«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҙна аптыратҡыстары



16.04.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Йондоҙҙар һәм күбәләктәр
Аҙна аптыратҡыстарыЮрий Гагариндың йыһанға осоуына илле йыл тулды.
Кешелектең мәңгелек хыялы тап беҙҙең илдә тормошҡа ашты, был ваҡиғаның әһәмиәте, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Үҙәк каналдарҙа йыһанға осоу тарихы, йыһангирҙар тураһында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар бара. Тамам аптырата телевидение. Быға тиклем Лолита Ми­ляв­скаяның сираттағы мөхәббәте, Рудковская менән Батурин араһындағы талаш-тартыш, Ксения Собчактың әҙәпһеҙ фекер­ҙәре менән тулған эфир телевидениеның асылда ниндәй булыр­ға тейешлеген күрһәтә биреп ҡуйҙы. Йыһанға осоу аппараттарын эшләүгә бар ғүмерен бағышлаған Сергей Королев, беренсе космонавт Юрий Гагарин − бына улар ысын "йондоҙ"ҙар, тормош маяҡтары булыр шәхестәр. Бер-ике йыры менән экрандарҙан төшмәгән йырсылар ҙа, Лолита менән Собчак та "йондоҙ" түгел, ә бер көнлөк күбәләктәр түгелме?

Бензин ҡыйбатмы, осһоҙмо?
Рәсәй донъяла иң күп нефть сығарыусы һәм һатыусы илдәр иҫәбендә.
Тик ниңәлер бензин һәм ди­зель яғыу­лығы­ның ха­ҡы үҫешкән Европа илдәрендәге кимәлдә, күп ос­раҡта хатта ҡыйбатыраҡ та.
− Бензинға хаҡтар беҙҙә бик осһоҙ, − тип был фекер менән килешмәй "Лукойл" компанияһы етәксеһе Вагит Алекперов. − Уның артыуы ла мөмкин, нефткә хаҡтар күтәрелә бит.
Шулайын шулайҙыр ҙа. Тик бына Европа илдәрендәге айлыҡ эш хаҡы беҙҙекенән кәм тигәндә ун тапҡырға күберәк бит.
"Лукойл"дыҡылар ҙа хөрт йәшәмәй. Уртаса айлыҡ эш хаҡы − 70 мең һум самаһы. Ә Алекперов үҙе 10 миллиард һум самаһы капиталы менән илдең иң бай алты кешеһе иҫәбендә. Уның күҙлегенән ҡарағанда, бензин, ысынлап та, ғәжәп осһоҙ шул. Тик ни өсөн еребеҙ ҡуйынынан сығарылған нефтте һатыуҙан килгән аҡса Алекперов һымаҡ унлаған ғына кешенең кеҫәһенә инеп ята икән − шуныһы аңлашылмай.

Ер аҫты кешеләре
Был донъяның кеме генә юҡ.
Берәүҙәр йыһанға, башҡа планеталарға осоу хыялы менән яна, икенселәр ер аҫтына төшә. Мәскәүҙәге бер завод биләмәһендә, ер аҫтындағы бункерҙа 110 кешенең йәшәүе асыҡланған. Улар Урта Азиянан килеп, ракета комплекстары өсөн изделиелар етештергән хәрби заводта эшләгән, ти ҡайһы бер белгестәр.
Беҙ подвалдан, ер аҫтынан сыҡтыҡ.
Беҙ – иҙелгән халыҡ тоҡомо.
Ишетәһегеҙме, был ауаздар ер аҫтынан килә бит. Ябай кеше бер нисек тә үтеп инә алмаған, илдең серҙәре һаҡланған завод биләмәһендә эшләү, йәшәү хоҡуғын алыу өсөн үзбәк йәки тажик булып тыуып, Рәсәйгә бер ниндәй документһыҙ, рөхсәтһеҙ килеп инергә кәрәк икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға