«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер матурға – бер матур



30.04.2011 Бер матурға – бер матур

50 йыл бергә ғүмер кисергән Иҙрисовтар бер-береһенә оло яратыу һәм ихтирам менән ҡарай
Бер матурға – бер матурЯҡын танышым Фәниәне һуңғы күреүемдә уның шул тиклем дә ҙур юғалтыу кисергән мәле − бер осорҙа ғына бер туған апаһы менән бер туған ағаһы вафат булған сағы ине.
− Нисек кенә күтәрә алдың бындай ҡайғыны, һылыуҡайым? − тигәс, миңә:
− Еҙнәйҙе юғалтҡас, беләһең инде ҡайғыны нисек баҫыуҙы, − тигәйне, минең дә ҡайғым яңырып, күҙемдән йәштәрем атылып сыҡты.
− Илаһаҡ та, өҙөлөп һағынһаҡ та
Йүгереп кенә ҡайтыр ҙа шул
ер түгел,
− тип Фәниә йырлап та ебәрҙе. Үҙенең шундай нурлы, моңло матур ҙур ҡара күҙҙәрен йәш ҡаплағайны. − Илағанымды һиҙһәләр, хәҙер килеп миңә йәбешеп, иларға тотоналар. Шулай рәхәтләнеп иларға ла форсат юҡ, − тине ул, артында уйнап ултыр­ған ейәндәренә ымлап.
Нишләп бындай һүҙ ҡуҙғатыуыма үкенеп, бер аҙ тынып ҡалдым. Фә­ниәне тәүгә күреүем, уның бала сағы иҫемә килеп төштө. Уның ата-әсәһе менән минекеләр йәш ваҡыттарында ҡатнашып йәшәне. Әсәйемдең бер туған апаһы Фәниәнең олатаһында кейәүҙә булған, шуға ҡоҙа-ҡоҙасалар булып саҡырышып, аралашып ғүмер кисер­ҙеләр. Атайым 1937 йылда үлде. Дүрт йыл да үтмәне, Фәниәнең атаһы ла вафат булды. Ул ваҡытта ҡыҙға ни бары 3 – 4 йәш самаһы булғандыр. Нәфисә ҡоҙағый ҙа, минең әсәйем кеүек, дүрт бала менән тол ҡалды. Оҙаҡ та үтмәне, һуғыш башланды.
Фәниә Ғизетдин ҡыҙы – ғүмерен мәғариф эшенә арнаған кеше. Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, тыуған яғына – Ейәнсура районына ҡайтып, Абзан, Байыш мәктәптәрендә бер аҙ эшләгәс, үҙе кеүек һылыу Иҫәнғол егете Шаһивилданға кейәүгә сығып, район үҙәгендә төпләнә. Пенсияға сыҡҡансы Иҫәнғол урта мәктәптәренең береһендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Уны уҡыусылары ғына түгел, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итте, яратты. «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» тигән исемгә лайыҡ булды ул.
Иҫәнғолға бер барғанда райком тирәһендә эшләп йөрөгән ике туған ҡустым Юран Ирназаровтан, ниңә Фәниә Ғизетдин ҡыҙына атҡаҙанған исеме юлламай­һығыҙ, ул быға лайыҡ бит, тип һорамайынса булдыра алманым. «Был турала Шаһивилдан Вилдан улының үҙ фекере бар. «Һинең дә ҡатының ундай исемгә лайыҡ та ул. Тик уларға ундай исемде биреп ҡара! Әһә, ирҙәре үрҙә эшләгәс, ҡатындарына исем бирәләр, тип, береһе әйтмәһә, береһе әйтер», – тине ул», – тип яуап биргәйне ҡустым. Ул саҡта Шаһивилдан Вилдан улы районда ҙур ғына вазифала эшләй ине.
Фәниә – үҙешмәкәр түңәрәк ағзаһы ла. Һәр конкурста ҡатнашып, еңеп сыға. Өфөгә лә йә концертта, йә конкурста ҡатнашырға, йә радиоға саҡырып алалар үҙен. Уның тауышы, моңо күкрәгенән шишмәләй урғып сыға.
Шаһивилдандың ағаһы менән ҡатыны фажиғәле донъя ҡуйғас, улар­ҙың балаларын ҡарауҙа ла ярҙамдары ҙур булды Иҙрисовтарҙың.
– Фәниә еңгәм миңә үҙ әсәйем кеүек булды, үҙҙәренең өс улдары «әсәй» тип әйткәндә, минең дә еңгәмә «әсәй» тип әйткем килә торғайны, – ти әле Авдонда йәшәгән шул етем балаларҙың береһе Рәйсә. – Ғүмерем буйы уларға рәхмәтлемен, уларҙы гел һағынып ҡына торам.
Үҙҙәренән тыуған балалар булмаһа ла, ейәндәрҙе үҙ балаһы кеүек ҡарап, уҡытып, оло юлға сығарыуҙары үҙе маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ!
Яҡты йөҙлө, шат күңелле булғанғамы, уларҙың өйө килгән-киткән таныш-белештәре өсөн ҡунаҡханамы ни – гел кеше күп була.
45 йыл ғүмерен балаларға арнаған Фәниә Ғизетдин ҡыҙын уҡыусылары һис тә онотмай.
– Бигерәк тә байрам осоронда хаттар, телеграммалар килеп тула, үҙем генә бөтәһенә лә яуап яҙа алмайым, – ти ул, өҫтәл өҫтөндә өйөлөп ятҡан өйөмгә эйәге менән ымлап.
Яҡшы хеҙмәте өсөн Фәниә Ғизетдин ҡыҙына бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын, Почет грамоталарын ҡулыма алып, берәм-берәм ҡарай башланым.
– Маҡтау ҡағыҙҙарың, дипломдарың менән өс бүлмәле фатир cтеналарын обой урынына йәбештер­һәң дә етерлек, – тип, көлөшөп ҡуйҙыҡ.
Эйе, ҡайһы яҡтан ғына ҡараһаң да, уңған кеше инде ул Фәниә Ғизетдин ҡыҙы. Ейәндәрен уҡытыуҙа ярҙамлашып, улдарының уңыштарына шатланып, кинәнеп йәшәй Фәниә Ғизетдин ҡыҙы менән Шаһивилдан Вилдан улы. 50 йыл бергә ғүмер итһәләр ҙә, кисә өйләнешкән йәштәр кеүек, бер-береһенә оло яратыу, ихтирам менән ҡарай улар.
– Фәниәм бер йырлап ебәрһә, уға булған мөхәббәтем артҡандан-арта, – тип йылмая Шаһивилдан Вилдан улы.
Фәниә менән яңыраҡ телефондан һөйләшкәндә, кәйефе юҡлығын һиҙеп ҡалып, нимә булды, тип һорарға мәжбүр булдым.
– Шаһивилданым тағы Стәрле­тамаҡҡа дауаханаға йыйына. Ул ауырый башлаһа, үҙем дә ауырыйым да китәм, – тип яуапланы ул.
ҡулымдан килгәнсә йыуаттым да, уйға ҡалдым: улар, ысынлап та, бер-береһе өсөн шул тиклем дә өҙөлөп тора. Аллаһы Тәғәлә ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы барлағанда: «Бер матурға – бер яман», – тип парлап, күп ҡабатлай торғас, яңылышып китеп: «Бер матурға – бер матур», – тип әйтеп ебәргән, ти бит. Иҙрисовтар бына шуларҙың һуңғыһына тура килгән дә инде.
Һуғышта булғандарҙың өйҙәренә хәҙер «Дом ветерана Великой Отечественной войны» тигән таҡтаташ һәм ҡыҙыл йондоҙ ҡағып ҡуялар. Иҙрисовтарҙың йортонда ла «Өлгөлө ғаилә» тигән таҡта торһа, булдыҡһыҙҙар фәһем алыр ине. Аҙмы ни тормоштоң ҡәҙерен белмәүселәр?
Был матур пар тураһындағы мәҡәләмде йыр теле менән тамамлағым килә:
Ай, икегеҙ, икегеҙ,
Икегеҙҙең битегеҙ.
Икегеҙ ҙә пар килдегеҙ,
Оҙаҡ ғүмер итегеҙ!

Мәғфирә ҒӘЛИЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға