25.06.2011 Аҙна аптыратҡыстары: Имтихан ни хаҡ?
Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу йылдан-йыл криминаль хрониканы хәтерләтә башланы.
Уҡыусылар урынына уҡытыусылары, студенттар, ғалимдар һынау тота, уларҙы мәктәп директорҙары, мәғариф идаралыҡтары, Мәғариф министрлығы вәкилдәре ҡурсалай, юғары балл тәьмин итә. Элегерәк, бөтә килем юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары кеҫәһенә инә, тип зарланған әҙәмдәр өсөн шәп ваҡыттар етте. Баштарҙы Дүрәк Итә был БДИ.