«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҙна аптыратҡыстары



30.07.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Ил геройҙарын беләм – Стас менән Билан

«Форбс» журналында Рәсәйҙең иң билдәле 50 кешеһе исемлеген баҫтырып сығарғандар.
Был исемлеккә инеү өсөн һуңғы йылда алған табыш, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр һаны һәм интернетта Яндекс аша ошо шәхес хаҡында мәғлүмәт эҙләүселәр һаны иҫәпләнгән. Телевизор экранынан төшмәгән Ксения Собчак, Анастасия Заворотнюк, Филипп Киркоров, Дима Билан бында ла түрҙән урын алған. Беренсе урында иһә – Стас Михайлов! Оят булһа ла, әйтәйем: илдең төп «йондоҙо» тип аталған был кешене мин белмәйем. Йырсы, тиҙәр. Моғайын, «йондоҙ» булғас, ул һоҡланғыс эштәре, хеҙмәте менән билдәле булырға, бөтә халыҡ, айырыуса йәштәр уға оҡшарға тырышырға тейештер. Йыһанға юл асҡан Юрий Гагарин кеүек. Ваҡланды шул ил геройҙары. Стас менән Биланға көнөбөҙ ҡалды.

Иген һаттым, ит алдым...

Республика элеваторҙары быйылғы иген уңышын ҡабул итә башланы.
Былтырғы ҡоролоҡтан һуң уңыш мул ғына алына. Ил буйынса 85 – 90 миллион тонна иген йыйып алыу күҙаллана, былтыр 61 миллион тонна йыйылғайны. Иген һатыу буйынса донъяла өсөнсө урынды биләгән Рәсәй сит илдәргә 20 миллион тонна оҙатмаҡсы. Мал һаны кәмеү сәбәпле, фуражға ла иген әҙерәк китәсәк. Ситкә ашлыҡты күпләп һатабыҙ ҙа, сит илдәрҙән күпләп ит һатып алабыҙ. ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Страховка ҡыйбатлана
Был аҙнала автоһөйөүселәр йәнә бер «һөйөнөслө» яңылыҡ ишетте – автомашиналарҙы страховкалау хаҡы уртаса 10 – 20 процент­ҡа күтәрелде.
Бензин хаҡының йыл үҫәһен ай үҫеүе етмәгәйне. Имеш, страховкалаусы ойошмалар зыян күреп эшләй. Шулайҙыр, ундағы эреле-ваҡлы етәкселәр кеше көлдөрөп ни бары бер миллион һумлыҡ машиналарҙа йөрөй. Ояты ни тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға