«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул саҡта нисек йәшәргә икәнен белерһегеҙ»



28.05.2011 «Үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул саҡта нисек йәшәргә икәнен белерһегеҙ»

«Үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул саҡта нисек йәшәргә икәнен белерһегеҙ»Фәнзирә Ғәйфуллина – Салауат районының Ахун ауылы ҡыҙы. Ул үҫкән ғаиләлә лайыҡлы һөнәр, юғары белем алыуҙы тәү сиратҡа ҡуйғандар. Шуға ла ҡыҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына юллана. Бер нисә йыл һөнәре буйынса эшләп, эш һәм тормош тәжрибәһе лә туплағас, икенсе юғары белем алырға Башҡорт дәүләт аграр университетына килә. Бөгөн ул БР буйынса «Ер кадастр палатаһы» федераль дәүләт учреждениеһының 2-се мәғлүмәт эшкәртеү бүлегендә әйҙәүсе инженер булып эшләй. «Эшебеҙ бик етди, көнөнә әллә нисәмә документты теркәргә, тикшерергә тура килә. Был саҡта иғтибарың тотош алдыңдағы мәғлүмәткә йүнәлергә тейеш», – ти Фәнзирә. Дөйөм алғанда, үҙен һәр саҡ көр кәйефле итеп тоторға тырыша, сәләмәт тормош алып бара. Билдәле Бенедикт әйтмешләй, ти ул, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға яҡшы кәйефегеҙ менән ҡарағыҙ. Уңышлы булыу ҙа һәр кемдең үҙенә бәйлелегенә ышана: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көнөнә. Шулай итеп, Фәнзирә Ғәйфуллинанан уңышҡа биш аҙым.
Тырышлыҡ

Был бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу – әлеге замандың бәләһе. Шуға ла йәштәргә: «Уңыш һәр саҡ һеҙҙең янда, тырышһағыҙ, уны күреп ҡала һәм етәкләп ала аласаҡһығыҙ», – тип әйткем килә.

Маҡсатлы булыу

Кеше һәр саҡ маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур маҡсат мотлаҡ түгел, ә үҙеңдең ҡулыңдан килерлек, тормошоңа мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән, тәүҙә мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштар барлыҡҡа киләсәк. Шуныһы мөһим – насар ғәҙәт менән маҡсат килешеп йәшәй алмай. Быны иҫтә тотоғоҙ, йәштәр!

Тәүәккәллек

Кемгә нисектер, әммә минең өсөн тәүәккәллек үтә лә мөһим. ҡарар ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға яратмайым, ҡаушап ҡалыу ҙа миңә хас түгел. Нәҡ шул тәүәккәллегем арҡаһында фатирлы булдым, шул холҡом киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә.

Аралаша белеү

Беҙ һәр саҡ кеше араһында, кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үҫешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта һиңә ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлелегеңде лә эшкә екһәң...

Ярҙамсыллыҡ

Яныңда ныҡлы таяныс булыу – уңыштың башы ул, тип һанайым. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың һиңә ярҙамы, һинең уларға ярҙамың һәр саҡ кәрәгеп тора. Һин кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең. Яҡшы түгелме ни был?!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға