«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Айыҡлыҡ – тормош нормаһы»



21.05.2011 «Айыҡлыҡ – тормош нормаһы»

Республикала былтыр декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Башҡортостан рустары соборы, «Киске Өфө» гәзите редакцияһы, «Айыҡ Нефтекама», «Айыҡ Белорет», «Айыҡ Сибай», «Айыҡ Ишембай», «Айыҡ Туймазы» ҡала ойошмалары тарафынан «Айыҡ Башҡортостан» тигән төбәк йәмәғәт хәрәкәте ойошторолғайны.
Халыҡты үҙҙәре йәшәгән ауыл тормошонда, үҙенең һәм ғаиләһенең тормошонда айыҡ йәшәү традицияларын тергеҙеү эшендә әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү, йәш быуынды айыҡлыҡ рухында тәрбиәләү, алкоголь, тәмәке, наркотик матдәләр ҡулланыуҙы иҫкәртеү, алкоголле эсемлектәр­ҙе, тәмәке ҡулланыуҙы һәм һатыуҙы сикләүҙе көсәйтеү өсөн йыл башынан «2011 йылдың айыҡ ауылы» тигән конкурс башланды. Ошо конкурс сиктәрендә 21 майҙан 27-һенә тиклем конкурста ҡатнашыусы ауылдарға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү һәм «Айыҡлыҡ – тормош нормаһы» темаһы буйынса семинар үткәреү маҡсатында республикаға Себер федераль университеты профессоры, тарих фәндәре докторы, этнограф һәм собриолог Виктор Павлович Кривоногов килә һәм «Собриология – айыҡлыҡ тураһындағы фән» тигән семинар дәрестәрен 21 майҙа киске сәғәт 6-ла Учалы районының Һөләймән ауылында, 22-һендә Әбйәлил районының ҡырҙас ауылында (сәғәт 10-да), Баймаҡ районының Темәс ауылында (көндөҙгө 2-лә), Буранбай ауылында (киске 7-лә), 23-өндә Йылайыр районының Йылайыр ауылында (иртәнге 10-сы яртыла), Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында (көндөҙгө 2-лә), Күгәрсен районының Мораҡ ауылында (киске 7-лә), 24-ендә Күмертау ҡалаһында (иртәнге 10-сы яртыла), Көйөргәҙе райо­нының Ермолаев ауылында (көндөҙгө 2-лә), Мәләүез ҡалаһында (киске 7-лә), 25-ендә Федоровка районының Федоровка ауылында (иртәнге 10-сы яртыла), Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында (көндөҙгө 2-лә), Ғафури районының Сәйетбаба ауылында (киске 7-лә), 26-һында Салауат ҡалаһында (иртәнге 10-сы яртыла), Ишембай ҡалаһында (көндөҙгө 2-лә), Ауырғазы районының Мораҙым ауылында (киске 7-лә) үткәрә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға