«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Райондың киләсәге өмөтлө



14.06.2011 Райондың киләсәге өмөтлө

«Райондың киләсәге өмөтлө», − тине Хәйбулла районының һабантуйында ҡатнашҡан республика етәксеһе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов Хәйбулла районының һабантуйында булып, был төбәк халҡының байрам шатлығын уртаҡлашты.
Республика етәксеһе ауыл хеҙмәтсәндәрен яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән ҡотлап: «Хәйбулла районы төбәктә һәр саҡ иң эре һәм ҡеүәтлеһе булды. Бында ҡоролоҡ һәм башҡа ауырлыҡтар алдында баш эймәгән көслө рухлы, эшһөйәр, иҫ киткес шәхестәр йәшәй», − тип билдәләне. Республика етәкселеге яғынан да халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн күп эш башҡарылыуын әйтеп, миҫалға эш сәфәрендә Аҡъяр ауылында ике торлаҡ йортҡа нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашыуын әйтте.
Төбәк башлығы районда юл төҙөлөшө, дауахананы төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һабантуйҙың төп сәхнәһендә төбәк етәксеһе ялан батырҙарын да тәбрикләне. 2011 йылда яҙғы сәсеүҙе уңышлы башҡарып сыҡҡан «Хәйбулла» яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте «Беларусь − 920» маркалы трактор менән бүләкләнде. Президент шулай уҡ балалар менән аралашты, күргәҙмәләрҙе, милли көрәш буйынса турнирҙы, ат сабышын ҡараны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға