«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кеше өлөшө ебәрмәй ул



07.09.2010 Кеше өлөшө ебәрмәй ул

Кеше өлөшө ебәрмәй улҡулында булған аҡсаһын кемдер әйләнешкә ебәрергә, кемдер уға фатир һатып алырға йәки ҡартлыҡ көнөндә курорт зонаһына күсергә уйлағандыр. Тик уларҙың береһе лә хыялын тормошҡа ашыра алмаған. Ни өсөн, тиерһегеҙ. Сөнки бер төҙөлөш фирмаһының 57 йәшлек директорының «йүнселлеге» арҡаһында – фатир урынына ул кешеләргә «һауа» һатҡан.
2003 йылда уҡ был мут әҙәм ошондай уй менән яна башлай. Уй-ғәмәлен атҡарып сығырына ныҡ ышана ул. Сөнки бының өсөн тейешле белеме лә, тәжрибәһе лә бар. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылдарҙа күп ҡатлы йорттар төҙөүгә граждандарҙың да үҙ өлөшөн индерә алыуы тураһында закон сыға. Шулай итеп, Рим «Гранит» исемле яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөй ҙә, төҙөлөш алып барыуға бөтә кәрәк документты юллап ала. Унан эш китә алға: реклама баннерында күрһәтелгән киләсәктә төҙөләсәк туғыҙ ҡатлы йортҡа граждандар үҙ өлөштәрен – аҡсаларын килтерә башлай. Йортто ул 2006 йылдың башына тапшырырға вәғәҙә итә.
Айҙар, йылдар үтә. Төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын начальниктың ҡулынан конвертта ғына ала. Компанияның ихатаһында «Рено-Логан» автомобиле пәйҙә була, ә бер аҙҙан Рим эшкә, директорҙарға хас булғанса, өр-яңы «Лексус»та ғына килә башлай.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш эше алға бармай. 2008 йылдың аҙағы яҡынлаша, ә туғыҙ ҡатлы йорт аҡсаларын биреүселәргә тик баннерҙан ғына «ҡарай». Үҙ өлөштәрен индергәндәр­ҙең аҡсаһы бөтә, ә фатирҙарға канализация үткәрелмәгән, биҙәү эштәре тураһында әйтәһе лә түгел. Хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡы түләргә кәрәк бит. Өҫ­тәүенә, кредиттар...
Офистан алданған граждандар ағымы өҙөлмәй. Рим, көрсөккә һылтанып, граждандарҙы әҙерәк сабыр булырға өндәй, таҫма телләнеп, вәғәҙәләр биреүен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡала милицияһына ла ғаризалар яуа...
Граждандарҙан еңел генә аҡса ағымы килеүен күҙ уңында тотоп, Рим хеҙмәткәрҙәренә тиҙҙән тағы ла бер объект барлыҡҡа киләсәге тураһында ҡыуанып хәбәр еткерә һәм гәзиткә аҡсалата өлөштәрен индерергә теләүсе граждандарҙы йәлеп итеүсе иғлан бирергә ҡуша. Тик торлаҡ баҙарында хәл үҙгәреп китә. Үҙ һүҙендә тормаған төҙөлөш компанияһының абруйы тирә-яҡҡа таралып өлгөргән була. Шунлыҡтан Римгә алты граждан ғына үҙ аҡсаһын ышанып тапшыра. Тик еңел аҡсаға өйрәнгән «йүнсел» бәхетен тағы ла бер юл менән һынап ҡарарға була – реклама баҫмаларында Красноусолда күп фатирлы йорт төҙөлөүе тураһында иғлан бирә. Йәнәһе, курорт зонаһында төҙөләсәк йорт бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Тик был юлы ла клиенттар һаны әҙ булып сыға – ике кеше генә уның ышанысын аҡлай. Уларҙан килгән аҡса тәүге йорт­ҡа талап ителгән сығымдарҙы ла ҡаплай алмай.
Шул уҡ ваҡытта былтыр мартта ҡала милицияһында Римгә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 201-се статьяһы (вазифауи бурыстарҙы үҙ файҙаһына ҡулланыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Аферист был юлы тәфтишселәр бүлмәһендә граждандарҙың аҡсаларын кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Ғариза яҙыусыларҙың бер нисәүһе менән ул килешеп тә ҡуя. Ә ҡалған граждандар «Гранит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тупһаһынан төшмәй. Бер көндө офис ишегендә эт башы ҙурлығындай йоҙаҡ пәйҙә була. Бөтә телефондар ҙа яуап бирмәй. Директор ҙа, уның ҡул аҫтында эшләгәндәр ҙә офисҡа килеп тә әйләнмәй. Етәксене федераль эҙләүгә бирәләр. Ул тейешле органдарҙан йыл буйы йәшеренеп ята. Быйыл ғинуарҙа хәсрәт төҙөүсене Стәрлетамаҡта тоталар. Баҡһаң, Краснодар крайында йәшенеп ятҡан кеше ҡалаға йышлай, хатта үҙенә әхирәт тә табып ала. Ә милицияла уның ҡайҙалығы һәм нимә менән шөғөлләнеүе тураһында күптән хәбәрҙар булалар. Шулай итеп, бик күптәрҙе тишек шоманға ултыртыусы ҡулға алына. Хәҙер инде РФ Енәйәт кодексының статьяһы үҙгәргән – «Кеше аҡсаһын үҙләштергән йәки тотонған өсөн» тип атала ул. Граждандар күргән зыян йәмғеһе 5,5 миллион һумдан ашыуыраҡ. Был бигерәк ҙур сумма һанала.
Рим ошо көндәрҙә суд алдына баҫасаҡ. Уға ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм бер миллион һум күләмендә штраф янай.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға