«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе... Ҡурҡытты...



18.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Ҡурҡытты...

Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығы­шында бер тәүлек эсендә 21 урман янғыны сыҡты.
Әлегә уларҙың өсәүһен генә һүндерә алғандар. Амур өлкәһендә, Чукотка һәм Хабаровскийҙа янған урмандарҙы ҡотҡарыу өсөн илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән һалдаттар ебәрелә башланы.
Мәскәүҙе лә төтөн баҫмаҡсы. Бөтәбеҙҙең дә иҫендә: былтыр илебеҙҙең баш ҡалаһы халҡы торф яныуҙан сыҡҡан ҡап-ҡара төтөн эсендә йәшәп алырға мәжбүр булды. Нишләптер, тейешле органдар үткән йылғы проблемаларҙан һуң һығымталар яһарға ашыҡмаған – торф янғындарын һүндереү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға