«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Бәхет сере ябай ғына–



14.05.2011 «Бәхет сере ябай ғына–

ауыр һүҙ әйтмәйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ», – ти Тәтешленән Назаровтар
«Бәхет сере ябай ғына–Әхирәтем Рәзимә апай менән Нәғим ағай Назаровтар тураһында һөйләй баш­лағас, шундуҡ улар менән һөйләшке, күрешке килде. Әлиәнең уларҙың эш­сәнлегенә, аҡылына, матур ғаиләләренә һоҡланып ҡарауы миндә лә ихтирам уятты. Шуға ла, юлым Тәтешле яғына төшкәс, уларға инеп сыҡмай булдыра алманым. Район үҙәге Үрге Тәтешле ауылына кискә табан ғына килеп төштөк. Килеп төштөк тә, тура ауыл ур­та­һында урынлашҡан дарыуханаға йү­нәлдек. Әлиә, үҙҙәренең дарыуханаһы бар, улар кискә тиклем шунда эшләй, тип әйтеп ҡуйғайны. Матур булып теҙелеп киткән күркәм биналар араһында был йорт күркәмлеге менән айырылып тора. Заманса итеп төҙөлгән ике ҡатлы бина беҙҙе балҡып ҡаршы алған кеүек булды. Ай-һай, был тиклем һарай һалыр өсөн әҙ аҡмағандыр Нәғим ағайҙың тире, Рәзимә апайҙың йоҡоһоҙ төндәре лә аҙ булмағандыр, тигән уй килде баш­ҡа. Бинаға индек. Беҙҙе Рә­зимә апай йылмайып ҡар­шы алды. Алсаҡ булһа ла, күп һөйләргә яратмай ул. Нин­дәй­ҙер маһайыу, маҡтанып һөйләү, күҙҙәрендә «Бына кем ул мин!» тигәнде күрмәҫһең.
Ғөмүмән, бындай сифаттар Назаровтарға бөтөнләй хас түгел. Нисек бындай ҙур эшкә батырсылыҡ итеүҙәре тураһында ла ябай ғына итеп: «Мин оҙаҡ йылдар үҙәк дарыуханала эшләнем. Һуңғы йылдарҙа бөтә ерҙә лә ҡыҫҡартыуҙар башланғас, эшһеҙ ҡалам, тип ҡурҡтым да, ошо эште башлап ҡарарға булдыҡ. Ғүмер буйы эшләп өйрәнгәс, өйҙә ултырып булмай бит инде». Рәзимә апай Бөрө ҡалаһында училище тамамлағандан һуң Өфөлә фармацевтика факультетында белем ала. Нәғим ағай ҙа юғары белемле – Нефтекама училищеһында уҡыған һәм аҙаҡ Өфө дәүләт нефть техник университетында белемен камиллаштырған.
Ә бына улдары Наил ата-әсәһенә ҡарағанда һүҙсәнерәк. Атаһының мәктәптә физика, математика буйынса ниндәй шәп уҡыусы булыуын да һөйләп бирҙе. Үҙе лә атаһынан ҡалышмай малай. Мәктәптә радиоэлектроника түңәрәгенә йөрөй. Унда улар ишек ҡыңғырауы, «мигалка» эшләргә өйрәнгәндәр ҙә инде. Математика һәм физикаға ҡарата ныҡлы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған уҡытыусыларына рәхмәтле Наил. «Физика уҡытыусыһы Айрат Мөҙәвис улы дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы итеп алып бара, төрлө нәмәләргә өйрәтә, жонглерлыҡ һәләтен дә күрһәтеп ала ҡайһы саҡ, магниттың полярлығын үҙгәртеп, төрлө тәжрибәләр үткәреп күрһәтә. Ә математика уҡытыусыһы Регина Абдулла ҡыҙы теманы һәр кемгә һәйбәтләп аңлата», – ти егетебеҙ. Райондың бөтә олимпиадаларында ҡатнаша Наил, әле яңыраҡ ҡына география һәм инглиз теле буйынса беренсе урындарҙы алған. «Апаһы кеүек үк булмаһа ла, йырлай ҙа әле ул», – тип ҡушыла Рәзимә апай. Наилдең 10-сы синыфта уҡыусы Нәфисә апаһы – райондарында ғына түгел, ә Башҡортостан сәхнәһенә лә сыҡҡан кеше. Ул ике тапҡыр «Сулпылар»ҙа ҡатнашҡан, район, республика конкурстарында еңеүҙәре, Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
Беҙ һөйләшкән арала дарыуханаға клиенттар ҙа инеп сыҡты. Әйткәндәй, унда хаҡтар «тешләшә» торған түгел, бүтәндәрҙекенән арзаныраҡ та. Түбәнерәк хаҡҡа һатһалар ҙа, дарыу­хана үҙен аҡлай. «Бөгөн конкуренция заманы. Кешеләрҙе үҙебеҙгә йәлеп итер өсөн хаҡтарҙы кәмерәк ҡуябыҙ», – ти Нәғим ағай. Бында, әлбиттә, бары тик хаҡтарҙың осһоҙлоғо менән генә бөтә нәмәне аңлатып та булмаҫ ине. Рәзимә апайҙың һәр кемгә ҡарата яҡты йөҙлө, йылы һүҙле булыуы ла ҙур роль уйнайҙыр. Дарыуҙарҙы бурысҡа яҙҙырып та биреп тора ул.
Әлбиттә, минең уларҙың нисек татыу йәшәүенең дә серен белгем килә. «Нисек әллә нисәмә йыл бер-берегеҙгә терәк, бүтәндәргә һоҡлан­ғыс ғаилә, Нәфисә менән Наилгә өлгөлө ата-әсәй булып йәшәй алаһығыҙ?» – тип һорайым. Баҡтиһәң, яуабы үтә лә ябай икән: бары тик бер-берең менән аңлашып, бер-береңә ышанып, ауыр һүҙ әйтмәй йәшәргә генә кәрәк. «Ғаиләлә күбеһенсә әрләш-талаш шул аҡса өсөн сыға бит инде. Ә беҙҙең ундай проблема тыуғаны булманы. Нәғим һәр саҡ ғаиләбеҙҙе ҡайғыртып тора, аҡса таба белә». Нәғим ағай бына инде нисәмә йыл, ҡайтып-китеп йөрөп, Когалымда эшләй. Дарыухананы төҙөй башлар алдынан да уның йылдар буйы йыйған аҡсаһы һәм банкынан алған ссуда тотонол­ған. Тәүҙә бер-ике йыл тирәһе кәрәкле, һәр йәһәттән уңайлы һәм уңыш килтерерлек ер һайлағандар. Ауылдың үҙәгендә йәшәүсе ғаилә менән һөйләшеп, уларға йорт алып биргәндәр ҙә, улар­ҙың урынына ошо ҙур бинаны һала башлағандар. Ике йыл эсендә уны эшләп тә бөтәләр. Бер зал дарыухана өсөн ҡулланыла, ҡалғандарында – кейем кибеттәре, бөҙрәхана, көнкүреш техникаһын ремонтлау бүлмәһе һәм стоматология кабинеты.
Рәзимә апай менән Нәғим ағай­ҙың өйҙәре лә гөл кеүек, аҡыллы, тәртип һөйөүсе кешеләр йәшәүе тураһында үҙе үк һөйләп тора. Өйгә ингәс тә, мине Нәфисә менән Наил уратып алды. Эй, рәхәт инде улар менән аралашыуы, шул тиклем әүҙем, шәп үҙҙәре. Һүҙҙә генә түгел, эштә лә. Нәфисәнең йырға оҫталығы тураһында әйтеп киткәйнем инде, ул фортепиано класында уҡыған, әле гитара һәм хор түңәрәгенә йөрөй, рок стилендәге йырҙар­ҙы ла башҡара. Әммә уның ҡыҙыҡһыныуҙары бының менән генә сикләнмәй. Йәйгеһен мәктәп лагерында вожатый булып та эшләгән. Балалар менән эшләүе бик ныҡ оҡшай, ти. Тырыш ҡыҙ спорт менән дә ныҡлап шөғөлләнә – полиатлон, шорт-трек, еңел атлетика буйынса алған Маҡтау ҡағыҙҙары бының асыҡ дәлиле. Футболды айырыуса ярата. Әммә: «Хәҙер үҫкән ҡыҙһың бит инде», – тип, әсәһе уны малай­ҙар янына футбол уйнарға сығармай. Ә Наил иһә йыл һайын ата-әсәһенән яңы футбол тубы һатып алдырта. Сөнки йәйгеһен көн һайын дүртәр сәғәт уйнауға ниндәй туп сыҙаһын? Ә һәр йыл һайын 1 майҙа улар ғаиләләре менән, бөтә күрше-күләнде йыйып, футбол уйнарға сыға. Балаларҙың өлкәндәргә ҡаршы уйнауын ситтән генә күҙәтеп тораһы ине. Бик күңелле күренештер инде ул! Йыл буйы йүгермәгән ололарҙы шәп бәләкәстәр геүләтеп уҙып китә лә, һә тигәнсе ҡапҡаға тупты индереп тә ҡуя. Ололар ҙа сәмләнеберәк уйнай башлай, һис бирешкеләре килмәй. Китә ҡыҙыу уйын, табан аҫтынан туҙан ғына осоп ҡала. Их...
Рәзимә апай менән Нәғим ағай артыҡ һөйләргә яратмаһа ла, балаларының ата-әсәһенә ҡарата һөйөүе һәм тәрән ихтирамы, улар­ҙың тәрбиәле һәм шул тиклем берҙәм булыуы, туғандарының, таныштарының уларҙы ҙур хөрмәт менән телгә алыуы үҙҙәре һөйләргә мөмкин булған һүҙҙәрҙән күпкә ҡиммәтерәк. Ысынлап та, һоҡлан­ғыс, бәхеттәрен үҙ ҡулдары менән ҡорған ғаилә ул Назаровтар.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға