«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ожмах ере – «Олоғужан»



26.07.2011 Ожмах ере – «Олоғужан»

Ожмах ере – «Олоғужан»Республикабыҙ эшҡыуарҙары туризм өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Бөрйән районының Байназар ауылы уңғандары ла был эштән ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Бөйөк тауҙар, ҡупшы, һомғол ҡарағайҙар араһында, күккә олғашҡан ҡаялар, сылтырап аҡҡан йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында «Олоғужан» туристик туҡталҡаһы урынлаш­ҡан. Был урын үҙенең иҫ киткес тыныслығы, күркәмлеге менән хайран ҡалдыра. ҡарағай урмандары менән уратып алынған туҡталҡа үҙенең шифалы саф һауаһы менән айырылып тора. Яландың уртаһында тирмәләр урынлаш­ҡан. Тышҡы матурлығы менән бер рәттән, уларҙың эсе лә йәмле. Ял итергә килеүселәр бында төн үткәреү мөмкинлегенә эйә. Тирмәләр эсендә урынлашҡан карауаттар менән бергә урын кәрәк-яраҡтары туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Тирмәләрҙән тыш, туҡталҡала палаткалар ҙа ҡоролған. Ял көндәрен күркәмерәк итер өсөн Ағиҙел буйында туристар мунсаһы төҙөлгән. Буш ваҡытын файҙалы үткәрергә теләүселәр өсөн футбол, волейбол майҙансыҡтары бар, ә әүҙем көндән һуң ял итергә теләүселәрҙе гамактар көтә. Әүҙем ял яратыусылар, экскурсияларҙан тыш, Ағиҙел йылғаһы буйлап катамаран-кәмәлә аға. Ошо мөмкинлектән мин дә ситтә ҡалманым. Кәмәлә аҡҡан саҡта тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы хайран ҡалдыра. Гел алмашынып торған тәбиғәт күренештәре, гөрләп аҡҡан Ағиҙел йылғаһы, башты әйләндергән саф һауа, сәскәләрҙең һәм үләндәрҙең татлы еҫе, тирә-яҡтағы тыныслыҡ оло шатлыҡ, ләззәт бирә. Иҙел йылғаһын уратып алған тауҙар, улар менән бер рәттән күккә ашҡан ҡаялар юл буйына күҙҙе ҡамаштыра. Урын-урыны менән шаршылы йылға ла сәйәхәтте мауыҡтырғыс итә. Ағиҙел буйлап катамаран-кәмәлә ағыу маршруты ла төрлө. Ул «Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт», «Ағиҙел тарихы», «Ағиҙел йылғаһында ял итеү» һәм башҡа ҡыҙыҡлы туристик маршруттарҙы үҙ эсенә ала. Йылға буйлап ағыуға төрлө экскурсиялар ҙа ҡушыла. Туристарға һоҡланғыс мәмерйә­ләрҙе ҡарау, бейек тау баштарына менеү мөмкинлеге тыуа. Шулай уҡ ҡурсаулыҡтарға, умартасылыҡ үҙәктәренә барып, боронғо ҡаяларҙы яҡындан күрергә мөмкин.
«Олоғужан» туҡталҡаһының асылыуына аҙ ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ул ҙур популярлыҡ яулаған. Бында Мәскәү, Өфө, Магнитогорск, Салауат, Ишембай, Силәбе, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Сибай ҡалалары, Әбйәлил һәм башҡа бик күп район-ҡалалар­ҙан килгән туристарҙы осратырға мөмкин.
Ожмах ере – «Олоғужан»Туҡталҡа хужалары, ирле-ҡатынлы Гөлназ Шәрәфиева менән Рәхимйән Яхин – үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән эшҡыуарҙар. Улар ике йылға яҡын әлеге туристик туҡталҡаны булдырып, уны йыһазландырыу өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй. «Беҙ тәбиғәтте яратабыҙ. Уның матурлығына һоҡланып туя алмайбыҙ. Бөрйәндең киләсәге – туризмда, тигән уйҙар менән, туризмды Бөрйәндең бөгөнгөһөнә әйләндерергә күп көс һалдыҡ, − ти Гөлназ апай. – Яҡын тирәлә турбазалар, туристик туҡталҡалар төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, дәғүәселек тураһында әйтеп булмай. Беҙҙең туҡталҡаның иң төп айырмаһы – ул сәләмәт тормошҡа әйҙәү. Хатта бер йыл элек БР мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан килеп, хәләл ризыҡ ҡулланырға фатиха биреп, сертификат тапшырып киттеләр. Шуның менән бер рәттән, туҡталҡала иҫерткес эсемлектәр эсеү тыйыла. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – туристарҙы айыҡ ял менән тәьмин итеү. Ә башҡа туҡтал­ҡаларҙа иҫерткес эсемлектәр эсеү рөхсәт ителгән».
Ысынлап та, «Олоғужан»да иҫерткес эсемлектәр эсеүселәргә 500 һум күләмендә штраф һалына. Шул уҡ ваҡытта ял итергә килеүселәр араһында эсеүселәр осрамай икән. Туристар әйтеүенсә, эскеһеҙ ҙә яҡшы, ҡыҙыҡлы ял итергә була. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторола. Ял иткән саҡта ҡурсаулыҡтар, Ташөй мәмерйәһе кеүек һоҡланғыс ерҙәрҙе күреү мөмкинлеге бар. Шифалы шишмә һыуы менән йыуынып, милли эсемлек – ҡымыҙҙың ниндәй шарттарҙа, ниндәй ысул менән әҙерләнеүен күҙәтеп, уны һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ «Олоғужан»ды уратып алған мәғрур тауҙарға, ҡаяларға менеү мөмкинлегенән ситтә ҡалмай килгән ҡунаҡтар. Улар күккә олғашҡан ҡаяларға менеп, Бөрйән районының матурлығын күҙәтеп, был ерҙәргә генә хас булған тәбиғәт күренештәрен күреп, һоҡлана.
Әлеге ваҡытта туристар туҡталҡала йәйгеһен генә ял итә. Ләкин киләсәктә Гөлназ апай менән Рәхимйән ағай ҡунаҡтарҙы ҡышын да ҡабул итеү мөмкинлеген булдырмаҡсы. Яҡын арала саңғылар, ҡышҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алып, ҡышҡы ялдың барлыҡ рәхәтен күреп ял итеү мөмкинлеген тыуҙырыр­ға ниәтләнәләр. Шуның менән бергә хужаларҙың иң оло теләге − «Олоғужан»да йәмле мәсет һалыу. Был яҡты хыялды тормошҡа ашырыу өсөн күп көс талап ителә. Ләкин эшлекле Рәхимйән ағай менән Гөлназ апайҙың башланған эштәре уң булыр һәм уй-хыялдары тормошҡа ашыр тип ышан­ғы килә.

Юлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Зиннур БОҪҡОНОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға