19.04.2011 Туған телдәргә тағы һөжүм...
Татарстан Дәүләт Советы депутаттары, ЛДПР фирҡәһе ағзаларының милли телдәрҙе уҡытыуҙы тыйыу тураһындағы ҡануниәт инициативаһын экстремистик һәм провокацион, тип иҫәпләй («Коммерсантъ» гәзите яҙыуынса).
Үрҙәге партия «РФ халыҡтары телдәре тураһында» РФ законының – 10-сы һәм «Мәғариф тураһында» закондың 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иткәйне. Әлеге лә баяғы Жириновский, уның фирҡәләштәре Игорь Лебедев, Сергей Иванов, Максим Рохмистров Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен туған тел булараҡ ҡына мотлаҡ уҡытырға кәңәш итә, йәғни милли республикаларҙа дәүләт теле булараҡ өйрәнелергә тейеш түгел, тигәнде күҙ уңында тоталар. Татарстан Дәүләт Советы депутаты Рәзил Вәлиев әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, милли республикалар үҙ дәүләт телен булдыра ала, ә «Мәғариф тураһында»ғы закон федерация субъекттары ҡануниәтендә ҡаралғанса, туған телде өйрәнеүҙе көйләргә мөмкинлек бирә. Шунлыҡтан Татарстандың был законында, рус теле менән бер рәттән, татар теле дәүләт теле булараҡ тигеҙ хоҡуҡта уҡытыла, тип яҙылған.
«Татарҙар рус телен белә, ә ниңә рустар татар телен белмәҫкә тейеш?» – тип аптырай дөйөм татар ижтимағи үҙәгенең почетлы президенты Юныс Камалетдинов. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанда татар телен мәжбүри уҡытыуға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе пикеттар үтеп тора. Әйткәндәй, беҙҙең республикала ла башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы сығыусылар әленән-әле «өрөп» ала. Яңыраҡ шундай маҡсатта үткәрелгән митингыла ҡатнашыусылар, Башҡортостандағы милли сәйәсәт бер генә милләтте – башҡорттарҙы һаҡлауға һәм нығытыуға ҡоролған, тип хәбәр һалды. Йәнәһе лә, башҡа милләттәр, башлыса, рустар һәм рус теллеләрҙең, ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелмәй. Был ифрат та мәғәнәһеҙ сығыш һәм дөрөҫлөккә һис тә тап килмәй. Бәлки, бындай һүҙҙәрҙе мәңгегә туҡтатыу өсөн бер генә талап етер: милли республикаларҙа юғары вазифаларға тик урындағы дәүләт телдәрен белгәндәрҙе генә алырға!
А. ЗИННУРОВА.