«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе... Өмөтләндерҙе...



18.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Өмөтләндерҙе...

Билдәле булыуынса, быға тиклем 2009 йылдың декабрендә янған «Хромая лошадь» төнгө клубының бөтә хужаларын да хөкөм итеү мөмкинлеге булманы.
Эш шунда – Пермь ҡалаһындағы фажиғәнән һуң клубтың хужаларының береһе Константин Мрыхин сит илгә ҡасып сығып китә. Клубта янғын сығыуҙа ғәйепле булған башҡа кешеләр ҙә яуаплылыҡтан ҡасырға маташты.
Хөкөм алдына баҫыуҙан йәшенеп йөрөгән Мрыхинды Испанияла таптылар. Хәҙер был илдең компетентлы органдары хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене Рәсәйгә тапшырасаҡ. 156 кешенең ғүмерен ҡыйған, 59 баланы етем ҡалдырған фажиғәлә ғәйепле булған бер кем дә яуаплылыҡтан ҡаса алмаҫ, тигән өмөт бар. Әле ошо фажиғә буйынса Мрыхиндан башҡа һигеҙ кеше суд ҡарарын көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға