«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәү сиратта – баҡса



14.05.2011 Тәү сиратта – баҡса

Яҙын тәбиғәт кенә түгел, көнитмештең бөтә тармаҡтары ла яңынан уянған кеүек була. Хатта баҙар ҙа. Тап ошо ваҡытта, яҙғы баҡса эштәре гөрләп башланыу менән, сауҙа урындарында төрлө яңы тауарҙар күренә башлай, орлоҡ, үрсетмә һатыусылар эшен айырым бер дәрт менән башҡара.
Беҙ ҙә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан «Гагарин» сауҙа-сервис комплексына барып, ундағы хаҡтар менән танышып сыҡтыҡ. Был юлы аҙыҡ-түлеккә генә түгел, баҡса эшендә кәрәкле инструменттарға ла иғтибар бүлдек. «Гагарин» сауҙа-сервис комплексында һапһыҙ көрәкте − 100, тырманы 60 − 75 һумға алырға мөмкин. 12 литрлыҡ һыу һипкес өсөн 160 һум тирәһе аҡса талап ителә. Шулай уҡ хужалыҡта һәнәк тә кәрәк − ул яҡынса 230 һум тора. Тәпке лә бар, әммә әллә ни ҡиммәт түгел − 55 − 60 һумға һатыла. ҡыҫҡаһы, баҡсала рәхәтләнеп эшләйем, йәшелсә-емеш үҫтерәм тиһәң, бер генә сауҙа нөктәһенә барып, бөтә кәрәк-яраҡты алырға мөмкин. Хатта 75 һумға ураҡ та һатыла.

Түбәндәге таблицала хаҡтар һумда бер килограмм аҙыҡҡа ағымдағы аҙна башындағы хаҡтар миҫалында бирелгән.
Тауыҡ итенән шешлек 130 − 140
Тауыҡ боттары 80 − 110
Тауыҡ түшкәһе 99 − 110
Аҡ май 120 − 130
Шишмә үҫемлек майы 60 − 70
Көмрө балыҡ 140 − 165
Скумбрия балығы 120 − 140
ҡыяр 65 − 80
Помидор 75 − 85
Картуф 35 − 40
Кәбеҫтә 36 − 42
ҡыҙыл сөгөлдөр 40
Һуған 35 − 45
Кишер 40 − 55
1 төп баҡса еләге үрсетмәһе 50 − 70
Күп йыллыҡ сәскә үрсетмәһе 30
ҡарабойҙай ярмаһы 95 − 100
Дөгө ярмаһы 38 − 45
Макарон изделиелары 26 − 42
Һуған орлоғо 200 − 280

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға