«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңылыҡтар



09.07.2011 Яңылыҡтар

Йыл аҙағына тиклем Рәсәй ҡо­раллы көстәрендә хәрби полиция барлыҡҡа киләсәк. Ул хәрби частар­ҙа тәртип булдырыу, гарнизондарҙа һәм ҡалаларҙа патруль менән йөрөү, хәрби объекттарҙы һәм йөктәрҙе һаҡлау, гауптвахта һәм комендатура эштәре менән шөғөлләнәсәк. Хәрби полицияның структураһы сит илдәр тәжрибәһенән сығып төҙөләсәк, унда 20 меңләп кеше йәлеп ителәсәк.

Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде. Уның маҡсаты − республика һәм уның инвестицион мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу. Осрашыу барышында башҡорт-итальян художество проектын эшләү күҙаллана.

БР Президенты хакимиәтендә БР Президенты хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеше һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы башлығы Да­нил Азаматов граждандарҙы ҡабул итте. ҡабул итеүгә Өфө, Салауат, Баҡалы райондарынан социаль яҡлау тапмаған кешеләр төрлө һорауҙары менән килгәйне. БР Пре­зидент хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү­селәрҙең һаны артыуы властың асыҡ эшләй башлауына бәйле һәм беҙ был кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыр­ға тейешбеҙ, тип белдерҙе Данил Азаматов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға