«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгем



28.06.2011 Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгем

Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгемБеҙ Учалы районының Озерный ауылында йәшәйбеҙ. Башҡорт ҡурайы үҫкән, таш еләге, ер еләге, әберсәһе, сейәһе, әлмороно, энәлеге тәнгә им биргән тауҙар иле! Аратүбә, Оҙанғыр, Остобейек, Торһай... Атбил тауы. Ике тау килеп тоташҡан ер ат биленә оҡшаған. Унан борон халыҡ ҡалаға баҙарға йөрөгән. Түгелмә тауын уның башынан алып түбәнге осона тиклем ваҡ таш түгелгән кеүек ятҡан­ға шулай атағандар. Азамат утарының исеме Азамат тигән кешегә бәйле. Сөнки шунда уның бесәнлеге булған.
Мәрйә үлгән үҙәге. Юлда ҡайтып барғанында ҡаҙаҡтар бер мәрйәне талап үлтереп, шунда уҡ күмеп китә. Сахрайортта элек аттарҙы ярыштарға әҙерләгәндәр. Үҙәндәрендә Һаҡйылға, Һарғамыш, Көсөкбай, Тәкәлек һыуҙары сылтырап аға. Тирә-йүнгә еләҫлек бөркөп, һауаны сафландырып, Оҙонкүл йәйрәп ята. Яр буйҙарының һыҙаты – ун ике саҡрым самаһы. Һыуы йомшаҡ, тәнгә сихәтле, йыуһаң, сәс ебәк һымаҡ. Йәйен – өҫтө йылы, төбө – һалҡынсараҡ. Уға һалҡын һыулы ҡарабиҙәү, Ташъяр йылғалары ла ҡоя. Оҙон күлдең үҙенән йылға булып ағып сыҡҡан һыу Бирге Тирмән, Арғы Тирмән күлдәренә, унан Өскүлгә, шунан Биҙгенде, ҡыҙыл, Яйыҡ йылғаларына барып ҡушыла. Уның эргәһендә шулай уҡ Мартын күле бар. Унда ҡасандыр Мартынов тигән бер урыҫ балыҡ үрсетеү өсөн ҡылы йылғаһын быуған, шунан күл барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ Янсыҡты, ҡолдобай күлдәре лә бар.
Мәғрур тауҙар, зифа ҡайындар ҡуйынына һыйынған Оҙонкүл ғәжәп матур. Баш яғында тау һырттары һыу ситенә үк килеп етә, ҡая таштары ла ҡалҡып тора. Көнсығыш яр буйҙары ғәмәлдә һөҙәк, йәм-йәшел сиҙәмдән, ҡомло, ташлы түбәлектән ғибәрәт. «Морат» торағы йәнәше, Оҙонкүл ауылына килеп еткән тирәһе һәм күлдең ағып ятҡан, ҡылы тип йөрөтөлгән яҡтары – ерек, тал, ваҡ ҡайын, муйыл, ҡарағат үҫкән күтер. Ер аҫты һыуҙарынан, шишмәләрҙән туйынған Оҙонкүл әүәл тәбиғи рәүештә ағып ята. Был урын батҡыл булыу сәбәпле, таш түшәп, юл һалғандар. Инде тиҫтә-тиҫтә йылдар һыу ике торбанан ағып сыға. Күлдә табан, суртан күп, ҡара балыҡ, алабуға, ташбаш, сабаҡ, йәнә һөлөк бар. Яр буйында ҡабырсыҡтар күренгеләй, күл өҫтөндә аҡсарлаҡтар оса. ҡамыш, тал баҫҡан, һиңкелдәп ятҡан күтерҙәрҙә ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштар бала сығара.

Зөлфиә ҒАРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға