16.08.2011 Көмөш туйға ике көмөш миҙал!
Үҙ-ара татыу, бар эште лә килешеп, кәңәшләшеп башҡарған, егәрле, аҡыллы, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән, дуҫ-туғандарҙың ҡәҙерен белеп, һәр береһен үҙ иткән Юламановтарҙың ғаиләһенә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ
Башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаиләләр рәтендә Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Юламановтар ғаиләһе лә бар. Егерме ете йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгән Венера Фәрит ҡыҙы менән Әмир Камил улы йылдан-йыл никахтарын затлыраҡ итеп (үҙҙәренә әле генә ситса, унан һуң гәлсәр, көмөш туйҙары үткән һымаҡ тойолһа ла, ынйы туйҙары ла килеп етеп бара бит!) ғүмер юлынан ышаныслы атлай. Танышҡан көндәрен бөгөнгөләй хәтерләп, мөләйем апайҙың йөҙө яҡтыра, сабырлығы менән ихтирам уятҡан ағай мыйыҡ аҫтынан көлөмһөрәп ҡуя: «Булды бит йәш саҡтар!».
...Фәрхиямал менән Камил Юламановтарҙың төпсөк балалары Әмир Чехословакияла хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер кис клубҡа тансыға бара. Ауылда йәштәр күп, көс-дәрттәре ташып тора, йыр-бейеүҙән мәҙәниәт усағы таңғаса тиерлек гөрләй. Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар бихисап булһа ла, Әмирҙең йөрәген тәү ҡараштан уҡ Венера исемле унынсы синыф уҡыусыһы өтөп ала. Ныҡ ҡаушаһа ла, ғашиҡ егет бар батырлығын йыйып, шаян, көләс һылыуҡайға һүҙ ҡуша, тансынан һуң өйөнә ҡәҙәр оҙата.
– Шунан китте оҙатышыуҙар, – тип йылмая Венера апай, – әле генә тансынан сыҡҡан кеүек булаһың, һөйләшеп килә торғас, сәғәткә ҡараһаң, инде күптән ҡайтырға ваҡыт. Ә һөйләшеп һаман һүҙ бөтмәй. Һуңғаса йөрөп, таңда ғына ҡайтҡанға атай асыулана, тик күңелдә һөйөү бөрөләнгәндә ул нимә эшләй алһын?! Ярай, башҡаса улай итмәм, иртәрәк ҡайтырмын, тип анттар иткән булам шулай ҙа, ләкин Әмирҙе күреү менән ул вәғәҙәләр онотола, баштан оса. Таң атҡанда шым ғына өйгә инәм дә, иҙән таҡталарын шығырлатып, атай-әсәйҙе уятып ҡуймаҫ өсөн һыуытҡыс дығырлаған мәлдә генә аяҡ осона баҫып, Диниә һеңлем янына йылы юрған аҫтына инеп сумам. Тиҙерәк йылыныр өсөн өшөгән аяҡтарымды уға терәһәм, ул, йәне көйөп, ал аяғыңды, атыу ҡысҡырып әсәйҙе уятам, ти. Мин уға асыуланмайым, бәхетемдән ауыҙым йырыҡ.
Бәхетенән ҡанатланып, атлап түгел, осоп йөрөгән Әмир ҙә ҡыҙҙан айырылып ситкә китә алмай, армияға тиклем эшләгән урман сәнәғәте хужалығына ҡабат шофер булып эшкә инә. Ә Венера Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-инглиз теле факультетына уңышлы имтихандар тапшырып, студент тормошона башкөлләй сума. Шулай ҙа йәштәр һөйөү усағына һүнергә форсат бирмәй. Өфө менән Темәсте хаттар тоташтыра, Әмир рейстарҙы гел баш ҡалаға һорай, Венера ла ауылға йыш ҡайта.
– Электән мин тыуған йортҡа ныҡ бәйлемен, – тип аңлата хужабикә. – Һәр саҡ өйгә ҡайтҡым килеп тик тора. Хатта лагерҙа ла бер тапҡыр аҙағынаса булғаным юҡ ине. Һигеҙенсе синыфтан һуң Учалы сәнғәт училищеһына флейта класына уҡырға ингәйнем, өйҙө һағынырмын, тип уйлап, көҙөн унда барманым да ҡуйҙым.
– Әле бына тын кистәрҙә флейта тыңлап ултырыр инем, – тип көлә Әмир ағай, ҡатынына йылы ҡараш ташлап. – Ә уҡытыусы булғас, кис еттеме, Венераның дәфтәр тикшереү, план яҙыу башлана. Сәнғәт училищеһына бармай әрәм булған…
Йәштәр шул йылдарҙа өйләнешә һәм, Венера Фәрит ҡыҙы педагогия институтын тамамлағас, Әмир ағайҙың туғандары йәшәгән Яр Саллы ҡалаһына йәшәргә юлланалар. Ун йыл ғүмерҙәре шунда үтә. Аҙаҡ Темәскә әйләнеп ҡайталар. Башланғыс синыфтарҙан яҡшы уҡыған өлкән ҡыҙҙары Линера ауыл мәктәбен көмөш миҙалға тамамлап, бар туғандарын шатландыра. Ун беренсе синыфта уҡығанда инглиз теле буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, еңеү яулаған ҡыҙҙы БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетына имтиханһыҙ уҡырға алалар. Шәп, аҡыллы ҡыҙ социология факультетына ла документтар тапшыра, август аҙағынаса ҡайһыһын һайларға белмәй аптырай. Һуңынан телдәргә һөйөү үҙенекен итә, ул роман-герман филологияһы факультетын һайлай, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Дүртенсе курстан уҡ теорияны практикала нығытҡан талантлы йәш белгес әлеге ваҡытта Мәскәүҙә уңышлы эшләп йөрөй, яңыраҡ атаһы хеҙмәт иткән Чехияла стажировка үтә. Әйткәндәй, үҙенең бөтә уңыштары өсөн атаһы менән әсәһенә рәхмәтле Линера яҡындарына көмөш туйҙары айҡанлы былтыр Төркиәгә путевка бүләк иткән. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс булды, тип һөйөнә ата-әсә.
Үҙ теләге менән Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға барған икенсе ҡыҙҙары Лениза ла, уҡыу йортон көмөш миҙалға тамамлап, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә Рәсәй нефть һәм газ университетында белем ала. Быйыл өсөнсө синыфҡа барырға әҙерләнгән Ғәзим дә тырыш апайҙарынан ҡалышырға уйламай: уҡыуҙа ла һынатмай, бейей, йырлай, спорт ярыштарынан ситтә ҡалмай. Ата-әсәһенең тәүге ярҙамсыһы ла ул.
Үҙ-ара татыу, бар эште лә килешеп, кәңәшләшеп башҡарған, егәрле, аҡыллы, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән, дуҫ-туғандарҙың ҡәҙерен белеп, һәр береһен үҙ иткән Юламановтарҙың ғаиләһенә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Ярҙамсыл, эш һөйөүсән, кешелекле булыуҙары менән дә ихтирам ҡаҙанған улар (ҡан донорҙары кәрәк булғанда, Венера апай, минең төркөм тура килмәйме, тип шунда уҡ телефондан шылтырата һала). Тап Юламановтар кеүек тормошҡа ғашиҡ булып, ихлас донъя көткән ғаиләләр һәр заманда ил тотҡаһы булып ҡала. Венера апай менән Әмир ағай кеүек кешеләр бар саҡта киләсәк тә өмөтлөрәк күренә. Төрлө әҙәмдәр бар бит арабыҙҙа: ҡайһы берәүҙәр низағ, ғәйбәт уртаһында ҡайнарға яратһа, икенселәр битарафлыҡ һаҙлығынан сыға алмай, бар нәмәнән ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Ә Юламановтар янында гел ихласлыҡ, ғәҙеллек, киң күңеллелек хакимлыҡ итә һәм аҡлы-ҡаралы һыҙатлы тормошобоҙ күпкә яҡтыраҡ та, яҡшыраҡ та тойола.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.