09.08.2011 Ғаиләгеҙ ныҡлымы?
1. Аш-һыу әҙерләгәндә:
а) ирегеҙҙең нимә яратыуын иҫәпкә алаһығыҙ – 6 мәрәй;
б) үҙегеҙ теләгәнде бешерәһегеҙ – 2;
в) аҙналыҡ менюға ярашлы – 4.
2. Һеҙҙең ошолай уйлаған саҡтарығыҙ буламы:
а) тағы ла бер көн маҡсатһыҙ, күңелде күтәрерлек сюрпризһыҙ үтте – 2;
б) әгәр кейәүҙә булмаһам, тормошом һәйбәтерәк булыр ине – 1;
в) тормош көтөүе еңел түгел, шулай ҙа уның менән бергә булыуым һәйбәт – 5.
3. Икәүләп ҡайҙалыр барырға йыйынаһығыҙ, ти. Әммә ваҡыты еткәс, ирегеҙ арыуын белдереп, бармаясағы хаҡында әйтә. Һеҙ:
а) үҙегеҙҙең дә арыуығыҙ тураһында әйтәһегеҙ һәм өйҙә ҡалаһығыҙ – 5;
б) өйөгөҙҙә байрамса киске аш әҙерләйһегеҙ – 6;
в) асыуланып, унан нисек үс алыу тураһында уйлайһығыҙ – 2.
4. Һеҙҙе, ирем хыянат итмәйме икән, тигән уй борсой башланы (бәлки, был турала кемдер әйткәндер). Һеҙ:
а) үҙегеҙҙән ғәйеп эҙләйһегеҙ – 6;
б) үс алырға әҙерләнәһегеҙ – 1;
в) иғтибар итмәҫкә кәрәк, тип уйлайһығыҙ – 3.
5. Бәләкәй саҡта иң ҡыуандырған уйын:
а) ҡурсаҡтар менән – 2;
б) балалар менән – 5;
в) ҡайһы саҡта балалар, ҡайһы саҡта ҡурсаҡтар менән – 4.
6. Бала саҡта яратып кейгән нәмәгеҙ:
а) күлдәк – 5;
б) спорт кейеме – 4;
в) салбар һәм шортиктар – 1.
7. Бала саҡта һеҙ нимәгә өҫтөнлөк бирә инегеҙ:
а) ҡыҙҙар уйынына (ҡурсаҡ менән, мәҫәлән) – 5;
б) уҡытыусы, табип булып уйнауға – 4;
в) малайҙар уйындарына – 1.
8. Уйын ваҡытында үҙегеҙҙе нисек тота инегеҙ:
а) лидер – 2;
б) инициативаны бүтәндәргә тапшырыусы – 6;
в) уйын барышында лидерлыҡ яулай инегеҙ – 4.
9. Дуҫтарығыҙ менән ҡайҙалыр барырға һөйләшкәнһегеҙ, тик иптәшегеҙҙең кәйефе юҡ. Һеҙ:
а) яңғыҙ бараһығыҙ – 4;
б) осрашыуҙан баш тартаһығыҙ – 6;
в) ирегеҙ нимә әйтә, шуны эшләйһегеҙ – 3.
10. Әгәр ирегеҙ ғаилә менән ялға, отпускыға ҡайта (бара) алмаһа, һеҙ:
а) үҙегеҙ генә, йә балалар менән ял итәһегеҙ – 4;
б) өйҙә ҡалаһығыҙ – 5;
в) өйҙә ҡалаһығыҙ, әммә шуның өсөн үпкә һүҙҙәрен йыш ҡабатлайһығыҙ – 2.
11. Ирегеҙ эштән кәйефһеҙ ҡайтты:
а) сәбәбен асыҡларға тырышаһығыҙ – 6;
б) өйҙә лә эше тураһында уйлағаны өсөн асыуланаһығыҙ – 2;
в) эштең нимәлә икәнен тоҫмаллайһығыҙ, әммә һорауҙар менән борсомайһығыҙ – 5.
12. Әгәр фекерҙәрегеҙ тап килмәһә:
а) үҙ фекерегеҙҙә ҡалаһығыҙ – 5;
б) хатта әрләш менән бөтөү янаһа ла, үҙ позицияғыҙҙы яҡлайһығыҙ – 1;
в) ризалашаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙе йомшаҡлыҡта ғәйепләйһегеҙ – 2.
25 мәрәйгә тиклем. Һеҙҙе ғаиләлә бик бәхетле тип әйтеп булмай. ҡараштарығыҙ эҙмә-эҙлекле түгел. Ирегеҙҙең фекеренә ҡолаҡ һалмай, нимә теләйһегеҙ, шуны эшләйһегеҙ. Әгәр үҙегеҙҙә конфликттарҙы туҡтатырға көс тапмаһағыҙ, нимәнеңдер үҙгәреүе икеле.
26 – 50 мәрәй. Һеҙ тыныслыҡ яратыусы кеше, үҙегеҙҙең тыныслығығыҙҙы боҙмаҫ өсөн бәхәстә еңелә лә алаһығыҙ, әммә үҙ фекерегеҙ ҙә бар. Һеҙ ҡулайлаша белеүсе генә түгел, кәрәк саҡта, йә ғаиләгә ниндәйҙер хәүеф янағанда матур итеп һөжүм дә итә алаһығыҙ.
50 мәрәйҙән күберәк. Һеҙ нәзәкәтле лә, шул уҡ мәлдә ныҡлы ҡарарҙар ҙа ҡабул итә беләһегеҙ. ҡайһы саҡта, бәлки, ғаилә тормошо менән ҡәнәғәт тә түгелһегеҙҙер, әммә уны нығытыр өсөн бөтәһен дә эшләйһегеҙ.