«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Боландар иленә сәйәхәт



07.09.2010 Боландар иленә сәйәхәт

Түбәнге Вартаға барып еткәнсе башҡаса мажаралар булманы. Бынан ярты быуат элек Баграс ҡасабаһы эргәһендә Самотлор нефть ятҡылығын асыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡала беҙҙе һибәләп кенә яуған ямғыры менән ҡаршы алды. Яҙ башынан алып үҙебеҙҙең Башҡортостанда күктән ергә бер тамсы ла һыу төшмәгәнлектән, беҙ бындағы ямғырға ла сикһеҙ шатландыҡ.
Самотлор нефть ятҡылығын табыусылар­ға арналған һәйкәлде (Вартала йәшәгән халыҡ уны яратып, беҙҙең Алеша, тип йөрөтә) үтеп, тимер юл вокзалына боролғас, Нефтселәр урамы күренде.
– Дядя Сибагат, быныһы «мөгөҙлөләр» урамы була инде, – тип ҡуйҙы әлеге телгә бөткән Сергей.
– Боландар урамы тип яҙып элмәгәндәр ҙә баһа, «ҡара алтын» эҙләүселәр урамы тигән алтаҡта ҡуйғандар. – Мин Сережаның тел төбөн аңламай, ғәжәпләндем.
– Татарстандың, Башҡортостандың күпме ир-аты Көнбайыш Себерҙә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә арҡа буйын сейләндерә, ә бәғзеләренең ҡатындары тегендә башҡалар менән типтерә. Әлбиттә, барлыҡ гүзәл зат та ирҙәренең вахтаға киткәнен генә көтөп торалыр, тип әйтмәйем. Шулай ҙа минең һүҙҙәремдә лә хаҡлыҡ бар бит. Шул сәбәпле әллә күпме ғаиләнең тарҡалғанын беләм. Нисәмә типһә – тимер өҙөрлөк, егет ана шул ғәрлекте күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала, йә эскегә һабыша. Ғаиләләр тарҡалыу арҡаһында күпме бала етем ҡала...
Ирҙәрҙең, оҙаҡ ваҡытҡа ғаиләләренән айырылып, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүе улар­ҙың репродуктив әүҙемлегенә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Был, тәү сиратта, демографик хәлдең насарайыуына килтерә. Ғәрип балаларҙың ишәйеүе лә ошоноң менән бәйле түгелме ни? Һанай китһәң, оло бер проблема был, ағай.
Сергейҙың һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалып, уйға ҡалып киләм. Ә бит нисек кенә бәғерҙе телгеләһә лә, егеттең усағының төтөнө тура сыға.
Тыуымдың кәмеүе, үлеүселәр һанының ҡырҡа артыуы, илдә хәйерселәр армияһының ишәйеүе Рәсәйҙең демографик һәм социаль торошона туранан-тура хәүеф менән янай, тип белгестәр әллә ҡасандан бирле саң ҡаға. Уларҙың фекеренсә, әгәр проблеманы кардиналь рәүештә хәл итмәгәндә, 2050 йылға илебеҙ халыҡ иҫәбе буйынса, башҡа дәүләттәр менән сағыштыр­ғанда, ун һигеҙенсе урынға төшәсәк. Йәғни халыҡ һаны 26,1 миллионға кәмейәсәк. Ә быуат аҙағында был күрһәткес буйынса Рәсәй егерме икенсе баҫҡысты биләйәсәк.
Республикабыҙҙағы барлыҡ предприятиелар ҙа тотороҡло эшләһә, уларҙа усҡа йомарлап ҡайтырлыҡ ҡына тиндәр түгел, ә йортоңдоң ишеген ғорурланып асып инерлек хеҙмәт хаҡы түләнһә, йөрөр инеме ни әҙәм балаһы, тыуған яғын ташлап, ғаиләһен ҡалдырып, айҙар буйы ғәзиз балаларын атай наҙынан мәхрүм итеп, ил ҡыҙырып, меңәр саҡрымда ятҡан Себер тарафтарына?
Иртәгәһенә, ҡайтыр юлға сығыр алдынан, ҡала зыяратына барып, ошонда ҡырҡ өс йәшендә генә һуңғы төйәген тапҡан Рәшит ағайымдың ҡәберен күрергә ҡарар иттем. Обь йылғаһы пароходсылығында капитан булып эшләй ине ул. Ниндәйҙер бер ошоғаса сер булып ҡалған сәйер ваҡиғала ҡатнашып, маңлайына бандит пуляһы алыуҙан яҡты донъя менән хушлашҡайны.
Вартала зыярат барлыҡ милләттәр өсөн дә уртаҡ, ҡайҙа урыҫ, ҡайҙа башҡорт, ҡайҙа татар, ҡайҙа башҡа милләт ятҡанын да айырырлыҡ түгел, барыһы ла ҡушылып бөткән. Аллаһы Тәғәлә алдында барыһы ла тигеҙ, тигәндәре ошолор инде, моғайын. ҡәберҙәрҙе барлап йөрөй торғас, күҙем түбәгә менде: ярты Башҡортостан халҡы бында күскән дә баһа! Юҡҡа ғына был яҡтарҙа шундай көләмәс йөрөмәй икән. Йәнәһе, берәүҙән, башҡорттар ҡайһы ҡаланы бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ алған, тип һорайҙар. Түбәнге Вартаны, тип яуаплай теге бәндә.
ҡала ҡан ҡойошһоҙ алынһа ла, Себерҙең ер аҫты байлыҡтарына илткән һуҡмағы Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙарының һөйәктәренән дә һалынған, тигән фекергә килдем мин Варта зыяратында йөрөгәндә.
Башҡортостанға машинаны буш ҡыумаҫ өсөн, ҡайтыр юлға пассажирҙар алыу ниәте менән, ҡаланың тимер юл вокзалына килгәйнем. Ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, алдыма күҙҙәренә ҡан һауған ир килеп баҫты.
– Һин нимә беҙҙең һыныҡҡа ҡул һонаһың, шайтан алғыры! – Туҡтауһыҙ тәмәкеһен сәйнәгән бәндә ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. – Һин беләһеңме ҡайҙа килеп эләккәнеңде, мужик? Хәҙер башыңды йолҡоп алып ҡулыңа тотторһам, машинаңды ла алырға онотоп, Башҡортостанға ҡәҙәр йәйәү йүгерәсәкһең!
Теҙ быуындарым ҡалтыраһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышам.
– Варта вокзалының алдын һиңә олатайың мираҫ итеп ҡалдырҙымы әллә? Ниңә утҡа бешкәндәй үрһәләнәһең?
Минән бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән теге әҙәм, нимә әйтергә белмәй, аҙға ғына баҙап ҡалды. Мин уның һайын, башты алйотҡа һалып, һөйләнгән булам.
– Һинең бушҡа боғаҙ йыртыуыңдан кемгә файҙа, туған? Беҙ ҙә бында ат һуғарып йөрөмәйбеҙ, редакция ҡушыуы буйынса, һеҙҙең кеүек «бомбила»лар тураһында материал әҙерләйбеҙ. Әле һинең миңә екергәнеңде ана теге мөйөштән йәшерен камера менән киноға төшөрәләр. Әгәр мәҡәлә геройы булырға теләһәң, әйҙә, сәс төкөрөгөңдө.
Минең һүҙҙәр әле генә көҙгө әтәс кеүек өҫтөмә менеп килгән егеттең өҫтөнә боҙло һыу һипкән һымаҡ тәьҫир итте. Ул аяҡ осона ласҡылдат­ҡансы төкөрҙө лә, Варта ҡалаһының барлыҡ журналистарын иң алама һүҙҙәр менән әрләп, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып торған халыҡ араһына инеп юғалды.
Мин дә, бында артабан ҡалыуҙың ғүмерем өсөн ифрат ҡурҡыныс икәнен аңлап, ҡойроҡто һыртҡа һалыуҙы хуп күрҙем. Күп телемә һалышып торһам, ҡабырғаларымды һанарға ла күп һорамаҫтар, валлаһи.
Башҡортостанға машина менән ҡайтырға теләк белдергән өс егетте нисек табыуым тураһында айырым һөйләп тормайым, уныһы сер булып ҡалһын әйҙә. Әгәр Себер тарафтарына яңынан барырға насип булһа, кәрәге тейер тағы.
Яңы юлдаштарымдың икәүһе Башҡортостан­дыҡы булып сыҡты, Анатолий исемлеһе Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы эргәһендәге бер ауылдан икән. Күптән түгел иллеһен тултырған Толя ағайҙың үҙе уҙған вахтала эштә ваҡытта бөтөн донъяһына ут ҡапҡан. Бер нисә минутта ғүмере буйы бөртөкләп йыйған йорт-ҡаралтыһы янып көлгә әйләнгән дә ҡуйған.
– Гаражда торған етенсе модель ВАЗ машинаһын, һунар мылтығымды һәм саңғыларымды ғына ҡотҡарып ҡала алғандар, – ти Анатолий. – Әле ғаиләм Златоустағы социаль приютта көн күрә. Мин эшкә киткәндә, урындағы хакимиәт ярҙамы менән элекке өй урынында яңы йортҡа нигеҙ һалып ҡалғайнылар, әле ул ниндәй хәлдәлер инде?
Йортом янды, тип эшкә бармай ултыра алмаған Толя, тағы киткән Себер гиҙергә. Аҡсаң булмаһа, һин кемгә кәрәк? Етмәһә, еткән ҡыҙы сентябрь башында бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән егетенә кейәүгә сығырға әҙерләнә икән.
– Ярай әле туғандар, дуҫтар ташламай, төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар. Аҡса ла йыйып бирҙеләр, кейем-һалымдары менән дә уртаҡлашалар, ҡатын шылтыратҡайны, йорт күтәрешергә лә бөтөн ауыл кешеләре дәррәү килгән. – Анатолий артта ултырһа ла, көҙгө аша күреп киләм, йөрәге һыҙлай ирҙең, ҡырлас танауы буйлап ҡуйы ерән мыйығына һаран ғына күҙ йәштәре субырлай.
Юлдаштарымдың ҡалған икәүһе – Салауат ҡалаһында донъя көткән Сергей һәм Мәләүез егете Рәил дә, хеҙмәттәштәренең ҡайғыһын үҙҙәренеке кеүек ҡабул итеп, Златоуста төшөп ҡалып, Толяға бер-ике көн йорт һалыуҙа булышып ҡайтырға ҡарар итте.
Түбәнге Вартаға Ишембайҙан барған егеттәр кеүек, былар үтә дыуамаллыҡ күрһәтмәне. Тегеләргә ҡарағанда йәштәре лә оло булғанғамы, әллә юлға ҡуҙғалыр алдынан үҙем дә пассажирҙарҙың машинала барғанда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге тураһында тотош лекция уҡығанғамы, үтә ипле ҡыландылар. Араҡы түгел, һыра ла йотманылар. Ашарға ла, хәжәттәрен үтәргә лә рөхсәт һорап ҡына туҡтаттылар. Төмәнде үтеп, ҡурғанға боролғас, костюм кеҫәһенә машина йөрөтөргә хоҡуғы барлығын белдергән документтарын һалып алған Сергей руль артына үҙе ултырҙы.
– Ныҡ йонсоғанһың, ике-өс сәғәт булһа ла серем итеп ал, – тине ул хәстәрлекле тауыш менән. – Төндә барыбер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре булмай ул.
Күҙем шәмәреп килеп, ысынлап та, арығайным. Машинаның ҡуҙғалып киткәнен дә шәйләмәй, йоҡоға талғанмын. Уянып киткәндә, беҙҙе ҡыуып, ҡояш сығып килә ине инде, күк салт аяҙ. Аҡ боландар иле күптән артта ҡалған. Алда Силәбе, тағы ла алыҫтараҡ, ана, теге яғында, йәй буйы аяуһыҙ ҡояш ҡыҙҙырыуынан ваҡытынан алда көйгәнгә, һары, артабан һорғолт-көрән төҫтәге, ә алыҫлашҡан һайын күкһелләнгән артылыштар, ҡатлау-ҡатлау тауҙар артында, тыуған Башҡортостаным көтә мине. Ашығырға кәрәк.


Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

(Аҙағы. Башы 19-сы һанда).
Ишембай – Төмән – Түбәнге Варта – Ишембай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға