26.07.2011 Йәй миҙгеле аҙ ғына – Ҡәҙерен белеп ҡал ғына!
Һәр бала үҙенсә хыяллана: кемгәлер – машина, самолет, берәүҙәргә һөйләшә торған ҡурсаҡ, шәфҡәт туташы уйынсыҡтары кәрәк. Әммә барыһының да уртаҡ хыялы була – улар йыл буйына йәйҙе көтөп йәшәй. «Их, ҡасан йәй етә инде!.. Өләсәйгә ҡунаҡҡа барыр инем», «Һыу инер инем», «Туйғансы еләк ашар инем», «Велосипедта йөрөр инем», «Лагерҙа ял итер инем...» Был исемлекте артабан да дауам итергә күп һорамаҫ ул яратҡан үҫкәндәребеҙ. Шулай ҙа телгә алынған һуңғыһына − лагерҙа ял итеүгә − туҡталайыҡ әле.
“Граф күле” турбазаһында
Беҙ барғанда балалар, яңы ғына йоҡонан тороп, иртәнге зарядкаға теҙелгәйне. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Тамара Йомағужина лагерь тормошо менән таныштырҙы.
Бында әлеге мәлдә 62 бала ял итә. «Көндәр һалҡын тороу сәбәпле, тәүге заезд балалары һыу инә алмай интегеп ҡайтып китһә, икенсе һәм өсөнсө заезға эләгеүселәргә хөрриәт – көн дә рәхәтләнеп йылы күлдә һыу инәләр», − ти Тамара Мөхәмәтйән ҡыҙы. Һыу инеүҙән тыш, көн һайын ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы саралар ойошторолоп тора. Мәҫәлән, Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған кисәлә балалар төрлө милләт вәкилдәрен һынландырған, уларҙың мәҙәниәтен күрһәткән. Балаларға бигерәк тә «Дан минуты» конкурсы ныҡ оҡшаған, унда һәр кем талантын асҡан. «11 – 15 йәштәге балалар күп булһа ла, улар менән эшләүе ҡыҙығыраҡ: шул тиклем шуҡтар! Улар менән вожатыйҙар Дилә Моратова, Юлиә Юлдыбаева, Ләйсән Иҫәндәүләтова икенсе йыл ҙур теләк менән эшләй», − ти Тамара Мөхәмәтйән ҡыҙы.
Медпунктта үҙ эшен белгән, 12 йыл ошо өлкәгә үҙен арнаған Маргарита Сынбулатова ял итеүсе балаларҙың һаулығы һағында хеҙмәт итә.
Турбаза янында ҙур ғына баҡса ла бар. Теплицала ҡыяр-помидор, йәшелсәне бында эшләүсе ҡыҙҙар, егеттәр бергәләп тәрбиәләй икән.
Беҙ барған көн «Мисс һәм Мистер Граф» тип атала ине, йәғни һылыуҙар – сәстәрен, үҙ-үҙен тотошон, кейемен, ә егеттәр батырлығын, таһыллығын күрһәтергә тейеш. Йәл, был сараны бик күрге килһә лә, кискә тиклем көтөп торманыҡ, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
“Голливуд” илендә
Бына, ниһайәт, тыуған яғыбыҙҙың йөҙөк ҡашындай тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе – Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан «Орленок» балалар ял лагерына ла юл төштө. Беҙҙе лагерь начальнигы Оксана Пономарева ихлас йылмайып ҡаршы алды. Бында 180 бала ял итә. Шулар араһында БР Мәғариф министрлығы буйынса ҡырмыҫҡалы, Белорет, Йылайыр райондарынан, Күмертау ҡалаһынан − 15 студент, халыҡты социаль яҡлау өлкәһенән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән – 20, балалыҡты яҡлау буйынса – 20 бала (уларҙың бишәүһе – Түбә балалар йортонан) иҫәпләнә.
Бында ла һәр көн ниндәйҙер мауыҡтырғыс сараға бағышлана. Был заезд «Голливуд» тип атала һәм балалар күбеһенсә кино тормошон, билдәле актерҙарҙы өйрәнә. Уларға бигерәк тә Экоград (тәбиғәт материалдарынан ҡул эштәре), Кино, Бизнес, Үҙидаралыҡ көндәре бик тә оҡшаған. Шулай уҡ киске отряд уттарын яраталар, йәғни шәм яҡтыһына йыйылып, үткән көнгә анализ биреп, нимә оҡшағанын-оҡшамағанын әйтәләр.
− Бөгөн – «Юғалған киске аш» көнө. Балалар ашханаға килһә, аш юҡ! Һәр береһенең өҫтәленә кескәй ҡағыҙға серле яҙыуҙар яҙыла. Мәҫәлән, «Шарик будкаһы». Ул − һаҡсының бүлмәһе. Башына етеп барып ҡараһа, унда «Мойдодыр» тип яҙыла, йәғни йыуыныу бүлмәһе... Шулай итеп, йөрөп-йөрөп, ул үҙенең киске ашҡа бирелә торған ризыҡтарын табып ала. 9 отрядтың һәр береһенең үҙ маршруты бар, − ти Оксана Николаевна.
− Шулай итеп һәр береһенә яҙыу яҙып ултырҙығыҙмы? − тип ғәжәпләнеп һорайым.
− Эйе, яҙҙыҡ. ҡыҙыҡ бит! Беҙҙә дәртле педагогик состав тупланған. Улар менән эшләүе лә күңелле. Балалар вожатый ағай-апайҙарын бик тә ярата. Уларға бигерәк тә яҡын тирәгә сығып, урман, тәбиғәт менән танышыу оҡшай. Үткән заезда Ғәҙелша шарлауығына, Сибай ҡалаһына аттракционға барғайныҡ. Был заезда «Сулпан» балалар театрының килеүе көтөлә.
Урамда әүһәләктә эйгән, туп типкән балалар менән танышам. Азат Юлдашбаев Сибайҙан килгән:
− Был лагерҙа тәүге тапҡыр булһам да, бында ныҡ оҡшай. Бигерәк тә һыу инеүе күңелле!..
Илдар Хәбиев, Баймаҡ ҡалаһынан:
− Миңә Ата-әсәләр көнө ныҡ оҡшаны. Унда беҙ концерт ҡуйҙыҡ.
Дим Әминев, Бикештән:
– Ә миңә дискотека оҡшай!
Ринат Мусин, Темәс ауылынан:
− Бында һәйбәт итеп көнөнә алты тапҡыр ашаталар.
Әлбиттә, көнөнә ике тапҡыр һыу ин, алты тапҡыр тәмле итеп аша, һәр көн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнаш, һәр кис дискотекала күңел ас та – оҡшамаһын, имеш... ҡәҙерен генә белһендәр!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.