02.07.2011 Сәфәрҙәргә сыҡһаң...
Беҙ, Рәсәй халҡы, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Төрлөбөҙ төрлөсә, әлбиттә. Берәүҙәр тик хыялда ғына, кемдер картаға ҡарап, тигәндәй. Ә бына ысынлап та сит илгә сығырға форсат табыусылар үҙҙәрен нисек тоя һуң? Был тәңгәлдә башҡортта бик тә әсе генә әйтем бар: бәйҙән ысҡынған эт кеүек, тигән... Үҙең аңла ла, үҙең һығымта яһа, уҡыусым.
Бер булған хәл дә иҫкә төштө әле. Юҡ, шәхсән үҙем шаһит булманым, виртуаль донъяны «гиҙгәндә» барып сыҡтым яндарына.
Венгрия. Балатон яры буйында бәләкәй генә милли ресторан. Залда бер пар тыныс ҡына ашай. Беҙҙекеләр иһә күмәк һәм шаулы. Шарап эсәләр, уха ашайҙар, тағы шарап эсәләр, унан гуляш, артабан шарап... Венгрҙарҙың русса белмәүен иҫәпкә алып, Рәсәйсә, «миллисә» иркенләп китеп һөйләшәләр, бәхәсләшәләр. Теге пар ашап бөтөп тора ла быларға саф рус телендә тәмле аш теләй. Шаулы компаниянан берәү, айнығандай булып, ниңә Рәсәйҙән икәндәрен шундуҡ белгертмәүҙәрен һорай. Яуап шулай: «Үҙебеҙҙең «һөйләш»те тыңлауы хәтәр шәп булды!». Бына бит ул – ватандаштар ниндәй беҙҙең. Хатта сит илдекеләр ҙә рәсәйҙәрҙең шундай үҙенсәлекле халыҡ икәненә һоҡлана.
Беҙ шундай инде
Һуңғы егерме йылда «рус турисы» тигән төшөнсә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағынаса Европа халҡы күҙе алдына беҙҙең ил кешеһе яуыз, ас, әммә бирешмәҫ образда баҫҡан. Советтар Союзы тарҡалғас әлеге типаж үҙгәргән. Унда ла сит ил кешеләре беҙҙе тик байырға килеүсе итеп кенә күргән. «Яңы урыҫтар», етмәһә, аҡсаға төкөрөп ҡарауы һәм шашырға яратыуы менән аптыратҡан. Хәҙер иһә беҙҙе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә белгән әҙәмдәр йәки шөғөлләнергә бик көслө ынтылышы булған әҙәпле итеп таныйҙар. Шулай ҙа сәйәхәтселәребеҙ ҡайһы саҡта «эш боҙоуын» дауам итә.
Күп йылдар төрлө илдәрҙә рус туристары менән эшләүсе белгестәргә мөрәжәғәт итеп, шундай тикшереү ҙә үткәргәндәр, имеш: йәнәһе лә, бөгөн рәсәйҙәр сит илдә үҙен нисек тота, хужалар нимәбеҙҙе өнәп еткермәй? Бер-ике генә яуапҡа туҡталам. Сөнки уларҙың барыһы бер ишерәк. Гоа, Һиндостандағы туристик компания белгесе Мария Дакуна әйтеүенсә, элек тә, хәҙер ҙә беҙҙекеләр спиртлы эсемлектәр менән «шаярырға» ярата, бының эҙемтәләре лә үтә асыҡ сағыла. Тағы ла туристарыбыҙ үҙенең теге йәки был нәмәнән ҡәнәғәтһеҙлеген әҙәмсә, йәғни ипле итеп аңлата белмәй. Әзербайжанда Global Travel агентлығынан Фәхри Кәримов сит илдә рәсәйҙәрҙе тиҙ үк танып тороуын, ватандаштарыбыҙҙың ихлас булыуын еткерә. Иң йыш нимә талап итәләр, тигән һорауға иһә: «Алкоголь», − тип яуап ҡайтара. Тағы ла шуныһы бар: төндә йоҡларға яратмайбыҙ, имеш. Нисек инде ул, йылына бер, ә бәғзеләр ғүмере эсендә бер тапҡыр сит илгә сыҡһын да йоҡлап ятһын?! Тик ситтә шул илдекеләрҙең йоҡосо икәнен онотабыҙ. Беҙҙең Рәсәйҙә тормош күп осраҡта төндә башлана: кемдер кер йыуа, кем ремонт эшләй, кем һуғыша...
Һуғыш тигәндән, ситтә лә йоҙроҡто төйнәргә әҙер генә торабыҙ ул.
Алыш та бар, һалыш та...
Ана бер йылды, 2008 йылдың йәйе башында, буғай, Мысырҙа беҙҙең бер «батыр»ыбыҙ урындағы гидты туҡмап, ҡулға ла алынғайны хатта.
Шундай һорау алыу ҙа үткәргәндәр: ни өсөн беҙҙең туристар сит илдә ялда үҙен шулай «иркен» тота (иркен тигән һүҙ эсенә фантазияғыҙ еткәнсе сифаттарҙы һыйҙыра алаһығыҙ)? Респонденттарҙың 35-әр проценты, менталитет, ғүмер буйы аҡса йыйған да хәҙер «ысҡынған», тип яуап биргән. 28 проценты әйтеүенсә, беҙҙекеләрҙең аҡыл яғы шул сама, белеме һай. ҡалғандар яурындарын һикерткән.
2009 йылда Мәскәүҙән Израилдең Эйлат ҡалаһына осоусы «Israir» авиакомпанияһы бортында ла үҙ холҡон күрһәткән беҙҙекеләр. 27 йәшлек иҫерек пассажир тәүҙә күршеләре менән талашҡан, аҙаҡ стюардессаға бәйләнеп, тегеһе «ыҡҡа килмәгәс», тотҡан да уны тешләгән. Бер ғаилә, ир менән ҡатын, үҙ-ара һуғышып киткән. Унан алдағы йылда ғына ошо рейста Рәсәй кешеһенән стюардесса тешләнгәйне инде. Ул ваҡытта бахыр ҡыҙыҡай ултыра ла алмай йөрөгән, «самай урыны» ҡазаланғас ни... «Үткер теш»кә йомшаҡ яза биргән булғандар. Ә был юлы Эйлат суды беҙҙең тешләшергә яратҡан гражданға ҡарата штраф, һигеҙ көн төрмә, илдән ҡыуып сығарыу хөкөмө сығарған.
Шулай, беҙ һәр кемде аптырата алабыҙ.
«Роспотребнадзор»: «Төркиәнән эсмәй генә ҡайтығыҙ, йәме»
Төркиәгә беҙҙекеләр барып төшөү менән төрөктәр: «Ур-ра, аҡса килде!» – тип ҡысҡыра, имеш. Эйе, был илгә һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәр күрше ауылға силсәүиткә йөрөгән кеүек йышланы. Унан миллиондарса ватандашыбыҙ онотолмаҫ хәтирәләр менән ҡайта. Икенсе мөмкинлек тыуыу менән тағы бара, тағы, тағы... Әммә бәлә ағас башынан йөрөмәй, тигәндәй, ҡазаланып та ҡуябыҙ. Ана, май аҙағында Бодрум ҡалаһында яхтала (турҙа бөтәһе 70-ләгән Рәсәй турисы ҡатнашҡан) алкоголдән ағыуланыусы 22 ватандашыбыҙ араһынан 23 йәшлек Виктория Николаеваның мейеһе үлгән, тип хәбәр итәләр. Унан алда дүрт кеше ҡорбан булғайны инде. Әлегә табиптар ҡыҙҙың организмының төп органдары йәшәйешен тәьмин итеп тора тороуын. Шуныһы үкенесле: ағыуланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, улай ғына ла түгел, ә йәш ҡыҙҙар байтаҡ булған. Һуң, 20-нән саҡ ҡына өлкән йәштәге гүзәл заттар эсмәйерәк йөрөһә лә була бит...
Төркиә полицияһы һүҙҙәренсә, ул саҡта, 27 майҙа, яхтала туристарҙы Кипрҙан килтерелгән ялған виски менән һыйлағандар. Һуңғараҡ эсемлектә ағыулы метил спиртының ярайһы ғына дозаһы булыуы асыҡланған. Ошо көндәрҙә илдә этил спирты урынына ағыулы метанол ҡушып эсемлектәр етештереүсе фабрика булыуын да белеп ҡалғандар.
Тель-Авив полицияһы мартта ғына ике Рәсәй турисының алкоголдән ағыуланыу осрағын тикшергән. Ирҙәр Иерусалимдың ғәрәптәр йәшәгән яғында экскурсияла булғанда билдәһеҙ кешеләрҙән иҫерткес эсемлек һатып алған. 52 йәшлек турист уҡшыуға, күҙҙәре насар күрә башлауға зарланып, урындағы табиптарға мөрәжәғәт иткән, күп тә тормай һуштан яҙған. Тикшерә торғас, уның үҙәк нервы системаһының ярайһы уҡ зарарланыуы асыҡланған.
Ә Рәсәй ҡулланыусыларҙы күҙәтеү хеҙмәте (Роспотребнадзор) ватандаштарҙы, сит илдә (бигерәк тә Төркиәлә) алкоголь ҡулланмағыҙ, тип иҫкәртә. Был ойошма ҡойоп һата торған коньяк, шарап дегустациялары барған ерҙән дә алыҫыраҡ ҡасырға тәҡдим итә. Виски ҙа эсмәй генә ҡайтығыҙ инде, тип үтенә. Аһ-аһ, нимә эсергә тейеш улар? Иҫерткесһеҙ ниндәй ял була ул?
Кинәйәмде лә тойоп тораһығыҙҙыр...
Моряктарға «диңгеҙ тубыҡтан»
Бер нисә көн элек кенә Индонезияның Банджармасин портында ике компания араһындағы конфликт арҡаһында инде апрелдән бирле тотҡарланған «Капитан Курбацкий» теплоходы моряктары ла алкоголдән ағыуланғайны. Уларҙың дүртәүе үлгән, өсәүһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. ҡайһы бер шаһиттарҙың әйтеүенсә, диңгеҙселәр һаман хәл ителмәгән аңлашылмаусанлыҡтан тыуған көсөргәнеште шулай спиртлы эсемлек менән таратмаҡсы булған. Сама тигәнде генә онотоп ташлағандарҙыр инде. Ир-егеттәрҙең күбеһе Приморье һәм Алыҫ Көнсығыштан. Әле моряктарҙың тереләре дауахананан сыҡҡан.
Әйткәндәй, үлеүселәрҙең ғаиләһе бер ниндәй ҙә компенсацияға өмөт итә алмай, сөнки, крюинг компанияһынан (диңгеҙ караптары эшмәкәрлеге алып барыусылар) белдереүҙәренсә, моряктар карап бортында иҫерткес эсемлек ҡулланып, уставты боҙған. Алкоголь менән ағыуланыу страховка осрағына ла инмәй.
Былтыр Ла-Манш боғаҙы аша Ливиянан Роттердамға юлланған «Арионас» танкеры моряктары ла ағыуланып үлгәйне. Асыҡланыуынса, улар, бортта эсергә рөхсәт ителмәүенә ҡарамаҫтан, бер портта туҡталған мәлдә эсемлек һатып алған. Моряктарҙы ялған араҡылағы метанол үлтерә. Араларында өсәүһе Рәсәйҙеке була. Гавр прокуроры раҫлауынса, ярты стакан эсемлек тә кешене бер нисә сәғәттә үлтерер көскә эйә булған.
Индонезияла былтыр өс инженерыбыҙ ҙа метанолдан ағыуланып үлгәйне. Улар Рәсәйҙән һатып алынған Су−27СКМ һәм Су−30МК2 истребителдәрен хеҙмәтләндереүсе белгестәр төркөмөнә ингән.
Һуңғы һүҙ урынына
Беҙҙекеләр эскенән ағыуланып сит илдә генә донъя менән хушлаша, тиһегеҙме? Юҡ, ундай һорау тыумағандыр башығыҙҙа. Рәсәйҙә вафат булыусыларҙың һәр бишенсеһенең үлем сәбәпсеһе − алкоголь. Йылына уртаса ике миллион кеше үлә, 400 меңе − иҫерткес эсемлек ҡулланыуҙан.
Мәҫәлән, Ульяновск өлкәһендә йыл башынан алып спиртлы эсемлектән 475 кеше ағыуланған, 200-ө үлгән. Урындағы эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре бер нисә көн элек кенә бер көндә 740 литр контрафакт араҡыны юҡ итеүен белдерҙе. Быйыл апрель аҙағында ғына алкоголле эсемлектәрҙе һатыу тәртибенә үҙгәрештәр индереп, апаруҡ сикләгәйнеләр (төбәктә ҡаты алкоголь киске сәғәт 8 менән иртәнге 8 араһында, айырым байрам көндәрендә һатылмай). Хатта ҡаланың бер әҙәме, был тыйыуҙың законлы булыуына шик белдереп, прокуратураға ғариза ла яҙып йөрөгән. Сикләү менән генә еңеп булмай шул ағыуҙы...