23.07.2011 Нимә сәсһәң, шуны урырһың
Кеше үҙенең килеп сығышы, ҡайҙа һәм ҡасан был донъяға килеүе менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып йәшәй. Ул үҙен был йәмғиәттең бер өлөшө тип кенә ҡарамай, ә бик мөһим, кәрәкле, ҡабатланмаҫ шәхес итеп тоя. Кешегә үҙе тураһында маҡтаулы, мәртәбәле һүҙҙәр ишетеү бик оҡшай. Шуға күрә лә әҙәм балаһы үҙе тураһында гел яҡшы яҡтан һөйләргә тырыша. Был бигерәк тә балаларға хас күренеш.
Мин ата-әсәләр һәм балалар араһындағы бәйләнеште нығытыуҙа, ата-әсәләргә ҡарата һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙә ошо үҙенсәлектәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотам. Өлкәндәрҙең биргән баһаһын балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңлай. Ата-әсә һүҙе – кескәй бала өсөн закон. Бына ошо осорҙо күҙҙән ысҡындырмай, балаға ыңғай кисерештәр бирергә, күңеленә ғаиләһенә, балалар баҡсаһына, аҙаҡ мәктәпкә һәм иң мөһиме, тыуған иленә ҡарата һөйөү орлоҡтарын сәсеп ҡалырға кәрәк. 4 – 6 йәшлек балаларҙың күңеле таҙа, зиһене яҡты була. Шуға күрә уларға ошо осорҙа етерлек кимәлдә мәғлүмәт биреү фарыз.
Тәрбиәселәр һәм педагогтар шәжәрә менән таныштырыуҙы ла тап ошо осорҙа башларға кәрәклеген билдәләй. Һеҙҙе Кималовтар ғаиләһе һәм уларҙың тәрбиә серҙәре менән таныштырып үтмәксемен. Айгиз Нәғим улы һәм Лена Әлфир ҡыҙының ғаиләһендә ике ул үҫә. Азаматҡа 7 йәш, ул быйыл 1-се синыфҡа уҡырға барасаҡ, ә кесе улдары Булатҡа 4 йәш. Ул Өфө ҡалаһының 300-сө балалар баҡсаһына бик теләп йөрөй. Ғаилә башлығы балаларына үҙенең ата-әсәһе, өләсәһе тураһында ихлас һөйләргә ярата. Балалар тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән олатайҙары Нәғим Далхат улы һәм Әлфир Әҙелгәрәй улы миҫалында тәрбиәләнә. Улар ейәндәре менән бергә йәшәмәй. Шулай ҙа ял ваҡыттарында Азамат менән Булат ата-әсәләренең ауылдарына ҡунаҡҡа йыш ҡайта.
Нәғим олатай менән Әлфиә өләсәй Белорет районының Сермән ауылында йәшәй.
Олаталары ғүмерен урмансы һөнәренә арнаған. Башҡортостан тәбиғәтенә мәңге ғашиҡ, үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Ейәндәренә лә урманды, тауҙарҙы, туғайҙарҙы йөрөп күрһәтеп сыға. Азамат олатаһы менән йөрөргә ярата. Олаталары: «Тәбиғәткә ҡурҡмай, өркмәй һәм бик һаҡсыл ҡараһаң, ул һиңә бөтә серҙәрен, матурлығын аса», – ти. Булат, мәҫәлән, бәләкәй генә ҡырмыҫҡаларға бик оҙаҡ ҡарап, ғәжәпләнеп тора.
Ауылға ҡайтҡас, Азамат менән Булатҡа бигерәк тә ҡартәсәләре Шәмсиә инәй эргәһендә булыу оҡшай. Шәмсиә инәй оҙаҡ йылдар кибеттә һатыусы булып эшләгән. Һикһәнде үтһә лә, иҫәп-хисапҡа, логик уйындар уйнарға, йомаҡ ҡойорға бик әүәҫ. Бүләләрен ул шашка, шахмат уйнарға өйрәтә. Юрамал ғына балаларҙың кәйефен төшөрмәҫ өсөн уйында отолған була. Кескәй Булат уны:
– ҡайғырма, тиҙҙән һин дә беҙҙең кеүек шәп уйнарға өйрәнерһең, − тип йыуата.
Ауылда балаларҙы башҡа туғандары ла бик теләп көтөп ала. Азамат ике туған, өс туған тигән төшөнсәләр менән бик ҡыҙыҡһына, ләкин бөтәһен дә аңлап бөтмәй әле. Айгиз Нәғим улы балаларына шәжәрә ағасын күрһәтеп, нәҫелдәренең ишле булыуы тураһында һөйләй. Ул балалары аңлаһын өсөн ябай ғына ысул уйлап тапҡан. Байрамда күмәкләп төшкән фоторәсемде күрһәтә. Бер туғандарҙы ул − биш һумлыҡ, ике туғандарҙы ике һумлыҡ тәңкә менән ҡаплап аңлата. Еҙнәй, еңгәй, ҡәйнеш, килен кеүек төшөнсәләрҙе лә аңлатып үтә. Балалар әле бөтәһен дә аңламаһа ла, тәүге мәғлүмәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына. Бер ҡарауға, ауыл балалары өсөн был бик ябай, бер ҡыйынлығы булмаған тормош фәне. Ә ҡала балаларына ҡатмарлы, күп ваҡытта бөтөнләй аңлайышһыҙ күренеш. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн өс-дүрт быуынын белеү – үҙе ҙур ҡаҙаныш.
Шәжәрә тураһындағы әңгәмәләр – мәктәпкә барғас, тарих фәнен ҡыҙыҡһынып уҡыр өсөн бер дәртләндереү сараһы ла. Шәжәрә бала күңеленә яҡты тәьҫораттар булып уйыла.
Тәрбиәсе менән Азаматтың һөйләшкәненә иғтибар итәйек:
– Азамат, шәжәрәнең нимә икәнен беләһеңме?
– Эйе, ул ҙур ағас. Уны ҡағыҙға төшөрәләр. Унда минең бөтә туғандарымдың исемдәре яҙылған. Әгәр беҙ бер ерҙә йәшәһәк, ҙур ауыл килеп сығыр ине.
– Ә һин туғандарың араһында кемгә оҡшарға теләр инең?
– Атайыма һәм олатайыма оҡшарға теләйем. Сөнки улар батыр, ҡыйыу, бер ниҙән дә ҡурҡмайҙар, бик аҡыллылар. Нимә тураһында һораһаң да, яуап бирә алалар. Күрше атайҙар кеүек гел әрләп кенә тормайҙар.
– Азамат, элек кешеләр нәҫелдәре тураһында бик ҡайғыртҡан. Туғандар араһында берәйһе насар эш ҡылһа, уны ғына битәрләмәгәндәр, ә бөтә нәҫелгә лә һүҙ тейгән. Насар нәҫел, тигәндәр. Һин атайыңды, әсәйеңде оятҡа ҡалдырырлыҡ берәй эш эшләр инеңме?
– Юҡ. Мин тәртипле малай булырға, мәктәптә лә, институтта ла яҡшы уҡырға тырышасаҡмын. ҡустымды ла ҡарап ҡына йөрөйөм, уйнатам. Олатайымдарҙы ла тыңлайым. Бушҡа иламайым, мыжымайым.
– Афарин, Азамат! Хайуандар тормошонда хәл икенсерәк. Кескәй хайуан, балаһы ҙурайғас, ата-әсәһен онота. Ата-әсәләре лә ҙурайған балаларын онота. Хайуандарҙың туғанлыҡ ептәре булмай, улар быны иҫләмәй. Ә кеше иҫләй, өйрәнә. Һин дә, Азамат, шәжәрәңә лайыҡлы ир-егет булып, башҡорт илен үҫтер!
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙ менән аралашҡанда үҙ туғандарығыҙ, нәҫелегеҙ тураһында ғорурлыҡ менән «минең ҡустым», «минең апайым», «беҙҙең атайыбыҙ», «һөйөклө әсәйем», «беҙҙең нәҫелебеҙ» тигән һүҙҙәр аша ғаиләгеҙгә, ата-олатайҙарығыҙ быуынына ҡарата һөйөү, ихтирам хистәре уята алаһығыҙ. Туғандарығыҙҙы балалар алдында тәнҡитләмәгеҙ. Ауылда булһынмы, ҡалала йәшәһендәрме, ата-әсәйҙәрегеҙ янына йышыраҡ ҡайтып, уларҙы ҡыуандырып тороғоҙ. Һеҙҙең ошо ябай ғына, көндәлек тормош-көнкүрешегеҙ балалар өсөн өлгө булып тора.
Нимә сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ғаиләгеҙгә, нәҫелегеҙгә, уның тәрбиә ҡанундарына нигеҙләнеп йәшәһәгеҙ, һис шикһеҙ, тәрбиәле, киләсәктә үҙегеҙгә оло терәк булырҙай балалар үҫтерерһегеҙ.
Лилиә СЫҢҒЫҘОВА.
Өфө ҡалаһы.