«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һағынам...



10.05.2011 һағынам...

Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙгә күп, ялҡынлы сәләмдәр менән хат яҙа Әбйәлил районы Байым ауыл советының Ғәбдин ауылында йәшәүсе Мөғин Талип улы Янһарин.
Боронғо иген баҫыуҙарына йыш сығып йөрөп ҡайтам – күмәкләп шаулап, яландар тултырып трактор менән ер һөрөүемде, иген урған яландарымды һағынып китәм.
ҡырҙарға сыҡҡас, иң тәүҙә яландарҙы бүлгеләп ултыртылған ағастар күҙгә ташлана. Ул ағастар Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Сабирйән еҙнәй Аҡкөсөков күп көс һалыуы арҡаһында ултыртылды. Аҡтан тигән лесничествола объездчик булып эшләгән сағында оҙон, таҙа ғына булып үҫә торған ағастарҙы үҫтереп, колхоздарҙан кешеләр алып, яландарға ултыртҡайны. Хәҙер ул ағастар төп-төҙ генә булып ултыра. Шул тиклем тигеҙ ултыртылған.
Сабирйән еҙнәй Белорет ҡалаһының 706-сы заводында эшләгән сағында, меңәрләгән заводсы араһынан һайланып, күргәҙмәләргә ебәрелә торғайны. Тырыш кеше булды. Хатым аҙағында үҙем яҙған шиғырҙы ла тәҡдим итмәксемен:
Ат менән иген иктем мин,
Үгеҙҙәрҙе лә һуҡаға ектем мин.
Техникаға эләгеп алғайным,
Европа еңеүсеһе булып киттем мин.

Эшләмәгән эшем ҡалманы,
Сталин һалдатҡа алманы.
Сталин беҙҙе һалдатҡа алыр ине,
Илдә иген игергә кеше ҡалманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға