«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Емертеп эшләһәң, гөрләтеп йәшәргә була



10.05.2011 Емертеп эшләһәң, гөрләтеп йәшәргә була

Ғафури районында Ибәтуллиндар ғаиләһе күпләп мал аҫрап, умарта, пилорама тотоп көн итә
Ғафури районында етеш йәшәргә ынтылып, күпләп мал аҫраған, тырышып донъя көткән, ишле бала баҡҡан уңған ғаиләләр күп. Бөгөнгө яҙмала шундай ғаиләләрҙең береһе менән таныштырып үтмәксемен.
ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Зөһрә Саҙретдин ҡыҙы менән Марат Кәрим улы Ибәтуллиндар ғаиләһендә ике ҡыҙ, өс малай үҫә. Оло ҡыҙҙары Шәүрә Стәрлетамаҡ технология техникумында уҡып йөрөһә, Нурзиә, Мөнир, Юнир – мәктәп уҡыусылары. Ә кескәй Тимур ун айлыҡ ҡына әле. Ауылдаштары Марат Кәрим улын ишле ғаилә башлығы булараҡ ҡына түгел, ә егәрле, бөтмөр, һәр эште еренә еткереп башҡарып өйрәнгән йүнсел хужа булараҡ та белә. Ибәтуллиндар өс һыйыр, өс башмаҡ, 45 (!) баш һарыҡ аҫрай, күпләп умарта тота, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Үҙҙәренең “ДТ–75”, “МТЗ – 82” тракторҙары, барлыҡ тағылма инвентарҙары бар. Шулай уҡ йөк ташыу өсөн “ГАЗель”, еңел юлға йөрөү өсөн “Нива” автомашиналары булыуы ла ғаиләнең етеш йәшәүенең бер билдәһе булып тора. Йүнсел хужа “АПК-ны үҫтереү” өҫтөнлөклө проекты буйынса ауыл хужалығы кредиты юллап, шул аҡсаға пилорама һатып алған. Пилораманы урамына урынлаштырып, Марат бөгөн ауылдаштарына таҡта быстыра, штакетник эшләп һата. Уның эшләгән штакетниктарын райондың башҡа ауылдарынан да килеп алалар. Әле үҙе лә төҙөлөш эштәре менән була. Ғаиләһе ишәйгәс, йортона төкәтмә төҙөргә ҡарар иткән.
– Ауылда эшләйем тигән кешегә эш етерлек. Тик иртә тороп, һуң ятырға, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк. Бөгөн һәр нәмәнән аҡса эшләргә була. Беҙҙең төбәктә колхоз бөтөрөлөүенә үкенес юҡ. Күмәк хужалыҡ юҡҡа сыҡһа ла, емертеп эшләһәң, гөрләтеп йәшәргә була, – ти Марат Кәрим улы.
Шулай ҙа уны ауыл хужалығы продукцияһының бик арзан булыуы, ҡайһы бер сеймалға бөтөнләй һорау булмауы борсой. Мәҫәлән, Ибәтуллиндарҙың 45 баш һарығы барлығын яҙып үткәйнем инде. Һарыҡты улар, башлыса, ите өсөн генә аҫрай. Ә йөнөн, тиреһен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсой.
– Һарыҡ йөнөн ҡырҡырға кешене өмәгә саҡырабыҙ. Йөнөн иһә ҡырҡып алыусыһына бирәбеҙ. Ә һарыҡ тиреһен ташларға мәжбүрбеҙ. Хөкүмәт ошоноң кеүек сеймалды йыйыуҙы ойошторһа, беҙгә лә, илгә лә файҙа булыр ине, – ти Марат.
Эйе, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ауыл хужалығы продукцияһын йыйыу менән шөғөлләнеүсе әҙерләүҙәр контораһы кеүек ойошма булғанда, продукция етештереп тә, ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ауыл кешеһе өсөн бер уңайлыҡ булыр ине.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға