14.05.2011 Ҡыҙыл раузалар…
Раузаны сәскәләр батшабикәһе тип йөрөтәләр. Һуңғы йылдарҙа уларға иғтибар үтә лә артты. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан да рауза үҫтереү тураһында яҙыуыбыҙҙы үтенеп яҙған хаттар йышайҙы. Был яҙмаларыбыҙ рауза яратыусыларға ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Рауза сәскәләре ҡуйы булып һәм оҙаҡ сәскә атһын өсөн, уны ултыртыу урынын, сортын һайлау һәм аҙаҡ дөрөҫ тәрбиәләү ҙә мөһим.
Яйлы урын
Рауза сәскәһе яҡты, шул уҡ ваҡытта ышыҡ урынды ярата. ҡояш яҡтыһы төшкән урында үҫкән рауза тиҙерәк үҫешә һәм сәскәһе лә күп була. Ул төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш елдәренән һаҡланған урында булырға тейеш. Сәскәләрҙе һауа алмашынмаған йәки соҡор урында ултыртырға ярамай – бәшмәк ауырыуы ла тиҙ тараласаҡ, тупраҡ та нығыраҡ туңасаҡ. Көньяҡҡа, көньяҡ-көнбайышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан 8 – 10 градусҡа ауышыраҡ урын йәтешерәк була. ҡар һыуы торламаған урын иң яҡшыһы. Сәскәләрҙе елдән һаҡлау мөһим.
Рауза үҫтереү өсөн гумусҡа бай, һыу һәм һауа еңел үтеп инерлек еңел тупраҡ яҡшыраҡ. ҡомло тупраҡ бик ярамай. Сөнки йәйен ул ныҡ ҡыҙа, туҡлыҡлы матдәләр тиҙ йыуылып төшә, ә ҡышын туңа. Сәскә тамыры ҡайһы берҙә 1 метрҙан да тәрәнерәккә үҫә, шуға күрә грунт һыуы 80 –120 сантиметрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел. Үҫенте тупрағына тиреҫ, кәҫ, торф, эзбиз индереү ҙә һәйбәт йоғонто яһаясаҡ.
Рауза сәскәһе өсөн тупраҡ әселеге лә ҙур әһәмиәткә эйә. Әселеге әҙ (рН 6,0 – 6,5) булған һайын хәл отошлораҡ – бының өсөн көл, эзбиз йәки доломит оно индереү яҡшы.
Раузаларҙы рәт-рәт итеп, төркөмләп йәки берәмләп ултыртырға мөмкин – барыһы ла ҡыуаҡтың сортына һәм формаһына бәйле. Тәрбиәләгәндә, ҡышҡылыҡҡа йылытып ябыр өсөн уңайлы булһын тиһәгеҙ, сәскәләрҙе ике рәткә теҙеп ултыртыу йәтеш. Өҙлөкһөҙ сәскә атыусы флорибунда, сәй-гибрид һәм полиант сорттарын бер-береһенән 36 – 60 см алыҫлыҡта, ремонтант сортын – 60 – 100 см, шраб һәм ярымүрмәләүсе сорттарын 1 – 1,2 м алыҫлыҡта ултыртыу шарт. Үрмәләүсе сорттарҙы арка, махсус рәшәткә, беседка эргәһенә ултыртыу ҙа отошло. Ул ҡоймаларҙы ла, ихатаның хужалыҡ өлөшөн дә матур итеп ҡаплап тора. Ихатаны раузалар менән биҙәгәндә, уларҙы сәскә атыу осорона, сәскәләрҙең төҫөнә ҡарап та һайларға мөмкин.
*рН – тупраҡ әселеген күрһәтеүсе дәүмәл. Ул 7-не күрһәтһә, тупраҡтың әселеге нейтраль, 7-нән кәм булһа – әсе, 7-нән күп булһа – һелтеле.
Үҫентеләрҙе һайлау
Уларҙы питомниктан йәки фирма магазиндарынан һатып алыуға өҫтөнлөк бирегеҙ: үҫентеләр уларҙың тамырын һаҡлаусы тупраҡ, торф йәки башҡа дымлы материалдар һалынған махсус контейнерҙарҙа, пакеттарҙа һатыла.
Үҫентеләрҙе һатып алыр алдынан рауза сорттары, уның ниндәй бейеклектә, ҡуйылыҡта үҫеүе, сәскәләренең оҙаҡ тороу-тормауы менән алдан танышығыҙ.
Үҫентеләр башҡа сорттар менән ҡушылғанмы-юҡмы, әллә үҙ тамырынан сыҡҡанмы, ҡайһы сорт – асыҡ грунтта, ҡайһыһы оранжереяла үҫеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
2 – 3 йәшлек үҫентеләрҙе һайлаһағыҙ, бер ҙә отолмаҫһығыҙ – улар яңы урынына тиҙерәк яраҡлашып үҫеп китә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: прививкаланған үҫентеләр үҙ тамырынан сыҡҡандарына ҡарағанда көслөрәк була һәм тупраҡҡа тиҙ яраҡлаша.
Рауза үҫентеһен һайлағанда ағасланған 2 – 3 ботағы булғандарын алығыҙ. Был ботаҡтар йәшел, әммә һулымаған булырға тейеш.
Үҫентеләрҙең ботағында һәм япрағында бер ниндәй ҙә тап булмаһа, тамырҙары ныҡ һәм бөрөләре асылмаһа, тимәк, раузалар сәләмәт.
Һатып алған үҫентеләрҙе баҡыр купоросы (10 л һыуға 30 г) йәки фундозол (10 л һыуға 1 аш ҡалағы) иретмәһенә тығып дезинфекциялағыҙ.
Үҫентенең тамырҙары кипкән булһа, уны бер тәүлеккә һыулы күнәккә тығығыҙ.
Үҫентеләрҙе алғас та ултырта алмаһағыҙ, тамырҙарын еүеш сепрәккә йәки ҡағыҙға төрөгөҙ.
Ултыртыу
Яҙ ултыртҡанда үҫентеләр буйға үҫә, барлыҡҡа килгән яңы ботаҡтар һәм япраҡтар тамырға үҫешеү мөмкинлеген кәметә. Рауза ултыртыу өсөн иң уңайлы ваҡыт – көҙ, 1 сентябрҙән 10 октябргә тиклемге арауыҡ. Үҫентеләрҙе ҡышҡылыҡҡа йылы итеп ябырға тура килһә лә, уларҙың ваҡ тамырҙары көсәйеп, нығынып өлгөрә һәм һөҙөмтәлә рауза ҡыуағының тамырҙары ла, өҫкө өлөшө лә яҙын әүҙемерәк үҫешә. Яҙын үҫентеләрҙе ултыртыуҙың иң оптималь ваҡыты – 20 апрелдән 20 майға тиклем, йәғни тупраҡ 8 – 10 градусҡа тиклем йылынғас. Ямғырлы, тымыҡ көндө, кискә табан һайлағыҙ.
Үҫентеләрҙең тамырҙарын, ботаҡтарын ултыртыр алдынан ҡыҫҡартып ҡырҡырға (ҡырҡҡан урындарҙы буярға), кипкән япраҡтарынан, бөрөләренән таҙартырға һәм натрий гуматы иретмәһе менән эшкәртеп, соҡорҙоң уртаһына ултыртырға кәрәк. Ике аҙна буйы уға ҡояш нуры тура төшмәһен. Һәр рауза төбөн ныҡлап һуғарығыҙ. Һыуы һеңгәс, төбөн 20 – 25 см ҡалынлыҡта тупраҡ менән күмегеҙ.
Ултыртылған раузаларҙың хәл-торошо тупраҡтың нисек әҙерләнелеүенә бәйле. Иң мөһиме – уларҙы элекке урынына ултыртмағыҙ. Сөнки ундағы тупраҡтың көсө бөткән, төрлө сирҙәр һәм ҡоротҡостар булыуы ихтимал. Элекке урынына ултыртыр булһағыҙ, 50 – 70 см ҡалынлыҡта тупраҡты алып ташлап, яңы тупраҡ менән тултырыу мөһим. Тупраҡ тиреҫ һәм минераль өҫтәмәләр менән ашланған булырға тейеш. Прививкаланған раузалар өсөн ашланған тупраҡ ҡатламының – 70, ә тамырҙан алынғандары өсөн 50 см ҡалынлыҡта булыуы яҡшы. Раузаларҙы ултыртыу өсөн 45 – 50 см киңлектә соҡор ҡаҙып, төбөн һәнәк менән йомшартып, серегән тиреҫ, баҡса компосы йәки торф һалып, өҫтөнә таҙа ер ҡушып, бутарға кәрәк.
Тупраҡ ҡатнашмаһы составы: 2 күнәк баҡса ере, 1 күнәк серегән тиреҫ, 1 күнәк торф, балсыҡлы тупраҡҡа 1 йәки 2 күнәк ҡом һәм, киреһенсә, 2 стакан һөйәк оно, 1 – 2 ус суперфосфат, 1 – 2 стакан доломит онон өҫтәргә мөмкин.
Раузаларҙы айырым ултыртһағыҙ, 50х50х50 см ҙурлығында соҡор ҡаҙырға кәрәк. Әгәр ҙә уларҙы төркөмләп ултыртырға булһағыҙ, майҙанды ҙурыраҡ алып, шул уҡ эштәрҙе башҡарырға тура киләсәк. Урынды көҙҙән әҙерләп ҡалдырыу яҡшыраҡ.
Тәрбиәләү
Үҫентеләр ентекле тәрбиәгә (ботаҡтар остарын ҡырҡыуға, прививкаланған үҫентеләрҙең ҡырағай ботаҡтарын алып ташлау, һуғарыу, төбөн йомшартыу, сүп-сарын утау, ашлау, ҡоротҡостарға һәм сирҙәргә ҡаршы көрәш) мохтаж.
ҡоро көндәрҙә үҫентеләргә аҙнаһына бер тапҡыр ныҡ итеп һыу һибергә (бер ҡыуаҡҡа 10 – 15 л) кәрәк. Органик ашламалар индереү зарури. Йыш утағыҙ. Яҙын раузаның ботаҡтарында һәм япраҡтарында үлән бете, йәйен япрағына зыян килтереүсе ҡарышлауыҡтар барлыҡҡа килә. Тамырына ҡаты ҡорттар, айыу күбәләге зыян килтерә. Раузаларҙы онло ысыҡ, тутыҡ, ҡара таптар зарарлай. Уларға ҡаршы көрәшеү өсөн химик ағыуҙар ҡулланырға мөмкин. Тик иң яҡшыһы – дөрөҫ агротехника саралары. Зарарланған ботаҡтарҙы, япраҡтарҙы ҡырҡып йыйып яндырығыҙ, ашлағыҙ, көҙөн, тәүге ҡырауҙан һуң, тимер купоросы, бордо шыйыҡсаһы һиптерегеҙ. Икенсе ысул – ромашка, тырнаҡ гөл, бәпембә, картуф һәм помидор һабағы төнәтмәләрен файҙаланыу.
Онло ысыҡҡа ҡаршы марганец, кальцинирланған сода менән һабын иретмәһен (10 л һыуға 48 – 50 г сода һәм 40 г һабын алына), һарымһаҡ төнәтмәһен (туралған 15 г һарымһаҡты 1 л һыуҙа бер тәүлек буйы төнәтергә), һыйыр тиҙәге төнәтмәһен (10 л һыуҙа ярты күнәк тиҙәкте 3 – 4 көн тоторға ла, аҙаҡ икеләтә һыу өҫтәргә) һибегеҙ.