«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҡса өсөн йәнен фиҙа ҡылған



30.07.2011 Аҡса өсөн йәнен фиҙа ҡылған

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәре шулдыр: йән аҫрайым тип, төбәгебеҙҙең ир-егеттәренә ситтән килгән ҡалын кеҫәлеләргә лә ялланырға тура килә. Тик сит кеше сит инде ул: эшен эшләттереп, аҙаҡ аҡсаһын бирмәһен әле! Асыуың килмәҫ ерҙән килер. Бына ошо көндәрҙә Яңауыл районында нәҡ ошо ерлектә фажиғә тыуған да инде.
Сөнки Пермь өлкәһенең Чернушка ҡалаһынан бер ир Яңауылда Маяковский урамындағы элекке «Ауыл хужалығы техникаһы» предприятиеһы территорияһындағы бер бинаға (унда магазин асырға уйлаған), урындағы ир-егеттәрҙе яллап, ремонт эштәрен башҡарттырған. Тик... эш хаҡын түләмәгән. Һөҙөмтәлә асыуы килгән 39 йәшлек эшсе, алдаҡсыны ҡурҡытырға теләп, үҙе менән алып килгән гранатаның ҡулсаһын һурып сығарған, әммә уны кире ҡуйып өлгөрмәгән һәм... ир үҙе һәләк булған. Уның эргәһендәге өс ир, шул иҫәптән Пермдеке лә, йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Был хәл буйынса әле тикшереү эштәре бара. Шуныһы уйландыра: килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғала аҡса түләмәүсенең ғәйебе тикшерелерме, әллә хәләл көсөн түгеп, тейешле аҡсаһын талап итер өсөн башҡа әмәлен таба алмайынса, һуңғы сиккә барып еткән ирҙең ғәйебе өҫкә сығырмы?
Яңауыл кешеһе менән булған фажиғә, әлбиттә, бик аяныс, әммә уйланырға мәжбүр итә. Эшкә ялланыр алдынан ирҙәр эш биреүсе менән ике яҡлы килешеү төҙөгәнме, унда ике яҡлап та шарттар ентекле сағылдырыл­ғанмы? Минеңсә, юҡтыр. Конфликт шул арҡала ла килеп сыҡҡандыр, моғайын. Юғиһә, айыҡ аҡыллы кеше енәйәт юлына баҫмаҫ ине. Үҙ хоҡуҡтарыңды белмәү ошондай юлға этәрәлер ҙә инде.
Был донъяла бер генә хәл-әхүәл дә эҙһеҙ үтмәй: башҡаларға һабаҡ булһын өсөн башҡарылғандыр ул...

Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға