«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алға! Учалынан- Манжурияға!



11.09.2010 Алға! Учалынан- Манжурияға!

Алға! Учалынан- Манжурияға!«Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән мәҡәлде яратып еткермәйем. Сөнки, йөрөй торғас, ул «ҡырҡ ҡат уйла, бер ҡат киҫ»кә әйләнә. Ә «поездар» һинең аныҡ ҡына бер фекергә килә алмай, ҡырҡ тапҡыр уйлап-киҫеүеңде көтөп торамы ни?! Әлбиттә, юҡ. Иң түҙемлеһе, яйы, һуңлағаны ла китеп бөтә. Шуға ла «тарзанка»нан да, парашюттан да һикереүҙән, бейек ҡаяларға, үрҙәргә үрмәләүҙән, тулы ҡанлы йылғаларҙы «ауыҙлыҡлау»ҙан һәм башҡа төрлө экстремаль ғына түгел, тормоштоң башҡа ябай ғына ҡыҙыҡ-рәхәттәренән йыш ҡына ситтә ятып ҡалам. Нимәгәлер тотонор алдынан уйлап-үлсәп ҡаңғырып бөткәс, үҙемдең был тормошта ни бары күҙәтеүсе генә икәнемде аңлайым. Ана шул мәҡәлде арттырып үтәүем арҡаһында ҡытайҙы барып күреү теләге лә әллә нисә йыл дауамында хыял-уфтаныу кимәлендә генә ҡала бирҙе. Анау ҡәҙәре алыҫҡа, ил сигенә, йөрьәт итеп, сығып китергә батырсылыҡты ҡайҙан табаһың?! ҡытайға барып еткәнсе ярты илде үтеү талап ителә, ә был «Криминаль Рәсәй» тапшырыуын ҡарағандан һуң бигерәк ҡурҡыныс идеяға әүерелә. Әммә нисектер шулай ыңғай килеп сығып, бер көн Силәбе яғына машинала елдерә инек. Алда – тотош билдәһеҙлек пәрҙәһе менән ҡапланған алты мең саҡырым ара, янсыҡта – алтмыш мең һум аҡса, багажникта – ун биш литр минераль һыу, ике көнгә етерлек аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ә йөрәктә – ашҡыныу.
Әҙерлек осоро
Алға! Учалынан- Манжурияға!
Юлға сығыр алдынан машинаның мотор майын, тормоз шыйыҡлығын һәм колодкаларын, фильтрҙарҙы, шәмдәрҙе, ҡайыштарҙы, тәгәрмәстәрҙе алмаштырҙыҡ. Бөтә фарҙар­ҙы (айырыуса томанға ҡаршы), сигналдарҙы, көҙгөләрҙе, амортизаторҙарҙы, пружиналарҙы, рычагтарҙы, йәғни автоны тулыһынса белгестәрҙән тикшерттек.
Юҡ ҡына ерҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән проблемалар тыумаһын өсөн аптечканы ла яңырттыҡ. Домкрат, компрессор (насос), ут һүндергес, запас тәгәрмәс, шәхси гигиена, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, палатка, тағы ла ҡырҡмаһа-ҡырҡ әйбер ҙур багажникты тултырҙы. Автосәйәхәткә йыш йөрөйбөҙ, ләкин шундай алыҫ юлға беренсе тапҡыр йыйындыҡ һәм бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштыҡ – кәрәкле әйберҙәр теҙмәһен алдан яҙғайныҡ.

ЮХХДИ...

Юлға сығыр алдынан барыһы ла бер һүҙҙән юлбаҫарҙар, «мәңге туймаҫ «гаишник»тар менән ҡурҡытһа ла, шөкөр, алты көн эсендә бер йүнһеҙ әҙәм осраманы. Тегендә-бында юлды иҫәпләгәндә (ун ике мең км) юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ни бары дүрт тапҡыр документтарҙы тикшерҙе. Беренсе тапҡыр «гаишник»тарға сәйәхәттең икенсе көнөндә, Кемерово өлкәһендәге Мариинск ҡалаһы янында мин эләктем. Ауыҙ асып, тирә-яҡҡа ғәжәпләнеп ҡарап китеп барғанда яңылыш тиҙлекте арттырып ебәргәнмен. Күпкә лә түгел, сәғәтенә ни бары биш саҡрымға, ә радар шуны күреп тә ҡалған. Жезл ситкә туҡтарға әйҙәгәс, шып туҡтаным. Осто былай булғас сувенирҙарға тигән аҡсаң, тип күңелһеҙ генә шаяртып, документтарҙы алдым да, башты баҫып, бар ҡиәфәтем менән күндәмлекте күрһәтеп, телемде оҙонайтмаҫҡа, бәхәсләшмәҫкә үҙемде өгөтләй-өгөтләй, йыландан арбалған ҡуян ишеләй, киттем машиналарына. Руль артында ултыр­ған уртаса йәштәрҙәге тулы ғына милиционер шелтәле ҡараш менән ҡаршыланы:
– Тиҙлекте арттыраһығыҙ бит... яҡшы түгел, яҡшы түгел, – күҙен документҡа йүгертте, – ҡаһарманова ханым...
– Эйе, – тип, шундуҡ уның менән ризалашып, тиҙ генә башты ҡаҡтым. – Ғәйеп миндә. Шундай оят... Нисек юл ҡағиҙәһен боҙғанмындыр?!. Уй, оя-я-ят...
– Штраф түләргә тура килер.
– Юл ҡағиҙәһен боҙғас, түләйем инде, ни хәл итәһең. Иғтибарлы булырға тейешмен, яңғыҙым ғына түгелмен бит трассала. Яҙығыҙ протоколды, ағай! – Уға уйларға ла ирек бирмәй, беләҙектәремде наҙлы сылтыратып, ҡулдарымды тубығымда ҡаушырам, сәсемде йүнәтәм, аҫтан өҫкә мөлдөрәп ҡарайым.
Протокол тултырырға күтәрелгән ҡулы шул саҡта кире төштө, яңынан минең документтарҙы өйрәнә башланы:
– ҡайҙан, ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
– Беҙ автосәйәхәтселәр, Башҡортостандан ғаиләбеҙ менән Манжурияға юлланғайныҡ...
– Оҙон юлға сыҡҡанһығыҙ бит, – ҡыҙыҡһыныу ноткалары хасил булған тауышы йомшарҙы.
– Шула-а-ай, – тип, беләҙектәрем сыңы аҫтында мөшкөл генә ауыр һулайым, – алда тағы ла дүрт мең саҡрым ер үтәһе бар.
– Ну, һеҙ авантюристар! – «Гаишник» һыҙғырып ҡуйҙы. – Бер генә машинала китеп барыуығыҙмы? Әллә иптәштәрегеҙ бармы?
– Юҡ, үҙебеҙ генә, үҙем дә аптырайым, нисек кенә сығып киттек икән, тип, – уның тауышы йомшарған һайын минеке нығый. – ҡурҡыныс, әлбиттә, ләкин беҙ һеҙгә, юл һаҡсыларына, ышанабыҙ, бер-бер хәл була ҡалды ниһә (Алла һаҡлаһын, әлбиттә!), моғайын, яңғыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫһығыҙ!
– Хм... Донъя күреп ҡайтаһығыҙ инде, тимәк... Ә һеҙ Себер лагер­ҙары ҡорбандарына арналған мемориалыбыҙҙы күрмәгәнһегеҙҙер әле?
– Юҡсы! Ә ҡайҙа ул? Юлды өйрәтерһегеҙме?
– Ә уның нимәһен өйрәтеп торорға, – милиционер теремекләнеп китте, – ана, юл аша ғына. Мотлаҡ кереп, ҡарап сығығыҙ...
– Һы, бына һиңә автосәйәхәтселәр, – ул документтарҙы кире һонғанда, беләҙектәремде зыңлатып, усымды һелкетеп ҡыҫты, – имен юлда йөрөп ҡайтығыҙ, трассала уяулыҡты юғалтмағыҙ!
Алға! Учалынан- Манжурияға!Көтөлмәгән бәхеттән уны суп-суп итеп битенән үберҙәй булып, осоп сыҡтым машиналарынан:
– Үәт, рәхмәт! ҡалай шәп кеше булып сыҡтығыҙ әле!
Новосибирскиҙа, Калачинскиҙа һәм тағы ла ҡайҙалыр туҡтатҡан милиционерҙар ҙа, бик итәғәтле генә документтарҙы тикшереп, хәйерле юл теләп ҡалды.
ҡайтҡанда, Силәбе өлкәһенә аяҡ баҫҡас, водителдәрҙең ҡурҡытыуҙары буш хәбәр булып сыҡты, тип ҡыуандыҡ: үҙең юл ҡағиҙәләрен боҙмаһаң, бөтә билдәләрҙе лә теүәл үтәһәң, һиндә бер кемдең дә эше юҡ. Тик юлда һөйләшкән «дальнобойщик»тарҙың барыһы ла тиерлек: «Иң яуыздары һеҙҙә!» – тип, Башҡортостан «гаишник»тарына дәғүә белдергәндәре һаман ҡолаҡта сыңлағандай. Үҙебеҙҙекеләрҙе яҡлашҡайныҡ та, тик шоферҙар хаҡлы, ахыры, сөнки бер-ике көн эсендә генә Шишмә, Өфө, Архангел, Учалы райондарында юл һаҡсылары алты тапҡыр документ тикшерҙе һәм әллә күпме штраф тейәп ҡайтарҙы. Погонлы егеттәрҙең үҙ бурыстарына артыҡ яуаплы ҡарап, атлығып тырышлыҡ күрһәтеүе юл-транспорт ваҡиғалары һанының кәмеүенә килтерәме икән? Әллә дәүләт ҡаҙнаһы ғына (шәхси кеҫәләр?) ҡалынаямы икән?

Юл билдәләре

Әйткәндәй, юл билдәләре тураһында. Уларҙың Хоҙай ҡушмаған ерҙә лә тороуы ихтимал. Мәҫәлән, ике-өс урында тиҙлекте кәметергә ҡушҡан «70», «50», «30» билдәләре тора. Һин уларҙы ихтирам итеп, яйлайһың, ә трасса тип-тигеҙ, ялтырап ята. Аптырап, баш сайҡайһың да, киләһе осраған шундай уҡ билдәләрҙе инде инҡар итеп, туҡһан менән килгән ваҡытта ғына машинаның төбө шағыр-шоғор һыҙырылып (үтмәҫ бысаҡ менән йәнеңде ҡыралармы ни шул мәлдә!), даңҡ-доңҡ итеп һуғыла! Ғөмүмән, һәр юл билдәһе кемдеңдер ҡаны менән нығытылған, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Дөйөм алғанда, М – 5, М – 51, М – 53, М – 55 федераль трассалары насар түгел. Тик ҡаҙағстан таможняһы менән бәйләнеп тормаҫ өсөн Ишем яғына боролғас та, Е – 30 трассаһының бомбаға тотолғандай соҡор-саҡырлы участкаларына барып сығаһың. Улар хәлде лә, ваҡытты ла, бензинды ла ашай ғына. Шул боролоштағы Макушинола заправкаға туҡтағас, Ишем яғына ымлап, урындағы водителдәрҙән һораған булдым:
– Беҙ үҙебеҙҙең машинала был яҡтан үтә алырбыҙмы икән?
– Ә һеҙҙең машинаға ни булған? – тип ҡаштарын һикерттеләр.
– Тәпәш бит, асфальтта ғына йөрөргә ҡулайлы, ә был яҡтың юлдары алама тиҙәр.
– Ә унда тик ошондай «японка»лар ғына йөрөй ҙә...
Ысынлап та, юл насар тип тормай, трассала техника мыжғып тора, күпселеге – сит ил маркалары. Айырата әйткәндә, уң рулле автомобилдәр. Хөкүмәт ундай машиналарға ҡарата берәй төрлө сикләү сығара ҡалһа, бөтә Себер, Алыҫ Көнсығыш водителдәре ҡалҡырмы икән?

Алаһы ла, ҡолаһы ла бар

Юлда кемдәр генә осраманы: Германиянан ил гиҙергә сыҡҡан велотуристар, Питерҙың байкерҙары, йәйәүле сәйәхәтселәр... Шулай уҡ сәйер әҙәмдәр: бер турист үҙенән өс тапҡыр ҙурыраҡ ағас тәрене йөкмәп китеп бара ине; юл ситендә ҡап-ҡара ялбыр-йолбор кейемле, оҙон ҡара сәсле сихырсыға оҡшаған ҡурҡыныс ҡатын тороп ҡалды; фырт костюмда, эшләпәлә эре-эре аҙымдар менән юлды үлсәгән ялан аяҡ азамат... Ә Иркутск янында беҙҙе ҡупшы ғына кейенгән ирекәй ҡулдарын болғай-болғай туҡтатты һәм:
– Изге кешеләр, ярҙам итегеҙ, зинһар! – тип ике ҡуллап асыҡ тәҙрәгә йәбеште, телен вата-емерә бытылдарға кереште. – Заправкаға тиклем алыҫмы икән? Беҙҙең яғыулыҡ бөттө тиерлек, етмәһә, һумдарыбыҙ ҙа юҡ, алмаштырмаҫһығыҙмы валютаны? Күберәк бирергә ризабыҙ, тик алмаштырығыҙ ғына! Беҙ Румыниянан килдек бында, ярҙам итегеҙ!
Күҙҙәренә йәш сығарып илаулаған ирекәй шикле тойолдо, шулай ҙа маршрут дәфтәрен сығарып, АЗС-ҡа саҡрымдарҙы иҫәпләнем:
– Ете саҡрымдан Ангарск була, унда заправка ла, банк та бар. Ә беҙҙең валютаны алмаштырырлыҡ аҡсабыҙ юҡ шул.
Иремә ымлайым, йәнәһе лә, ҡуҙғалдыҡ, ләкин ул, изге йән, һаман тегене тыңлай, аҡсаны ла сығара башламаҫ тимә! Теге ирекәй ҙә, минең менән борсаҡ бешмәҫте, ә иремдең йомшаҡ күңелле икәнлеген тойомлап, инде тубыҡланып тиерлек ҡулындағы балдағын сисә башланы:
– Дуҫ, ҡотҡар! Бына мин һиңә үҙемдең алтын балдаҡты ни бары ике меңгә генә һатам! Бушлай тиерлек бирәм, ал!
Зерә ул ошо һүҙҙәрҙе әйтте, сөнки былай ҙа шикле тойолған әҙәмдең кемлеген шунда уҡ аңланым – сиғандар! Улар ошо рәүешле юлда асыҡ ауыҙҙарҙы төп башына ултыртып, кәсеп итә, был хаҡта бөтә автотуристар ҙа бер-береһен иҫкәртә. Ах, «румындар»...
– Ике меңгә түгел, бушлай бирәм тиһәң дә алмаҫ инек, егет, беҙ алтын-көмөшкә бөтөнләй битараф бит әле, – тип йылмай­ҙым уға, ә иремә башҡортса өндәштем, – әйҙә киттек, улар юлға «эш»кә сыҡҡан. Тағы ла әҙерәк туҡтап торһаҡ, был йәш ирҙең йоғонтоһона бөтөнләй эләгеп, ыштанһыҙ ҡалабыҙ. Китә һалайыҡ, бәләһенән баш-аяҡ.
Ваҡытында ысҡындыҡ тоҙаҡтан, юғиһә иптәштәренә ярҙам­ға тағы ла ике «румын» йүнәлгәйне. Юлда йүнһеҙ әҙәмдәрҙең осрау ихтималлығын иҫәпкә алабыҙ беҙ, әммә ярҙамға мохтаж кешеләрҙе үтеп китә алмайбыҙ. Шулай Новосибирскиға етмәҫ борон ҡараңғы төштө, ә беҙ һаман ҡайҙа ҡунырға урын тапмай киләбеҙ. Төнгө сәғәт ике булып китте, ямғыр һибәләй, һалҡын, трасса буп-буш. Шул саҡ алда «аварийка»лары менән емелдәп ултырған «КамАЗ»ды абайланыҡ. Бәлки, берәйһенең хәле мөшкөлдөр, тип, туҡтаныҡ. Ә водитель яҡташыбыҙ булып сыҡты! «Туймазыхиммаш» предприятиеһы эшсеһе Ғәзинур тәүҙә юғалып ҡалды, шунан балаларса эскерһеҙ ҡыуанды. Баҡтиһәң, заправкаға ун алты саҡрым ғына ара ҡалғас, яғыу­лығы бөткән. Ул рация аша ла башҡаларға өндәшеп ҡараған, юлға сығып та фураларҙы туҡтатып маташҡан, тик бушҡа ғына – күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла, төн уртаһында кем туҡтаһын? Беҙҙән башҡа, әлбиттә. Яҡташыбыҙҙы ете ят ерҙә осратҡанға шатлана-шатлана, канистры менән тейәп ултыртып алып, АЗС-ҡа кире боролдоҡ. Байтаҡ ҡына урау булды беҙҙең өсөн, әлбиттә, әммә Ғәзинурҙың ҡыуанысын күреү, рәхмәтен ишетеү күпкә ҡәҙерлерәк ине.
Баныу ҡАһАРМАНОВА.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға