«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәге асылды



28.05.2011 «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәге асылды

– «Леруа Мерлен»дың асылыуы – Башҡортостан Республикаһының Франция предприятиелары менән хеҙмәттәшлегендә ни бары беренсе аҙым, ҙур, ҡыҙыҡлы проекттың башы ғына, – тине сауҙа комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөгөн Францияның Рәсәйҙәге илсеһе менән артабан хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө варианттарын тикшер­ҙек, перспективалар яҡшы ғына.
Өфөләге магазин директоры Михаил Киянов Башҡортостан Президентын тауарҙар ассортименты менән таныштырҙы. Хыялындағы йортто төҙөү өсөн Башҡортостан халҡына бында 41 мең төр тауар тәҡдим ителә. Улар 15 бүлеккә урынлаштырылған.
Сауҙа селтәрендә урындағы етештереүселәр – «Ласселсбергер» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенең изделиелары, Өфөләге «Евро­мас­тер» компанияһының корпуслы мебеле һәм шкаф-купелары ла һатыла.
– «Альстом», «Сен-Гобен» компаниялары, тағы бер нисә француз фирмаһы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, һәм бөгөн беҙ Франция илсеһе менән бик күп ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле проекттарҙы тикшерҙек, – тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға