсәт ителгән урындар кәмей бара. Мәҫәлән, 2014 йылдан поездарҙа, алыҫ араға йөрөүсе караптарҙа тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыласаҡ. Бынан тыш, вокзал һәм аэропорт биләмәһендә һауаны ыҫлау рөхсәт ителмәйәсәк. 2015 йылдан ҡунаҡханаларҙа, кафеларҙа, төнгө клубтарҙа, шулай уҡ йорт подъездарында тәмәке көйрәтеү бер ҙә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй.
Икенсенән, тәмәке етештереүсе эшҡыуарҙар өсөн дә сикләүҙәр ҡарала. Уларға тәмәкене рекламалау ғына түгел, ә төрлө сараларға бағыусылыҡ күрһәтеү мөмкин булмаясаҡ. Был өлкәлә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа урын ҡалмаясаҡ: 2013 йылдан тәмәке һатыусы бәләкәй кибеттәр ябыласаҡ – тәмәке ҙур сауҙа нөктәләрендә генә һатыласаҡ. Хатта унда ла был тауар төрөн төпкәрәк йәшерергә тәҡдим ителәсәк. Тәмә­кеселәр үҙ тауарын каталог буйынса ғына һайлап аласаҡ.
Өсөнсөнән, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәкегә хаҡты буй етмәҫлек итеп күтәрергә тәҡдим итә. Быға тиклем, тәмәке акцизы йыл һайын 40 процентҡа арта барасаҡ, тип хәбәр иткән булһалар, хәҙер бер ҡап тәмәкенең хаҡы быға тиклем күрелмәгәнсә ҡиммәтләнәсәк. Хәйер, был йәһәттән бәхәстәр ҙә ҡубып тора. Йәнәһе, акциздарҙың ҡиммәтләнеүе бюджет килемен кәметәсәк һәм шул уҡ ваҡытта легаль булмаған продукцияның артыуына килтерәсәк.
Был закон проекты буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаттары үҙ һүҙен йыл аҙағына тиклем әйтергә тейеш.
«Өлкән йәштәге халыҡ араһында тәмәке ҡулланыу тураһындағы глобаль һо­рау­ҙарға яуап алыу» мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә ир-егеттәрҙең – 60, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 22 проценты тәмәке һура. Йәғни 44 миллион тирәһе кеше һауаны ыҫлай. Статистика буйынса, бер кеше көнөнә 17 тәмәке ҡуллана. Һөҙөмтәлә тәмәке тартыу арҡаһында Рәсәйҙә йылына 400 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға