«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙҙе мауыҡтырғыс 6D форматы көтә



28.05.2011 Беҙҙе мауыҡтырғыс 6D форматы көтә

Әле күренештәрҙең 3D форматына өйрәнеп кенә киләбеҙ. Ә тикшеренеүселәр беҙгә 6D технологияһын тәҡдим итә. Уның менән тамашасы хатта экрандағы мөхиттең еҫен тойоп ҡына ҡалмаясаҡ, ә шундағы күренештәр менән идара итә лә аласаҡ. 6D иртәгә үк беҙгә «килеп» етә тип уйламағыҙ. Бер өс-дүрт йыл 3D менән ҡәнәғәтләнергә тура килер.
Әммә был супертехнологияларҙың кеше сәләмәтлегенә йоғонтоһон һаман иҫәпләп сығарып бөтөрә алмайҙар. Әлегә өс үлсәмле (3D) итеп төшөрә белгән фотоаппараттар сығарылған, 3D дисплейлы телефондарға «йән өрөлә», кинотеатрҙарҙа 3D-күҙлек тәҡдим ителә. 5D-кино тураһында ла беләбеҙ. Ул да ултырғысҡа махсус беркетелгән ҡорамалдар ярҙамында фильмдағы еҫтәрҙе тойорға булышлыҡ итә. Ә унан һуңғыһы, алтынсы «модель» тамашасы ваҡиғаларҙа ҡатнаша алһын өсөн пульт та «бирә». ҡыҙыҡ бит: кино бара, ә һин пульт менән теге йәки был хәрәкәттәрҙе эшләтәһең, эшләтмәй­һең...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға