09.08.2011 Кешеләр власҡа яҡынайырға әҙер
Баш ҡалабыҙҙың Совет районында үткән алдан тауыш биреүгә халыҡ эркелеп килде
«Берҙәм Рәсәй» партияһы менән уның «уң ҡулы» – Халыҡ фронты ойошторған яңы сараға – төрлө партиялар, йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары һәм башҡа ойошмаларҙың һайлап алынған вәкилдәренең РФ Дәүләт Думаһының киләһе саҡырылышына депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе кандидаттарға алдан тауыш биреүгә йөрөй торғас, шуға инанылды: бер праймериз икенсеһенә оҡшамаған. Белмәйем, ойоштороусыларына бәйлеме, йә булмаһа, башҡа сәбәптәнме, әммә бына Өфө ҡалаһының Совет районында үткән праймеризға халыҡтың күпләп килеүе хайран ҡалдырҙы – УЗЭМИК мәҙәниәт һарайының тамаша залы шығырым тулы булды.
Тағы ла шул күҙгә ташланды: бындай етди сараларҙа, ғәҙәттә, зал вазифауи кешеләрҙән һәм «ваҡыттарын үткәреү өсөн» төрлө йыйылыштарҙы ҡалдырмаған пенсионерҙарҙан торһа, үҙҙәре күрһәткән кандидаттар өсөн тауыш биреүгә йәштәр ҙә күпләп йөрөй башланы. Һуңғы йылдарҙа, йәштәр йәмғиәтебеҙ тормошона битараф, тип илай торғас, ниһайәт, уларҙы ла үҙенә ылыҡтырыусы-тартыусы «магнит»тар барлыҡҡа килә. Әлбиттә, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов төрлө кимәлдәге етәкселәр менән генә түгел, халыҡ менән дә осрашҡан һайын республикабыҙҙа власты – халыҡҡа, халыҡты власҡа яҡынайтыуға йүнәлеш алыныуы тураһында ике яҡҡа ла аңлатырға тырыша. Властың «һалҡынлығынан», «халыҡҡа арты менән боролоуынан» арыған-ялҡҡан халыҡтың, дөрөҫөрәге, йәмғиәтебеҙҙең киләсәге – йәштәрҙең әйҙәүсе партияның төбәк бүлексәһенән күрһәтелгән депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегендә беренсе булып торған Президентыбыҙға һәм яңыса һайланасаҡ депутаттар корпусына ҡарата ышанысы арта бара. Залға килеп ингән Рөстәм Зәки улы Хәмитовты халыҡтың аяҡ өҫтө тороп, алҡыштар менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалыуы ла уға булған өмөт-ышаныстың ныҡлығына ишара ине.
Совет районы буйынса үткәрелгән праймериздың рәсми өлөшө Рөстәм Хәмитовтың сығышы менән башланды. Барыбыҙҙың да күңел төпкөлөндә күптән ҡыбырлап, тулышып еткән, тик быға тиклем «түгелеү» форсатын ғына тапмаған илау-һыҡтауҙарын башлығыбыҙ, әйтерһең дә, үҙ йөрәге аша үткәргән. Юғиһә, «ауыртҡан ер»гә шул тиклем дә тура килтереп баҫа алмаҫ ине: эйе, беҙҙе эшһеҙлек, шул һөҙөмтәлә аҡсаһыҙлыҡ һәм фәҡирлек йөҙәтте; эйе, беҙгә торлаҡ кәрәк; эйе, балалар баҡсаларының етешмәүе һулҡылдап торған тере шешкә әйләнде; эйе, беҙҙең эшҡыуарлыҡ, шулай уҡ фермерлыҡ менән шөғөлләнгебеҙ, балаларыбыҙға лайыҡлы тәрбиә һәм белем биргебеҙ килә; эйе, беҙ лайыҡлы хеҙмәткә, ялға, кешесә тормош алып барырға зар-интизарбыҙ... Ғөмүмән, беҙ лайыҡлы илдең, республиканың лайыҡлы граждандары булырға бик-бик теләйбеҙ. Әгәр ҙә һайлап ҡуйған депутаттарыбыҙ беҙгә ошоларҙың барыһын да тәьмин итә алһа, тимәк, беҙ уларҙа яңылышмағанбыҙ.
Республика башлығы сығышын шатлыҡлы хәбәрҙән башланы. Ошо көндәрҙә Шотландияла Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарының ойоштороу комитеты ултырышында алтынсы ҡышҡы халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындары 2013 йылда беҙҙә, Башҡортостанда, үткәреләсәге хәл ителгән. Был беҙҙең халыҡ өсөн үтә лә мөһим сара буласаҡ: Сочиҙа үтәсәк Олимпиада алдынан юғары кимәлдәге халыҡ-ара ярыштарҙың иң тәүгеһе нәҡ башҡорт ерендә башланасаҡ. Унда донъяның ҡырҡлаған иленән 10 йәштән 14-кә тиклемге меңәрләгән уҡыусы саңғы, фигуралы шыуыу, хоккей, шорт-трек, слалом, фристайл һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Ойоштороу комитеты ағзалары Өфөлә булып та киткән – баш ҡалабыҙҙы бик оҡшатҡандар. Ғәҙәттә, ҡунаҡ саҡырыр алдынан кеше өй-ихатаһын нығыта, йыйыштыра, матурлай – беҙҙе лә нәҡ ошолар көтә. Иң мөһиме – Башҡортостан ҡунаҡтарҙы йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп ҡаршыларға тейеш.
Тағы ла бер яңылыҡ: 3 сентябрҙә республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй һөт фестивале уҙғарыласаҡ. Унда һыраны ла, араҡыны ла түгел, ә һөттө юғары күтәрәсәкбеҙ. Ошо үҙе шатлыҡлы хәл түгелме ни?!
Президентыбыҙ билдәләп үтеүенсә, праймериздың ыңғай яғы –депутатлыҡҡа кандидаттар бөтә республика буйынса йөрөп, халыҡ менән осраша, уларҙың йәшәйеше-тормошо менән яҡындан таныша, үтенесен, ихтыяжын, проблемаларын барлай. Һәм, әлбиттә, киләсәктә уларҙы хәл итеүгә көс-тырышлығын һаласаҡ. Йәғни һалырға тейеш. Сөнки уларҙы нәҡ һайлаусылар һайлап ҡуя.
Депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелгән кешеләр араһында ҙур етәкселәрҙән алып ябай хеҙмәткәргә тиклем бар. Алдан тауыш бирергә килеүселәрҙең һәр сығыш яһаусыға мөнәсәбәте йөҙҙәренә яҙылып ҡуйылған кеүек. Республикабыҙҙың данлыҡлы паралимпиясыһы, «Йәш гвардия»сы Ирек Зариповҡа һүҙ бирелгәс, мәҫәлән, халыҡтың реакцияһы шул тиклем көтөлмәгәнсә булды: башҡорт егетен көслө алҡыштар менән ҡаршылап, шул рәүешле үк оҙаттылар. Сөнки Иректең үҙе кеүек үк физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың ғына түгел, ғөмүмән, шул контингент вәкилдәренең, шулай уҡ үҙе кеүек йәштәрҙең аһ-зарын эстән белеп, проблемаларын хәл итергә тырышасағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла һайлаусылар уға ышаныс менән ҡарай.
Кандидаттарҙы тыңлап ултырһаң, ирекһеҙҙән эс бошоп китә: күптәр эш хаҡын күтәреүгә, эш урындары булдырыуға, халыҡтың ниндәй ҙә булһа ҡатламын яҡларға һәм һаҡларға, эскелекте бөтөрөргә, сәләмәтлек тураһында ҡайғыртырға һәм башҡаларға, һәм башҡаларға өлгәшеүгә көсөн һаласағы тураһында һөйләй. Һуң, ниңә дәүләттең үҙе тарафынан күптән хәл ителерлек мәсьәләләрҙе һаман да депутаттарыбыҙ үҙҙәренең һайлау алды программаһына (нисәмә йыл буйына бит әле) индерергә мәжбүр? Хөрмәтле һайланыусыларыбыҙҙың тәғәйенләнеше – закондарыбыҙҙың камил булыуына өлгәшеү. Тик ниңәлер нисәмә быуын депутаттарыбыҙ һаман закон өҫтөнә закон ҡабул итә, ә ғәмәлдә улар ҡабул иткән закондар ҡағыҙҙа ғына «эшләй» йәки бөтөнләй эшләмәй, йә бер-береһенә ҡаршы килә. Сөнки... беҙҙең, һайлаусыларҙың, һайланышы шундай.
8 августа Өфөнөң Калинин районында ла праймериз үтте.
РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа төбәк исемлегендәге кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү планлаштырылған 17 майҙансыҡтың күпселегендә үтте лә инде. Уларҙа 4 меңгә яҡын вәкил ҡатнашты. Бирелгән тауыштарҙың дөйөм һаны буйынса Рөстәм Хәмитов, Константин Толкачев, Павел Крашенинников, Зөһрә Рәхмәтуллина, Павел Качкаев, Александр Дегтярев, Марсель Йосопов, Әнүәр Мәхмүтов, Андрей Назаров, Михаил Тарасенко иң күп тауыш йыйған. Алда барған тәүге егерме кандидат араһында «Халыҡ фронты»ныҡылар «Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙән артыҡ ҡалышмай.
Праймериздың тағы ла бер күрһәткесе – Башҡортостан Рәсәй төбәктәре (Свердловск, Силәбе, Ростов, Волгоград, Новосибирск өлкәләре, Краснодар крайы һәм Дағстан Республикаһы) араһында күрһәтелгән кандидаттар һаны буйынса (23) алда бара.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.