«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



23.07.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...
АҡШ-тағы 40 градустан да юғарыраҡ аномаль эҫе ысын бәләгә әйләнгән.
Һәләк булыусылар исемлегендә 20-нән ашыу кеше иҫәпләнә, йөҙәрләгән кеше дауаханаға эләккән, ә һауа температураһы һаман түбәнәймәй.
Чилиҙа иһә хәл бөтөнләй башҡаса: һуңғы ун йылда быйылғы июль был ил халҡы өсөн иң һалҡыны һәм ҡарлыһы − егерме градус һыуыҡ. Бындай ҡышҡа коммуналь хеҙмәттәр әҙер булмай сыҡҡан. ҡайһы бер ауылдар ҡар ҡамауында ҡалған.
Ә бына Польша территорияһы буйынса көслө йәшенле ямғыр үткән. Дауыллы ҡойма ямғырҙар­ҙан тиҫтәләгән йорт зыян күргән. Бер нисә ҡаланы, шул иҫәптән Варшаваны һыу баҫҡан.

Ғәжәпләндерҙе...
Лондонда үтәсәк «Олимпиада−­2012»-­нең ойоштороу комитеты Руперт Мердоктың корпорацияһы хеҙмәттәренән баш тартҡан: холдингтың бөтә баҫмаларын да был сараны яҡтыртыу хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр.
Мердокты корпорацияның тағы ла ике хеҙмәткәре «һатҡан»: йәнәһе, ул хеҙмәткәрҙәренең ниндәй ысул ҡулланыуы тураһында белгән. Әгәр ҙә был раҫланһа, Мердокҡа Фемиданы алдағаны өсөн статья янай.
Аңлатма: Мердок етәкләгән News of the World корпорацияһы конфиденциаль мәғлүмәткә законһыҙ рәүештә эйә булыу­ҙа, Скотленд-ярд хеҙмәткәрҙәрен «һатып алыу»ҙа ғәйепләнә.

Йәлләтте...
Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы Сомалиҙың көнь­яҡ райондарында аслыҡ булыуын иғлан итте.
Сәбәбе − ҡоролоҡ арҡаһында илдә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ҡырҡа артҡан. Бигерәк тә Бакул һәм Түбәнге Шабелле төбәктәрендә хәл ауыр. Бында балаларҙың 30 проценты туйғансы ашауҙан мәхрүм. Аслыҡтан ил халҡының яртыһы тип әйтерлек − 3,7 миллион кеше хәлһеҙләнгән. Үткән аҙнала илгә самолеттар менән гуманитар ярҙамдың тәүге партияһы еткерелгән.
Тағы ла Джибутиҙа, Эфиопияла, Угандала һәм Сомали ярымутрауындағы башҡа төбәктәрҙә аслыҡ хөкөм һөрә. Һуңғы ярты йыл эсендә Сомалиҙан 166 мең кеше ҡасҡан. Июлдә генә сиктәш илдәрҙәге ҡасҡындар лагерҙары 40 мең тирәһе кешене ҡабул иткән.

Көлдөрҙө...
АҡШ Президенты Барак Обамаға автомобилдә Лон­дон үҙәгенә инеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф һалғандар.
Баҡһаң, ул Британияның баш ҡалаһы үҙәгенә ингәндә бөтә автомобиль хужалары өсөн дә мотлаҡ булған түләүҙе түләмәгән икән. Ташламалар экологик таҙа автомобиль хужалары өсөн генә ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға