«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!



16.08.2011 Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!

Ғүмер юлында әҙәм балаһына ниҙәр генә кисерергә тура килмәй?! Шатлығын да, бәхетле мәлдәрҙе лә, ҡайғы, хыянат, алдашыу һәм алда­ныу­ҙы ла... Улар алдында баҙап ҡалмау мөһим. “Тормош – ҡора белһәң генә тормош ул”, – ти мәҡәләмдең геройы Дилә Сыңғыҙова.
ҡаланың 3-сө мәктәбендә географиянан белем биргән Дилә Ғәфүр ҡыҙы үҙ алдына яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы сабыр үткәрергә көс таба.
“Ике улым да, мәктәпте тамамлап, белем алырға Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларына сығып китте. Ҙур йортта бер үҙем тороп ҡалдым. Яңғыҙлыҡ тик Тәңрегә генә килешә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән, мин уны бик ауыр кисерҙем. Бер ваҡыт Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылында ҡунаҡта булырға тура килде. Шунда тәрбиәгә бала алыу тураһында һүҙ сыҡты. Минең һәр ваҡыт ҡыҙ хаҡында хыял­лан­ғанымды ишетеп, Иҫәнғолда балалар приюты барлығын әйттеләр. Шул уҡ көндө беҙ шунда юлландыҡ. Ихатаға килеп инһәк, бер ҡыҙ ҡара быяла аша ҡояш тотолғанын күҙәтә ине. Ул күҙемә ҡараны ла: “Әсәй, һин мине алырға килдеңме?” – тине. Шул мәлдә эсемдә ниҙер өҙөлөп киткән кеүек булды, күҙ йәштәремде тыя алмай, үкһеп ебәрҙем. “Эйе, балам, һинең артыңдан килдем”, – тинем. Асыҡланыуынса, уның тағы ла бер туған апаһы һәм ағаһы бар икән. Балаларҙы бер-береһенән айырыу килешмәҫ, тип бер юлы өс баланы – Таңһылыу, Азамат, Айһылыуҙы – каникулға Баймаҡҡа алып ҡайттым. Документтарҙы әҙерләп бөткәс, улар бөтөнләйгә миңә күсте”.
Шулай итеп, 2008 йылдың октябрендә Дилә Ғәфүр ҡыҙы тағы өс балаға әсә була. Улдары Ринат һәм Тимур уның был теләген хуплай, һеңлеләрен, ҡустыһын яҡын ҡабул итә. Улар ҙа ағаларына оло хөрмәт менән ҡарай.
“Балалар араһындағы татыулыҡҡа ҡыуанам. Ринат менән Тимур ҡайтабыҙ тип шылтыратһа, балалар уларҙы көтә башлай. Бергә йыйылһаҡ – үҙе байрам”, – ти ихлас шатланып Дилә Ғәфүр ҡыҙы. Алсаҡ балалар уй-хыялдары менән уртаҡлашты. 5-се синыфта уҡыған Азамат киләсәктә үҙен данлыҡлы футболсы итеп күрә. Беренсегә барған Айһылыу, ҙур үҫкәс, табип-массажсы булып, кешеләргә һаулыҡ өләшеү хаҡында хыяллана. 7-се синыф уҡыусыһы Таңһылыу ҙа ғүмерен медицинаға бағышларға йыйына.
Ата-әсәләренең эскелеккә бирелеүе арҡаһында уларға яҙмыштың әсеһен байтаҡ татырға тура килә. “Балаларға, атай-әсәйегеҙ хаҡында насар уйламағыҙ, тип өйрәтәм. Ул кешеләргә ошондай сабыйҙар өсөн рәхмәтлемен. Ни хәл итәһең, тормоштары шулай үкенесле юлға ҡайырылған бит, – ти Дилә Ғәфүр ҡыҙы. – Тәрбиәгә балалар алғас, яҡындарым, таныштарым төрлөсә ҡабул итте. Ә бына хеҙмәттәштәрем мине хупланы. “Һеҙ балаларҙы ташламағанһығыҙ, ә яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙарҙы алғанһығыҙ. Шуға күрә башығыҙҙы юғары тотоғоҙ”, – тинеләр. Балалар ҡайһы саҡ, әсәй, беҙ һине күптән белгән кеүекбеҙ, ти. Үҙемә лә был тойғо таныш. Элегерәк һәр ваҡыт ситтән генә мине ниндәйҙер ҡыҙ күҙәтеп торған һымаҡ ине”.
Әңгәмәләшеп ултырған саҡта балалар концерт ойоштороп ебәрҙе: Азамат – ҡурай­ҙа, ҡыҙҙар флейтала уйнаны. Айһылыу менән Таңһылыу ҡул эштәренә маһир икән. Йортто ырғаҡ менән сигелгән селтәр, яҫтыҡтар биҙәй. “Улар менән “мәж” килеп, арыу, ҡартайыу тигәнде оноттом, улар миңә йәшәү көсө бирә. Балаларға ғаилә йылыһы, әсә һөйөүе бүләк итә алыуыма ҡыуанам. Бына шулай берҙәм ғүмер итәбеҙ. ҡайтып инер йортоң, ҡыҫып һөйөр балаларың, дәртләнеп барыр эшең булһын ул. Мин үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем”, – тине Дилә апай.
Балалар “әсәй” тип өҙөлөп тора, әле береһе, әле икенсеһе, ғәзиз кешеһенә иркәләнеп, наҙлы һүҙҙәрен әйтеп китә. Уларҙың бәләкәс кенә йөрәгендә ошо көслө рухлы ҡатын-ҡыҙға оло мөхәббәт хистәре яралған. Эйе, тапҡан түгел, баҡҡан кеше бөйөк Әсә исеменә лайыҡ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға