23.04.2011 «һәр кеше ғаилә ҡороуға етди ҡарарға тейеш»
19 – 20 майҙа беҙҙең республикала VIII халыҡ-ара «Рәсәй ғаиләһе» конгресы үтәсәк. Ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Ғөмүмән, быйылғы йылға арнап республикала күп кенә сара уҙғарыла һәм планлаштырыла. Ошо көндәрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик факультет деканаты тарафынан ойошторолған «Милләт-ара татыулыҡ һәм уны нығытыуҙа йәштәрҙең роле» тигән «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда республиканың төрлө милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре сығыш яһап, Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының быуаттар буйы үҙ-ара татыу йәшәүенең уникаль тәжрибәһе булыуын һәм уны һаҡлау, тағы ла байытыу зарурлығын билдәләне. «Милли үҙенсәлектәр күберәк булыуы менән беҙ бер-беребеҙгә ҡыҙыҡлы» тигән фекер сараның төп идеяһына әүерелде.
Был фәһемле саранан һуң уҡыу йортоноң юридик факультеты деканы урынбаҫары, юридик фәндәр кандидаты Рәмилә Наил ҡыҙы Йомағужина менән осрашып, уның оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың ЗАГС идаралығын етәкләүе тәжрибәһенән сығып, ҡатнаш никахтар тураһындағы уй-фекерҙәрен белергә булдыҡ.
Республикала ҡатнаш никахтар артҡан
Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ла, территорияһы буйынса ла Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе булып тора. Республикала 134-тән ашыу милләт халҡы йәшәй. Улар үҙ-ара күрше булып, бик татыу йәшәй, бер коллективта эшләй, бер мәктәптә һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡый, ғаиләләре менән аралаша. Шуға күрә лә милләт-ара ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, йыл да республиканың ЗАГС бүлектәренә килеп яҙылыусы йәш парҙарҙың 34 – 34,5 процентын ҡатнаш никахтар тәшкил итеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Ә уҙған йылда был күрһәткес хатта 38 процентҡа еткән. Былтыр ғына Башҡортостанда 13 меңдән ашыуыраҡ ҡатнаш никах теркәлгән.
Тик шуны билдәләргә кәрәк: ЗАГС органдарында гражданлыҡ акттарын теркәгәндә лә, милләт төшөнсәһенә ҡағылышлы графала бәләкәй генә хәрефтәр менән «граждандарҙың үҙ теләге буйынса» тигән яҙыу күп осраҡта халыҡ тарафынан дөрөҫ ҡабул ителмәй, һәм милләткә ҡағылышлы графа күп осраҡта тултырылмай ҡала, йәғни милләт күрһәтелмәй. Был бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты, никахҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡты тултырғанда ла йыш күҙәтелә. Ә асылда иһә был графа бик мөһим. Айырыуса тыуасаҡ бала өсөн. Сөнки тормош бик үҙгәреүсән: бөгөн милләтте күрһәтеү кәрәкмәһә, иртәгә кәрәк булыуы мөмкин. Бер ғаилә миҫалынан ғына сығып, йәштәргә шуны аңлатҡым килә: беҙҙең республикала оҙаҡ ҡына йылдар йәшәгән йәһүд ғаиләһе Израилгә ҡайтып йәшәмәксе була. Башҡортостанда тыуған балалары ҙурайған инде. Ә Израиль яғынан унда сығып йәшәргә теләүселәрҙән уларҙың йәһүд милләтенән булыуын раҫлаусы документ талап ителә икән. Шул документты юллап, ғаилә ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итә. Ләкин, үкенескә күрә, әле атап үтелгән документтарҙа милләткә ҡағылған графа буш булып сыға. ЗАГС органдары был ғаиләгә бер нисек тә ярҙам итә алмай, әлбиттә. Ә быларҙың ундай дәлиле юҡ, сөнки ата-әсә ҡасандыр документтарында үҙҙәрен рус тип яҙҙырған.
Ике телде лә белеүселәр нығыраҡ ота
Беҙҙең республикала рус, башҡорт һәм татар милләттәре вәкилдәре араһында никах күберәк теркәлә. Никахтарын теркәгәндә башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙарының үҙ милләтен күрһәтеүҙән оялыуы мине ғәжәпкә ҡалдыра. Ата-әсәнең был сетерекле мәсьәләгә еңел ҡарауы киләсәктә бала өсөн проблемалар тыуҙырыуы мөмкин.
ҡатнаш никахтарҙың күплеге йәштәр араһында тыуған мөхәббәт тойғоһоноң көслө булыуы тураһында һөйләй. Ошо мөхәббәт емеше булып балалары тыуа. Сабыйҙың теле ниндәй телдә асылыуы, артабан ул үҙен ниндәй милләт кешеһе тип һанауы, әлбиттә, ғаилә мөхитенә, унда ниндәй телдә аралашыуҙарына, ниндәй милләттең ҡиммәттәрен хөрмәт-ихтирам итеүҙәренә, ике төрлө милләттән булған атай менән әсәй араһындағы мөнәсәбәткә бәйле. Үҙ милләтен, нәҫел-нәсәбен хөрмәт иткән аҡыллы атай-әсәй, әлбиттә, балалары күңеленә ике яҡтың да телен, йолаларын, традицияларын берҙәй һеңдерәсәк, һәм ике телде лә белеп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та юғалып ҡалмаясаҡ, үҙ урынын табасаҡ.
Милләт тойғоһо ғаиләлә тәрбиәләнә
Һәр кешенең үҙ тормош юлын, шул иҫәптән милләтен, телен, тормош иптәшен, профессияһын һайлау хоҡуғы бар. Тик барыһы ла уның ниндәй ғаиләлә, мөхиттә үҫеүенә лә ныҡ бәйле. Мәҫәлән, башҡорт йәки башҡа милләт ғаиләһендә тыуған бала, әлбиттә, бер юҫыҡта тәрбиә ала: ул үҙ милләтенең бөтә тел, мәҙәни, рухи байлығын үҙләштереп үҫә. Үҫеп еткәс, уның алдына, ҡатнаш никахтан тыуған бала алдындағы кеүек, үҙенең ниндәй милләттән булыуын билдәләү мәсьәләһе килеп баҫмай. Сөнки ул үҙенең милләтенең, туғандарының, ғаиләһенең бөтә традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ҡанына, булмышына һеңдереп үҫә. Уға икеләнеү, шикләнеү, йәберһенеү, кәмһенеү тойғолары ят. Ул үҙен туған халҡының, еренең улы йәки ҡыҙы тип һанай. Бының менән ғорурлана. Ундай кешенең киләсәктә, әлбиттә, ата-әсәһе өлгөһөнән сығып, тормош иптәшен һайлауға бик яуаплы ҡараясағына иманым камил.
ҡатнаш ғаилә низағтары ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Ғаилә тормошо бик ҡатмарлы нәмә. ҡатнаш ғаиләлә ир менән ҡатын араһындағы ҡытыршылыҡтар ғаилә булып ойоша башлауҙың тәүге көндәренән үк килеп сығыуы мөмкин. Әйтәйек, әрмән милләтенән булған кәләш йәрәшеү йолаһын сиркәүҙә үткәрергә теләй, ә мосолман кейәүҙең уны мәсеттә үткәрергә теләүе мөмкин. Береһе икенсеһенә ал бирмәһә, китә аңлашылмаусанлыҡ, хатта айырылышыуға барып еткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Артабан – туй мәжлесе. Ике яҡтан да ҡоҙа-ҡоҙасалар үҙ милләте йолаһын үтәргә тырыша, үҙ йыр-бейеүен башҡарыу яғын ҡарай. Ә бала тыуғас, исем ҡушыу һәм башҡа мәсьәләләр бер-бер артлы тыуып ҡына тора. Даими низағтар тыуып торған ғаиләлә мөхәббәткә урын ҡаламы ла, бала үҙен бәхетле итеп тоя аламы? Шуға күрә лә йәштәр ҡатнаш ғаилә ҡороу алдынан барыһын да алдан ныҡлап уйлап хәл итһен ине.
ҡатнаш никахтар нигеҙендә килеп сыҡҡан сетерекле мәсьәләләрҙе дөрөҫ хәл итер өсөн ир менән ҡатын юғары мәҙәниәткә эйә булырға һәм бер-береһенең милләтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә тейеш.
Башҡорт, татар милләте араһындағы никахтарҙы мин ҡатнаш никах тип әйтмәҫ тә инем, сөнки был ике милләттең теле лә (бер нисә хәреф айырымлығын ғына иҫәпләмәгәндә), йолалары ла, бөтә ғөрөф-ғәҙәттәре лә оҡшаш. Бындай ғаиләләрҙә ир менән ҡатын, туғандар араһында милли ерлектәге низағтар осрамай тиһәк тә, хата булмаҫ. Балалары ла ике телде лә берҙәй белеп үҫә.
Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк
Ғөмүмән, кешене бер ҡасан да милләтенә, теленә, әсәһенә ҡағылышлы битәрләмә, тигән аҡыллы әйтем бар. Әҙәм балаһы был яҡты донъяға тыуғанда, ысынлап та, милләтен дә, телен дә, ата-әсәһен дә һайламай. Уны тәбиғәт үҙе хәл итә. Милләттәрҙең был ерҙә, йәмғиәтебеҙҙә үҙ-ара татыу, һыйышып йәшәүе лә, тимәк, тәбиғәттең үҙе тарафынан ҡаралған һәм хәл ителгән. Беҙҙең республикала бер кем дә, Башҡортостан – башҡорттар йәки Рәсәй рустар өсөн генә, тип пикеттар ойоштормай, митингыларҙа сығыш яһамай, ә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре элек-электән дуҫ, туған, ҡәрҙәш булып йәшәй. Шунлыҡтан беҙҙә, Балтик буйы, Кавказ, Урта Азия илдәрендәге кеүек, милләт-ара ыҙғыштар бер ҡасан да булманы һәм булмаҫына иманым камил. Беҙҙең Президенттың милләт-ара татыулыҡҡа ҙур иғтибар биреүен халыҡтар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙы булдырмаҫҡа тырышыуы, алдан киҫәтеүе тип ҡарайым. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, тиҙәр бит.
Беҙҙең академияла ошо көндәрҙә үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дә республикалағы 38 милли-мәҙәни үҙәктең 12-һенең етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Улар студенттарға милли үҙәктәрҙең ниндәй эшмәкәрлек алып барыуы тураһында һөйләне, йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Сығыштарҙан күренеүенсә, милләт-ара мәсьәләләр күптәрҙе борсой. Республикабыҙҙың киләсәге халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ниндәй булыуына бәйле. Йәштәребеҙ шуны аңлай. Һәм был бик ҡыуаныслы.
Йәнбикә БАЙЫШЕВА яҙып алды.