«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Үткән ғүмерем йөҙ минуттай ҙа тойолманы»



07.09.2010 «Үткән ғүмерем йөҙ минуттай ҙа тойолманы»

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фатима Кәлимулла ҡыҙы Баҡтыбаева бер быуатҡа тиң юбилейын билдәләне
Тотош бер быуат ғүмер... Әйтеүе генә анһат, ә уның ошо ваҡыт эсендә күпме һыу аҡҡан да, тормош юлында осраған күпме кәртә емерелгән! Ауырлыҡтар алдында баш эймәй үтелгән ғүмер.
100 йәшкә етеп тә күркәмлеген, һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған Фатима инәй үҙенең алсаҡлығы, ихласлығы менән күңелде арбай. Уның ошо йәштә лә теремек, зиһенле, хәрәкәттә булыуы барыһын да һоҡландыра, улай ғына ла түгел, ҡыҙыҡһындыра ла, уйландыра ла.
Ул 1910 йылдың 15 июлендә Ырымбур өлкәһе ҡыуандыҡ районының Әптерәш ауылында тыуған. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, һуғыш михнәттәрен дә үҙ иңендә татырға тура килә. 1930 йылда Хөснулла тигән егет менән сәстәрен-сәскә бәйләп, Аҡъяр ауылына килен булып төшә. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, 50 йыл бергә татыулыҡта матур ғүмер кисерәләр. Үкенескә күрә, 1981 йылда тормош иптәше донъя ҡуя.
Фатима инәй бик оҙаҡ йылдар мәғариф бүлегендә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелгән «Хеҙмәт ветераны», «Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Әсәлек даны» һәм башҡа юбилей миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар уның. Әлеге көндә уның дүрт балаһы иҫән, иң өлкән ҡыҙы бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған. Шулай уҡ 12 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре бар. Балаларына ауырлығын һалмайынса, үҙе генә донъя көтә. ҡош-ҡортон да үҫтерә, икмәген дә һала, ҡул менән керен дә йыуа, туҡмасын да йәйә, магазинға ла бара, мунсаға ла үҙе йөрөй, күрше-күләненең хәлен белешергә лә өлгөрә. Уның оҙаҡ йәшәү сере көләс йөҙлө, оптимистик рухлы, хәрәкәтсел, туғандарына ла, сит кешеләргә лә игелекле, ярҙамсыл булыуындалыр, моғайын. Әйткәндәй, инәйҙең ата-әсәһе лә йөҙ йәшкә тиклем йәшәгән.
– «Эй, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу шикелле. Йөҙ йыл ғүмерем йөҙ минуттай ҙа тойолманы, «һә» тигәнсе үтте лә китте. Аллаға шөкөр, тормошома зарланмайым. Хөкүмәт ваҡытында пенсияһын биреп тора, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем дә килеп, хәлемде белешеп, ярҙам итеп йөрөй. Өйөм йылы, газ үткәрелгән. Ни ашайым, ни кейәйем тип аптырамайым, һәммәһе лә бар, бер ниндәй мохтажлыҡ юҡ. Бына беҙ элек ҡырҙан балтырған, ҡуҙғалаҡ алып ҡайтып, шуға аҙ ғына он һибеп, бешереп ашай торғайныҡ, шунда ла кеше зарланманы. Кейергә кейем булманы. Ана шул заманды оноторлоҡ түгел. Уйлаһаң, уйылып китерлек. Илдә тыныслыҡ булһын, беҙ күргәнде йәш быуынға күрһәтмәһен. Йәштәргә теләгем шул: бөгөнгө матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт мине шулай хөрмәтләп килгәнегеҙ өсөн. Хоҙай Тәғәлә барығыҙға ла һаулыҡ, именлек бирһен», – тине Фатима инәй.
Йөҙйәшәрҙе юбилейы менән ҡотларға балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә килгән. Күркәм залды аш-һыуға бай өҫтәл биҙәй. Муниципаль район хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Пенсия фонды, халыҡты социаль яҡлау бүлеге, Аҡъяр ауыл советы, район мәғариф бүлеге, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы вәкилдәре инәйҙе юбилейы менән ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйтеп, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы. Оло кеше өсөн бер йылы һүҙ ҙә, яғымлы йылы ҡараш та етә. Бынан артыҡ бүләкте улар беҙҙән көтмәй ҙә.
Инәйгә балалары ҡыуанысына тағы оҙаҡ йылдар иҫәнлектә-һаулыҡта, ошо тормош матурлығына һөйөнөп йәшәүен теләргә генә ҡала.
Рәзилә БАЙҒУСҡАРОВА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға