09.07.2011 Саранча оҙаҡ көттөрмәне
Башҡортостанда саранчаға ҡаршы көрәш буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Республиканың туғыҙ районындағы хужалыҡтар ҡара сиңерткәнән яфа сигә.
Иң тәүҙә саранча Ырымбур өлкәһенә яҡын урынлашҡан Хәйбулла районына һөжүм итә башланы. Ә хәҙер инде елдән дә етеҙ таралған бөжәктәр менән көрәшкә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка һәм Стәрлебаш райондары ла ҡушылды. Әлегә ауыл хужалығы культураларына хәүеф янамай. Республикала ҡурҡыныс ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алып барыу өсөн махсус штаб төҙөлгән, аныҡ пландар бар.
Әле Башҡортостандың 15 районы хужалыҡтарында саранча таралып китмәһен өсөн майҙандарҙа химик эшкәртеү эштәре бара. Баҡтиһәң, сиңерткәләр, бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрөн, кукуруз һәм көнбағышты ярата.