«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уңғандан уңған тыуа



10.05.2011 Уңғандан уңған тыуа

1950 йылдың башында Балаҡатай районының Билән ауылында бажам Сәмиғулла Һаҙый улы һәм ҡәйенбикәм Ғәйнийыһан Сабир ҡыҙы Һаҙыевтар менән йәшәй инек. Уларҙың бер-бер артлы биш ҡыҙы тыуҙы. Һәр береһенә бик матур башҡорт исемдәре ҡуштылар: Хәлиҙә, Фәрхәнә, Фәрзәнә, Фәрихә, Хәҙисә. Алтынсы бала булып ир бала тыуғас, үҙемә иш булһын, типтер, бажам улына Ишхужа тип исем ҡуштырҙы. Етенсеһе тыуғас, Миңлеғәни тип ҡуштылар. Балалар үҙ-ара бик татыу үҫте. Тырыш һәм тәртипле, ата-әсәһенә лә, бер-береһенә лә ярҙамсыл, кешелекле һәм кеселекле булдылар. Бөтәһе лә яҡшы уҡып, Билән урта мәктәбен тамамланылар. Һуғыш инвалиды булһа ла, бажам тракторсы, комбайнсы булып эшләне. Спирт заводында ябай эшсе, сельпола һатыусы эшен башҡарҙы. Ә ҡәйенбикәм колхоз, һуңынан совхоз эшенән ҡайтып инмәне. Балаларҙың һәр береһе йәйге каникул башланыу менән совхоз эшендә булды. Бажам ғаиләһен бер ҡасан да аслыҡтан интектермәне. Һәр ваҡыт ондо тоғо менән, перәник-кәнфитте йәшниге менән һатып алды. Һыйыр, 5 – 6 һарыҡ, тиҫтәләгән ҡош-ҡорт аҫранылар. 15 сутый баҡсаларын тултырып, йәшелсә, картуф, емеш-еләк үҫтерҙеләр. 10 – 11 умарталары булды. Бажам балыҡ та тота ине. Йыл һайын ат һатып алып, йәй буйы егә лә, көҙ иткә һуйыр ине. Бажам ауылда беренсе булып патефон, радиоалғыс, телевизор, «Урал» мотоциклы һатып алды. Башҡалар етеле һәм унлы шәм ҡабыҙып йәшәгәндә, ул утыҙлы лампа һатып алып, өйөнөң өрлөгөнә элеп ҡуйҙы ла, йырлай-йырлай, төнгө сәғәт 2–3-кә тиклем ниҙер йүнәтер ине. Комод, сервант, гардероб һәм башҡа тормош кәрәк-яраҡтарын да үҙе эшләй ине. Тырышып эшләп аҡса тапмаһаң, ишле ғаиләне нисек аҫрайһың? Ә ҡәйенбикә етен, йөн иләй, ойоҡ-бейәләй бәйләй. Теген машинаһы һатып алды ла, балаларына кейем-һалымды үҙе тегеп кейҙерҙе. Күрше-күләнгә лә тегеп бирер ине.
Ата-әсәләренән күреп, балалары ла егәрле булды. Күп уйнап йөрөмәнеләр, ата-әсәһенең һүҙенән сыҡманылар. Эсеү, тәмәке тартыуҙың ни икәнен дә белмәнеләр.
Бына ҡыҙҙарҙың тәүгеһе буй еткерҙе. Хәмиҙәне 17 йәше тулыр-тулмаҫтан Свердловск ҡалаһына кейәүгә биреп ебәр­ҙеләр. Апаһы киткәс, әсәһенә ярҙамсы булып Фәрхәнә ҡалды. Мәктәпте тамамлап, һатыусы булып эшләй генә башлағайны, уны ла өс саҡрымда ятҡан Кәркәй ауылы егетенә кейәүгә бирҙеләр.
Башҡа өс ҡыҙҙарын, үҙҙәренең ризалығын алып ҡына, ауыл егеттәренә тормошҡа бирҙеләр. Бажам бөтә ҡыҙҙарын да комод, гардероб, сервант, һандыҡ тейәп оҙатты. Ишле балаларын бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн йәлләмәне. Кешеләргә кирбестән мейес сығара ине. Ләкин был эш эҙһеҙ генә үтмәне. Оҙаҡ ҡына сирләне. Пенсияға сыҡҡас, бәләкәй генә ағас эшкәртеү станогы һатып алды ла, өйөнөң соланын оҫтаханаға әйләндереп, ат арбаһына тәгәрмәстәр, сана эшләй башланы. Уларҙы колхоздарға һатып аҡса эшләп, ат алып, йыл да иткә һуйыр ине. «Шул балаларҙы кеше итеп йығылырға ине», – тип йөрөй торғас, 67 йәшендә генә вафат булып ҡуйҙы. Дүрт йылдан һуң ҡәйенбикәм дә гүр эйәһе булды.
Үлән үҫкән ерендә үҫә, тиҙәр. Бажамдың нәҫел ебе өҙөлмәй. Балалары, ейән-ейән­сәр­ҙәре буй еткереп, ата-әсәһенә оҡшап, матур итеп донъя көтәләр.
ҡазыйхан ҺАҘЫЕВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға