«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күп фатирлы йорттар менән идара итеү еңелләшәсәк



25.06.2011 Күп фатирлы йорттар менән идара итеү еңелләшәсәк

Баш ҡаланың Конгресс-холында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Унда тармаҡтағы идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән РФ Торлаҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләр тикшерелде.
Дәүләт торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҙур средстволар һала, әммә идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенә тейешле контроль булмауы арҡаһында һөҙөмтәләр түбән булып ҡала, халыҡ һаман сифатлы хеҙмәт ала алмай, мутлашыу, урлашыу осраҡтары ла кәмемәй. Милекселәр ширҡәте лә көс еткеһеҙ һалымдарҙан йонсой. Бындағы етәкселәрҙең күбеһе күсемһеҙ милек менән идара итеү мәсьәләләрен ныҡлап төшөнөп тә етмәй, мутлашыу­сылар нәҡ ошонан файҙалана.
Башҡортостан Президенты, идара итеүсе компаниялар йыш ҡына ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән иҫәпләшмәй, шул уҡ ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән коммуналь түләүҙәр йыя, тип билдәләне. Ул уҙған аҙнала ғәмәлгә ингән федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә лә туҡталды. Ошо үҙгәрештәр арҡаһында бөтә милекселәр ширҡәттәре, идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеге закон­дар­ға ярашлылыҡҡа тикшереләсәк, сөнки ширҡәттәр бик йыш граждандар ҡатнашлығынан тыш төҙөлә. Идара итеүсе компаниялар халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәр тарифы буйынса урындағы власть органдарына мәғлүмәт бирәсәк. Торлаҡ хужалары мәнфәғәтен яҡлау буйынса муниципалитеттарҙың һөҙөмтәле сараһы ла булдырыла. Уларға хатта идара итеүсе компаниялар менән килешеүҙәрҙе өҙөү хоҡуғы бирелә.
Бөгөн республикала 1700 милекселәр ширҡәте, 194 идара итеүсе компания эшләй, улар 17 300 күп фатирлы йортҡа идара итә. Был Башҡортостан халҡының яртыһы тиерлек.
– Беҙ Башҡортостанда теркәлгән бөтә милекселәр ширҡәттәренең законлы ойошторолғанмы, юҡмы икәнлеген мотлаҡ асыҡлаясаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың нисек эшләгәнен, йыйған финанстар, ресурстарҙы нисек тотонғанын тикшерәсәкбеҙ.
Күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә тәртип урынлаштырыуҙы Рә­сәйҙә беренсе булып Башҡортостан башлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға