«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Азна аптыратҡыстары



06.08.2011 Азна аптыратҡыстары

Министрҙың “асышы”
Азна аптыратҡыстары
Илдең эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев шундай асыш яһаған: баҡһаң, беҙҙә 7,5 мең экстремистик сайт бар икән дәһә!
Бә-әй, тип аптырар күптәр, шул сама сайт нисек быға тиклем ел-ямғыр теймәй эшләп ята ул?! Бәғзеләр, әйтмәгән һүҙе, эшләмәгән эше өсөн дә экстремист тип нарыҡланып, күпме эҙәрлекләүгә дусар булһа, берәүҙәр рәхәтләнеп интернет аша «ҡара эш»ен башҡара. Һәм улар меңәрләгән! Дә-ә, йәмәғәт, полицияға эш күп. Милиция йылдар буйы иҫәпкә лә алмағанды тәртипкә килтерергә кәрәк бит.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә бер тиҫтә самаһы тарбаҡланып өлгөргән эре дини секта тамыр йәйгән, имеш. Алда тағы ниндәй «асыштар» хаҡында ишетәһебеҙ бар икән?

Аслан, Ваха, турист ҡыҙҙарҙы семтемәгеҙ!
Йәмле йәй күптәргә сәйәхәттәр менән ҡиммәтле. Быйыл ял итергә ҡайҙа барыр­ға, тип башын ҡатырыу­сылар ҙа арта. Беҙҙең Рәсәй түрәләренең маҡсаты – төбәгебеҙҙе туризм йәһәтенән танытыу.
Ана, Премьер-министр Владимир Путин Төньяҡ Кавказдағы йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән осраш­ҡан саҡта ла ошо турала һөйләне. «Иң мөһиме, ҡунаҡ ҡаршылаусы хеҙмәт күрһәтеүселәр мәҙәни яҡтан үҫешкән булһын, – тине ул. – Мин, бәлки, дөрөҫөрәк тә әйтмәм, әммә турист ҡыҙҙар килһә, ә урындағы персонал уларҙың «йомшаҡ урын»ын семтеһә, был кемгә оҡшар? ҡабат бында килергә теләүселәр ҙә булмаҫ».
Тау егеттәре, һеҙгә өндәшәбеҙ, турист ҡыҙҙарға бындай мөнәсәбәтегеҙҙе ташлағыҙ!

Хет теләһә ҡайҙа һат!
Беҙҙең закон сығарыусылар, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында күп һөйләй торғас, бының тап кире эҙемтәһенә килеп юлыҡты.
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары һыраны ҡаты алкоголгә индергәйне генә, һыра һатыу урындарын сикләгән «Һыра әйләнеше тураһында»ғы закон 2011 йылдың 22 июлендә үҙ көсөнән сыҡты. Ә яңыһы, тағы ла ҡәтғиерәге, бары тик 2012 йылдың 1 июлендә генә ғәмәлгә инәсәк. Шулай итеп, сикләүҙәр бер йылға туҡтатылды. Һыра һатыусыларға кинәнес инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға