«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Картуфлы бутербродтар



07.09.2010 Картуфлы бутербродтар

Бешкән картуфты тәмләткестәр һалып иҙергә. Аҙаҡ целлофан пакетҡа тултырып, бер осон киҫеп, ябай ғына түңәрәктәр һығып сығарырға ла, өҫтөнә ике яғы ла ҡыҙҙырылған түңәрәк колбасаны, шунан түңәрәкләп киҫелгән помидорҙы, йәшел һуған, шаҡмаҡлап туралған сыр һалырға, петрушка, тоҙ һибеп, 10 – 15 минут духовкала бешереп алырға.

* * *
Уртаса ҙурлыҡтағы 3 – 4 сей картуфты, бер баш һуғанды ҡырғыста ҡырырға, шуға бер сей йомортҡа, бер аҙ он һалып болғатырға. Ошо массаны телемләп киҫелгән икмәккә һыларға. Табаға бер аҙ май һалып, яғылған яғын аҫҡа ҡаратып ҡыҙҙырырға, шунан икмәктең икенсе яғын да еңелсә генә ҡыҙҙырып алыр­ға. Ә һарымһаҡ яратыусылар бутербродҡа иҙелгән һарымһаҡ та һала ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға