«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һеҙ ысын ирме?



19.07.2011 Һеҙ ысын ирме?

1. Һеҙ матди хәлегеҙҙән ҡәнәғәтме?
(Эйе − 5 балл, юҡ − 0 балл)
2. Кешеләр менән уртаҡ тел тиҙ табаһығыҙмы?
(Эйе − 5 балл, юҡ − 0 балл)
3. Заманында бик күп ҡатын-ҡыҙҙың башын әйләндергән кеше генә ысын ир кеше, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
4. Мине берәү ҙә яратмай, тип уфтаныу, зарланыу ир кеше өсөн хурлыҡлы күренешме?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
5. Ғаилә тотороҡло булһын өсөн ысын ир кешенең:
а) кеҫәһе тулы аҡсаһы булырға − 0 балл,
б) ул эше менән дә, кәңәше менән дә ҡатынына ярҙам итеп торорға тейеш − 5 балл.
6. Ир кешенең ҡатын-ҡыҙ менән хоҡуҡтары бер тигеҙ тип иҫәпләйһегеҙме?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
7. Үҙегеҙҙе тормошта үҙ юлын тапҡан ир тип һанайһығыҙмы?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
8. Үҫмер сағығыҙҙа тиҫтерҙәрегеҙ, ата-әсәйегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар йыш була инеме?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
9. «Төн» һүҙе ниндәй уй-хистәр уята?
а) Көндөҙ барып сыҡмаған фәнни йәки ғаилә тормошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙең сиселешен табыу − 0 балл.
б) Тыныс, сәләмәт йоҡо − 5 балл.
в) Һөйөү-һөйөлөү мажаралары − 0 балл.
10. Һеҙ, ысын ир кеше бер ҡасан да еңелеүсе ролендә ҡалырға тейеш түгел, тип һанайһығыҙмы?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл)
10. Бала саҡта әсәйегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә инегеҙме?
(Эйе − 0 балл, юҡ − 5 балл).

55 − 40 балл. Әүҙем һәм үҙ баһағыҙҙы белгән кешеһегеҙ. Һеҙ − тәрбиәле ир һәм эшләгән коллективығыҙҙа үҙ кеше, хистәрегеҙҙе йүгәнләй беләһегеҙ, ниндәй йомшаҡ яҡтарығыҙ,кәмселектәрегеҙ булыуын аңлайһығыҙ. Мауығыуҙарығыҙ күп төрлө һәм кәрәк саҡта бар иғтибарҙы бер нөктәгә туплай алаһығыҙ. ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, һеҙ − ысын ир кеше.
35 − 0 балл. Бәлки, боҙ ҡатламы аҫтында янартау йәшеренгәндер? Ләкин был серҙе һеҙ бер кемгә лә сисергә теләмәйһегеҙ. Көслө һәм батыр булып күренеү өсөн күп көс түгәһегеҙ. Ысынында иһә һеҙҙең балаларға ғына хас йомшаҡ яҡтарығыҙ һәм проблемаларығыҙ күп. «Ысын ир» тигән төшөнсәне бүтәнсәрәк аңлайһығыҙ. Һеҙгә идеалығыҙҙы үҙгәртергә кәрәк түгелме икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға